Йәштәр сәйәсәте бүлегенән хәбәр итеүҙәренсә, таҫмаларҙы волонтёрҙар бушлай тарата:
- 28 апрель 17-00 сәғәттә “Мәңгелек ут” һәйкәле янында;
- 1 май 11-00 сәғәттә Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһе алдындағы майҙанда;
- 4 май 15-00 сәғәттә «Аструм» сауҙа үҙәге алдындағы майҙанда;
- 6 май 16-00 һәм 8 май 17-00 сәғәттә “Мәңгелек ут” һәйкәле янындағы майҙанда;
- 9 май көндө Еңеү парадында георгий таҫмалары бушлай таратыласаҡ.