Мәғлүм булыуынса, эпидемиологик хәлгә бәйле, быйыл Еңеү көнөн байрам итеүгә арналған иң ҙур сара онлайн тәртибендә уҙғарыла. Виртуаль парад 9 майҙа урындағы ваҡыт буйынса көндөҙгө сәғәт 3-тә башлана. Уны “Үлемһеҙ полк” сайтында (https://2021.polkrf.ru), “Сәләм” телеканалы эфирында ҡарарға, портреттарҙың бер өлөшөн “БЮТ” телемарафонында күрергә мөмкин.
Теркәлеү иртәгә, 7 майҙа, тамамлана.
Ғаризаны “Үлемһеҙ полк. Онлайн” сайтындағы (https://2021.polkrf.ru) шәхси кабинетта, “Хәтер банкы” ресурсы, “Класташтар” һәм “Бәйләнештә” социаль селтәрҙәрендәге ҡушымталар аша бирергә була. Модерация үткәс, шәхси кабинетта ҡаһармандың портреты һәм уны эфирҙа күрһәтеү ваҡыты билдәләнә. Онлайн-парад тамамланыу менән бөтә ҡатнашыусыларға яҡындарының фотоһы күрһәтелгән тапшырыуҙың өлөшө ебәрелә.
Яугир туғандары тураһындағы мәғлүмәттәрҙе былтыр урынлаштырғандар өсөн теркәлеү алымы ябайлаштырыла – хупланған ғаризаны ҡабатлау ҙа етә.