Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Хәтер
9 Май 2021, 02:45

Һеҙҙең алда мәңге бурыслы беҙ!

Ҡәҙерле ветерандар һәм тыл хеҙмәтсәндәре!Хөрмәтле ҡала халҡы һәм ҡунаҡтар!Ысын күңелдән һеҙҙе Еңеү көнө менән ҡотлайым! Беҙҙе был Еңеүҙән 76 йыл айыра, әммә уның тураһында хәтер тарих биттәрендә генә ҡалмаған, ә беҙҙең һәр ҡайһыбыҙҙың йөрәгендә йәшәй.

Стәрлетамаҡ тылдағы ҡала булды һәм һуғышты уңышлы алып барыу өсөн, сәнәғәт продукцияһы, боеприпастар һәм аҙыҡ-түлек етештереүҙән башлап, хәрби белгестәр әҙерләүгә тиклем, фронтты бөтә кәрәк-яраҡтар менән тәьмин итеүҙә ғәйәт ҙур өлөш индерҙе. Стәрлетамаҡ яугирҙары, Сталинградтан Берлинғаса юл үтеп, фронтта йән аямай һуғышты, бөтә төп хәрби операцияларҙа ҡатнашты.
Бала саҡтарын һуғыш урлаған, ҡәһәрле һуғыштың бар михнәттәрен үҙ иңендә татыған барлыҡ фронтовиктар һәм тыл хеҙмәтсәндәре алдында баш эйәбеҙ. Беҙ, Ватанын һаҡлап, яу ҡырында ятып ҡалған һалдаттар алдында түләп бөтөргөһөҙ бурыслы! Бөгөн Еңеү көнө – был беҙҙе берләштереүсе һәм теләһә ҡайһы һынауҙар алдында ла еңелмәҫлек итеүсе байрам.
Ҡәҙерле ветерандар һәм тыл хеҙмәтсәндәре! Хөрмәтле ҡала халҡы! Бөтә күңелемдән һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, бәхет, ғаилә именлеге һәм баш осонда аяҙ күк йөҙө теләйем! Еңеү көнө менән!
Владимир Куликов,
Стәрлетамаҡ ҡалаһы ҡала округы
хакимиәте башлығы.
Читайте нас