Беҙҙе, 10-сы класс уҡыусыларын 1 майҙан башлап ауыл Советына дежурға тәғәйенләнеләр. Радио-фәлән булмағанлыҡтан, телефон аша райондан шылтыратҡандарын тыңлап, мәғлүмәттәрҙе тейешле кешеләргә тапшырырға ҡушалар. 8 майҙан 9-на тиклем дежур итеү графигы Фәүзиә менән миңә тура килде. Төнө буйы ултырып арығас, таң йоҡоһона түҙә алмай, өҫтәлде телефонға уҡ терәтеп ҡуйҙыҡ та әҙерәк йоҡлап алырға булдыҡ. Шул саҡ беҙҙең төнө буйы көткән телефон шылтыраны. Тиҙ генә трубканы алыу менән: “Алло, алло! Победа!” тигән һүҙ ҡолаҡты яра ине. Беҙ нишләргә белмәй урамға сығып йүгерҙек. Яҡтырған, шым ғына йылы ямғыр яуа. Яңы ғына сығып килгән үлән баштарын йыуа, иркәләй. Ауыл Советы менән мәктәп араһында бәләкәй генә трибунаға баҫып байтаҡ кеше телмәр тотто. Мәктәп балалары, бөтә ауыл йыйылды унда. Күптәр күҙ йәштәренә ирек ҡуйҙы. Уҡыуҙар булманы ул көндө. Беҙ, төрлө яҡтан йыйылған уҡыусылар, үҙ ауылдарыбыҙға таралыштыҡ.
Ә ауылдарҙа көтөү менән бергә эшкә китеп өлгөргән кешеләрҙе кире ҡайтарҙылар. Клубта төнгә тиклем митинг, уйын, йыр, илау – бөтәһе бер гимн булып ауыл өҫтөндә гөрләп торҙо.
... 76 йыл үткәндән һуң ул көндәрҙең әһәмиәтен, ҡәҙерен белеү бик күпкә кәмене. Сөнки уны белеүселәр, бөтә йәне-тәне менән кисереүселәр аҙ хәҙер. Хатта һуғыш ваҡытында тыуғандар ҙа уны легенда уҡыған һымаҡ ҡына уҡыйҙар. Ҡайһы берәүҙәр белергә лә теләмәй. Бигерәк тә ҡала транспорттарына инһәң йөрәк әрней. Ҡартлығынан көскә баҫып торған әбей-бабайҙарға урын бирмәй, һыра эсеп, йәйелеп ултырып барған йәштәр өсөн оят. Туҡталыштарға теләһә ни яҙып, ҡалабыҙҙан көлгәндәр өсөн оят беҙгә, һуғыш осоро кешеләренә.
Ә шулай ҙа оло һынауҙарҙы үтә алған һуғыш быуыны әле лә йәшәү дәртен, тормошҡа һөйөүҙе, яҡты киләсәккә ышанысты, өмөттө юғалтмаған, күңелдәре ҡатмаған. Беҙ бөгөнгө ауырлыҡтар алдында ла юғалып ҡалманыҡ, булғанына шөкөр итеп, балаларыбыҙ һәм ейәндәребеҙҙең уңыштарына ҡыуанып йәшәйбеҙ.
Беҙҙән, һуғыш осоро кешеләренән һеҙгә теләк шул: илдә һуғыш булмаһын, беҙ күргәнде балалар күрмәһен. Илебеҙҙең яҡты киләсәге өсөн көрәшкән тыл һәм һуғыш ветерандарының батырлыҡтары тураһында мәңге хөрмәт менән иҫкә алып тороғоҙ!
Кәшифә СӘҒИТОВА, тыл һәм хеҙмәт ветераны, 94 йәш.