Ашҡаҙар
+24 °С
Болотло
Хәтер
12 Май 2021, 05:30

« Булһын өсөн телем, илем, Булһын өсөн Башҡортостан!»

Мәҙәниәт һәм сәнғәт үҫтерелә, китаптар нәшер ителәБыйыл ҡалабыҙға нигеҙ һалыныуға 255 йыл тула. Ошо уңайҙан уның әҙәби тарихын да ҡыҫҡаса күҙ алдына баҫтырыу яҙыҡ булмаҫ. Стәрлетамаҡ борон-борондан мәҙәниәтте һәм сәнғәтте үҫтереүсе, шул иҫәптән китаптар нәшер итеүҙе ойоштороусы ҡала булған. Бында 1900 йылда «Ҡәләм» йәмғиәте төҙөлә һәм китаптар нәшер ителә башлай. Уны шул замандың зыялылары булған Шәрәфетдин Мәхмүтов менән Бәҙретдин Ғибаҙуллин ойоштора.Ә 1910 йыла ҡалабыҙҙа «Нур» тип аталған типография ла асыла. 1934 йылда Стәрлетамаҡтың педагогия техникумында башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытҡан Ҡадир Даян әҙәбиәт түңәрәге ойоштора. Был түңәрәктә һуңынан күренекле яҙыусылар булып киткән прозаик Ибраһим Ғиззәтуллин, шағирҙар Якуп Ҡолмой һәм Бөйөк ватан һуғышында һәләҡ булған Хөсәйен Ҡунаҡбай шөғөлләнгән. Үкенескә ҡаршы, һуғыш йылдарында был түңәрәктең эше туҡталып ҡала. Уҡытыусылар институты эшләй башлағас ҡына түңәрәк үҙ эшен яңыртып ебәрә. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытҡан, һуңынан күренекле яҙыусы булып киткән, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Лоҡман-Хәким Ғиләжев түңәрәкте ойоштора һәм уның менән еткселек итә. Хәким Ғиләжевтан һуң ошо институты тамамлаған Салауат Галин проректор булып эшләй башлағас, әҙәби ойошма эше тағы ла йәнләнеп китә. Салауат Галиндан һуң, түңәрәк эшен ошо педагогия институтын тамамлаған Әсхәл Әхмәтҡужин дауам итә. Ул «Ашҡаҙар» әҙәби-ижад берекмәһе тип атала башлай. Сөнки уға институттың ғына түгел, ә күрше ҡалаларҙың һәм райондарҙың әҙәби көстәре лә килеп ҡушыла. Был берекмәнең ағзалары Стәрлетамаҡ яҙыусылар ойошмаһы асыуға нигеҙ булып тора.

Яҙыусылар ойошмаһы барлыҡҡа килә
Башҡортостан Яҙыусылар идараһы 1984 йылдың август айында Стәрлетамаҡта яҙыусылар ойошмаһы асырға тигән ҡарар сығара һәм шағир Рауил Ниғмәтуллинды уның етәксеһе итеп тәғәйенләй . 1985 йылдар башында Стәрлетамаҡ ҡалаһында рәсми рәүештә яҙыусылар ойошмаһы эшләй башлай. Быға ул саҡтағы Башҡортостан Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе, яҙыусы-драматург Әсғәт Мирзаһитов һәм КПСС-итың ҡлкә комитеты секретары, танылған яҙыусы Таһир Ахунйәнов ҙур йоғонто яһай. Ошо уҡ йылдың 28 февралендә ойошманың тәүге ултырышы була. Сарала Башҡортостан Яҙыусылар союзы идараһы вәкиле Булат Рафиков, Рауил Ниғмәтуллин, Фәйзи Ғүмәров, Ишбулды Вәлитов, Сулпан Иманғолов, Сергей Матюшин ҡатнаша .
Рауил Хөрмәт улы вазифа йөкмәтелеү менән башкөллө эшкә сума. Береһенән-береһе ҡыҙыҡлы әҙәби кисәләр, Өфөнән саҡырылған арҙаҡлы яҙыусылар менән осрашыуҙар, мәктәптәрҙә, балалар баҡсаларында башҡорт төркөмдәре булдырыу - Рауил Хөрмәтулла улының эш һөҙөмтәһе ул. 1988 йылдың көҙөндә Яҙыусылар ойошмаһына әҙәби кәңәшсе итеп Мәскәүҙә Максим Горький исемендәге әҙәбиәт институтын ҡыҙыл дипломға тамамлаған киң ҡарашлы публицист, ҡеүәтле һүҙ оҫтаһы Вил Ғүмәров эшкә саҡырыла. Был вазифаны Рауил Ниғмәтуллин юллай. Рауил ағай Өфөгә күсеп киткәс ойошманы Вил Бәшир улы етәкләй. Ул килгәс йәштәргә йәшел юл асыла. Ошо дәүерҙә ойошма яңы йүнәлеш ала. Ижадҡа яңы быуын, яңы исемдәр өҫтәлә. Улар – Рәмзәнә Әбүталипова, Эльмира Сәсәнбаева, Хәмит Ирғәлин, Асия Басирова, Кәрим Булат, Камил Асраров, Валерий Мәксутов, Әҡсән Хәлилов, Фәрит Әғзәмов, Рәшиҙә Шәмсетдинова, Римма Фәйзуллина, Мөнир Атанғол һәм башҡалар. Вил Ғүмәров ойошманы етәкләгән осорҙа Кәбир Аҡбашев, Салауат Рәхмәтулла, Рәлиф Кинйәбаев, Зөбәржәт Йәнбирҙина, Эльмира Сәсәнбаева, Флорид Бүләков һәм Вил Ғүмәров үҙе лә Башҡортостан Яҙыусылар союзына ҡабул ителә. Мәскәүҙә юғары белем алған Вил ағай киң ҡарашлы публицист булыуы, алдан күрә белеү һәләте менән айырылып торҙо. Ул – Стәрлетамаҡта башҡорт театры, филармония һәм бейеү театрҙарын асыуға тәүгеләрҙән йүнәлеш биргән шәхес булды
Бар булмышын тыуған телде һаҡлауға, милләтте үҫтереүгә бағышлай
Ләкин бөгөн һүҙебеҙ шағир, ғалим, йәмәғәт эшмәкәре һәм сәйәсмән Рауил Ниғмәтуллин тураһында . Ул 1941 йылдың 12 майында Ишембай районы Ғүмәр ауылында тыуған. Һигеҙ класты тамамлағас, колхозда эшләй. 1965 йылда зооветеринария техникумын тамамлай, баш зоотехник,, партком секретары вазифаларын башҡара. Башҡорт дәүләт университетында белем алып, 1969 йылда Ишембай районының Әхмәр урта мәктәбендә директор булып эшләй. 1973 йылда РСФСР Милли мәктәптәр институтының Башҡортостан филиалында – ғилми хеҙмәткәр, 1977 йылда «Башҡортостан уҡытыусыһы» журналының баш мөхәррире урынбаҫары була. 1979-1984 йылдарҙа Башҡортостан китап нәшриәтенең нәфис әҙәбиәт бүлегендә мөхәррир вазифаһын башҡара. Ә 1984 йылдан (юғарыла яҙып үтелгәнсә) Башҡортостан Яҙыусылар союзының Стәрлетамаҡ ойошмаһына яуаплы секретарь итеп һайлан. 1989 йылда Стәрлетамакта башҡорт телендә ҡала гәзитен булдырыуҙы юллай башлай. Шулай итеп 1990 йылда «Стәрле таңдары» гәзите сыға башлай, аҙаҡ ул «Ашҡаҙар» гәзите тип үҙәртелә. Ошо уҡ йылдарҙа «Аманат» башҡорт халыҡ үҙәген аса, унан һуң фәҡәт Рауил Хөрмәтулла улы тырышлығы менән башҡорт драма театры, филармония, милли мәктәптәр һәм кластар, башҡорт балалар баҡсаһы барлыҡҡа килә. Ҡалабыҙҙа Жәлил Кейекбаев исемендәге 3-сө башҡорт гимназияһы уңышлы эшләй башлауы ла уның исеменә бәйле. Рауил Хөрмәт улы 1990 йылда Өфөгә Башҡорт дәүләт педагогия институтына эшкә саҡырыла. 1991 йылдан Башҡорт халыҡ фиркәһе Үҙәк идара рәйесе вазифаһына тәғәйенләнә. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты ағзаһы итеп һайлана, башҡорт әҙәбиәте яңыса уҡытыуҙың программа-дәреслектәрен төҙөүсе ғалим. «Үҫмер» исемле китаптар серияһы һәм «Әҙәбиәт буйынса кластан тыш эштәр» методик ҡулланмаһының, 50-нән ашыу йырҙар авторы, ялҡынлы оратор булды. Шағир, ғалим-педагог, башҡорт ижтимағи-мәҙәни мәсьәләләрен хәл итеүгә күп көс һалған әүҙем йәмәғәт эшмәкәре Рауил Ниғмәтуллин уҙған быуаттың 70-се йылдарында яҙыша башлай. Башҡорт әҙәбиәтен ул балалар һәм өлкәндәр өсөн яҙған тиҫтәләгән китабы менән байытты. Күп жанрҙа ижад иткән ул.: төп юҫығы шиғырҙар һәм поэмалар булһа ла , поэтик зауығы ҡобайыр, мәҫәл кеүек формаларҙы ла үҙләштергән булған.
Балалар һәм үҫмерҙәр өсөн «Еңмеш» (1982), «Кемгә ниндәй исем»(1993), «Урман музыканттары»(1999), «Тауҙарҙа таң» (1981), «Япраҡ еле» (1984), «Мөхәббәткә юҡ өҙәрем» (1991), «Аҡ нур» (1994), «Ҡыңғырауҙар» (1996), «Тауҙарыма ҡарап» (2001) тигән китаптары сыға. 1984 йылдан СССР Яҙыусылар ағзаһы була. Ә 1991 йылда уға «Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре тигән маҡтаулы исем бирелә.
Йылдар үткән һайын халҡым тип янып йәшәгән ҡәләмдәштәребеҙгә – Рауил Ниғмәтуллинға, Вил Ғүмәровҡа , шулай уҡ Ҡәбир Аҡбашевҡа, Зөбәржәт Йәнбирҙинаға хөрмәт хисе, оло ихтирамыбыҙ арта бара. Арабыҙҙа ошондай көслө рухлы шәхестәрҙең юҡлығы һиҙелә, ләкин ижад усағында улар һымаҡ һүрелмәҫ ҡуҙ булып, йәш әҙиптәр балҡыр бер саҡ тигән тойғо йәшәй. Рауил Хөрмәт улы Ниғмәтуллин һымаҡ күренекле шағирҙар , күркәм шәхестәр тураһында хәтирәләр беҙҙең йөрәктәрҙә мәңге һаҡлана.
Римма ҒӘЛИМОВА.
ҺИН БИТ,ИЛЕМ!
Наҙлап, наҙлар итеүсем,
Көттөрөүсем, көтөүсем,
Изгелекле һәр эшкә
Һәр саҡ әҙер итеүсем;
Таңдан иртә уятыр,
Ил кәрәген өйрәтер,
Йылы хистәр яралтыр,
Ҡоштай һайрар, һайратыр
Һүҙҙәрҙе һин әйтеүсем!
Тыуған, торған ерҙең дә,
Хәләл түккән тирҙең дә,
Ишектең дә, т-рҙең дә,
Ҡатындың да, ирҙең дә
Белдергән һин ҡәҙерен,
Өмөттәрҙе яралтҡан,
Болоттарҙы таратҡан,
Һоҡландырып ҡаратҡан,
Яраттырған, яратҡан
Һин бит, илем, - ҡәҙерлем!
ХАҠЛЫҠ БАР…
Халыҡ булған ерҙә
Хаҡлыҡ бар,
Хаҡлыҡ барҙа ысын
Шатлыҡ бар.
Халҡың барҙа - хаҡлыҡ,
Шатлыҡтар
Даулар өсөн атлыҡ,
Атлыҡ, бар!
Хаҡлыҡ юлын быуа
Ваҡлыҡтар,
Һатлыҡтарҙы йыйыған
Сатлыҡтар –
Булмаһаң һин өҫтөн
Шуларҙан –
Инмәй илгә ысын
Шатлыҡтар!
ҠОТҠАР ҮҘЕҢДЕ ҮҘЕҢ
Бөлә бара, башҡортом,
Һыуың, һауаң, ҡош-ҡортоң,
Ерең, телең, быуының.
Торор йортоң – баш йортоң.
Телемең ярты-йорто,
Телең дә ярты-йорто,
Белем дә ярты-йорто,
Илең дә ярты-йорто,
Көнөң дә ярты-йорто,
Ҡалманы ерең ҡото.
Эй. башҡортом, башҡортом!
Һинең заман манҡорто
Төйәгеңде туҙҙырған,
Тиргән йөрәк сереңде,
Алған һөйгән йәреңде,
Ил бағырҙай иреңде,
Хазинаңды, ереңде –
Ҡалдырған тик гүреңде.
Ҡалған ыуланған ерҙәр,
Һатылған, дүңгән ирҙәр,
Илде бөлдөрөр сирҙәр,
Ил бәҫен боҙор керҙәр.
Нишләнең һуң һин, халҡым?
Һүнергә бит юҡ хаҡың:
Туҡтат һәләкәт яуын,
Йәнеңдә булһа ялҡын!
Һаҡла ҡалған ҡотоңдо,
Халҡың түлен, ил йәмен –
Туҡтат ситкә осоуҙан
Үҙ баҫҡан ереңдәген!
Ҡайтар ҡабат телеңде,
Өләш кәрәк белемде,
Ишәйт булған түлеңде,
Ил ит – торған илеңде!
Эй, башҡортом, башҡортом!
Һаҡламаһаң баш йортоң,
Туҡтатмаһаң ул йотто
Емереүсе манҡортто –
Юҡҡа сығыр башҡортлоҡ,
Һәләкәттән сығырға
Тупла, халҡым, көс-түҙем –
Һин ҡотҡара алаһың
Бары үҙеңде үҙең!
Рауил Ниғмәтуллин.
Читайте нас