Һәр милли усаҡта – уның ҡул йылыһы бар
Рауил Ниғмәтуллин 1941 йылдың 12 майында Ишембай районы Ғүмәр ауылында тыуған. Һигеҙ класты тамамлағас, колхозда эшләй. 1965 йылда зооветеринария техникумын тамамлай, баш зоотехник, партком секретары вазифаларын башҡара. Башҡорт дәүләт университетында белем алып, 1969 йылда Ишембай районының Әхмәр урта мәктәбендә директор булып эшләй. 1973 йылда РСФСР Милли мәктәптәр институтының Башҡортостан филиалында – ғилми хеҙмәткәр, 1977 йылда “Башҡортостан уҡытыусыһы” журналының баш мөхәррире урынбаҫары була. 1979-1984 йылдарҙа Башҡортостан китап нәшриәтенең нәфис әҙәбиәт бүлегендә мөхәррир вазифаһын башҡара. Ә 1984 йылдан (юғарыла яҙып үтелгәнсә) Башҡортостан Яҙыусылар союзының Стәрлетамаҡ ойошмаһына яуаплы секретарь итеп һайлана.
1989 йылда Стәрлетамакта башҡорт телендә ҡала гәзитен булдырыуҙы юллай башлай. Шулай итеп, 1990 йылда “Стәрле таңдары” гәзите сыға башлай, аҙаҡ ул “Ашҡаҙар” гәзите тип үҙәртелә.
Рауил Ниғмәтуллин, вазифа йөкмәтелеү менән, башкөллө эшкә сума. Береһенән-береһе ҡыҙыҡлы әҙәби кисәләр, Өфөнән саҡырылған арҙаҡлы яҙыусылар менән осрашыуҙар, мәктәптәрҙә, балалар баҡсаларында башҡорт төркөмдәре булдырыу – Рауил Хөрмәт улының эш һөҙөмтәһе ул. 1988 йылдың көҙөндә Яҙыусылар ойошмаһына әҙәби кәңәшсе итеп Мәскәүҙә Максим Горький исемендәге әҙәбиәт институтын ҡыҙыл дипломға тамамлаған киң ҡарашлы публицист, ҡеүәтле һүҙ оҫтаһы Вил Ғүмәров эшкә саҡырыла. Был вазифаны Рауил Ниғмәтуллин юллай. Рауил ағай Өфөгә күсеп киткәс ойошманы Вил Бәшир улы етәкләй.
Рауил Ниғмәтуллин Стәрлетамаҡта йәшәгән йылдарҙа “Аманат” башҡорт халыҡ үҙәген аса, унан һуң фәҡәт Рауил Хөрмәт улы тырышлығы менән башҡорт драма театры, филармония, милли мәктәптәр һәм кластар, башҡорт балалар баҡсаһы барлыҡҡа килә. Ҡалабыҙҙа Жәлил Кейекбаев исемендәге 3-сө башҡорт мәктәбе асылыуы ла туранан-тура уның исеменә бәйле.
Йөк тартҡан атты күрәләр, шулай итеп, Рауил Хөрмәт улын да Өфөгә саҡырып алалар. Ул 1990 йылда Өфөгә Башҡорт дәүләт педагогия институтына эшкә саҡырыла. 1991 йылдан Башҡорт халыҡ фирҡәһе Үҙәк идара рәйесе вазифаһына тәғәйенләнә. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты ағзаһы итеп һайлана, башҡорт әҙәбиәте яңыса уҡытыуҙың программа-дәреслектәрен төҙөүсе ғалим да нәҡ ул. “Үҫмер” исемле китаптар серияһы һәм “Әҙәбиәт буйынса кластан тыш эштәр” методик ҡулланмаһы, 50-нән ашыу йырҙар авторы, ялҡынлы оратор булды.
Ижадында - халыҡсанлыҡ көсө
Шағир, ғалим-педагог, башҡорт ижтимағи-мәҙәни мәсьәләләрен хәл итеүгә күп көс һалған әүҙем йәмәғәт эшмәкәре Рауил Ниғмәтуллин уҙған быуаттың 70-се йылдарында яҙыша башлай. Башҡорт әҙәбиәтен ул балалар һәм өлкәндәр өсөн яҙған тиҫтәләгән китабы менән байытты. Күп жанрҙа ижад иткән ул: төп юҫығы шиғырҙар һәм поэмалар булһа ла, поэтик зауығы ҡобайыр, мәҫәл кеүек формаларҙы ла үҙләштергән булған.
Балалар һәм үҫмерҙәр өсөн “Еңмеш” (1982), “Кемгә ниндәй исем”, “Урман музыканттары”, “Тауҙарҙа таң”, “Япраҡ еле”, “Мөхәббәткә юҡ өҙәрем”, “Аҡ нур”, “Ҡыңғырауҙар”, “Тауҙарыма ҡарап” тигән китаптары сыға. 1984 йылдан СССР Яҙыусылар ағзаһы була. Ә 1991 йылда уға “Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре” тигән маҡтаулы исем бирелә.
Йылдар үткән һайын халҡым тип янып йәшәгән ҡәләмдәштәребеҙгә – Рауил Ниғмәтуллинға, Вил Ғүмәровҡа, шулай уҡ Ҡәбир Аҡбашевҡа, Зөбәржәт Йәнбирҙинаға хөрмәт хисе, оло ихтирамыбыҙ арта бара. Арабыҙҙа ошондай көслө рухлы шәхестәрҙең юҡлығы һиҙелә, ләкин ижад усағында улар һымаҡ һүрелмәҫ ҡуҙ булып, йәш әҙиптәр балҡыр бер саҡ тигән тойғо ла йәшәй. Рауил Хөрмәт улы Ниғмәтуллин һымаҡ күренекле шағирҙар, күркәм шәхестәр тураһында хәтирәләр беҙҙең йөрәктәрҙә мәңге һаҡлана.
Ваҡлыҡтар,
Һатлыҡтарҙы йыйыған
Һыуың, һауаң, ҡош-ҡортоң,
Торор йортоң – баш йортоң.
Эй. башҡортом, башҡортом!
Нишләнең һуң һин, халҡым?
Эй, башҡортом, башҡортом!
Тупла, халҡым, көс-түҙем –
Шәхесте бергәләп иҫкә алайыҡ
18 май 16:00 сәғәттә А.Инан исемендәге башҡорт һәм татар әҙәбиәте үҙәгендә (Дуҫлыҡ урамы, 37А) шағир, күренекле йәмәғәт эшмәкәре Рауил Ниғмәтуллиндың хәтер кисәһе уҙғарыла.
Шағирҙың, абруйлы шәхестең ҡәләмдәштәрен, бергә эшләгән, халҡым, телем, тыуған ерем тип бергә янып йөрөгөн дуҫтарын, фекерҙәштәрен, уның ижадына битараф булмаған ҡала халҡын сарала көтөп ҡалабыҙ.
Шәхесте бергәләп хәтергә төшөрөп, уның хаҡында йылы иҫтәлектәр менән бүлешеп алайыҡ, дуҫтар!