Ә дөйөм алғанда, яҡташтарыбыҙ йөҙгә яҡын яу ҡаһарманының һуңғы төйәген тапҡан. Экспедиция ваҡытында улар атып төшөрөлгән ИЛ-2 штурмовигына ла юлыҡҡан. Эҙәрмәндәр әйтеүенсә, отряд һуғыш барған төрлө төбәктәрҙә эшләй. Псков өлкәһенә һуңғы сәфәр бигерәк тә һөҙөмтәле булған. Эҙәрмәндәр ун һалдаттың ерләнгән урынын тапҡан, тип хәбәр итә Башҡортостан юлдаш телевидениеһы.