Ашҡаҙар
+24 °С
Облачно
Хәтер
21 Мая 2021, 07:00

«Барыһы ла ҡалһын халҡым менән Был ерҙәрҙән бер көн китһәк тә…»

А. Инан исемендәге башҡорт һәм татар әҙәбиәте үҙәгендә ялҡынлы шағир, ғалим-педагог, республикабыҙҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, күренекле йәмәғәт эшмәкәре һәм сәйәсмән Рауил Ниғмәтуллиндың тыуыуына 80 йыл тулыу уңайынан хәтер кисәһе үтте.

Сараға шағирҙың бер туған ағаһы Зиннәт, ҡустыһы Әхәт һәм ҡыҙы Шәүрә, шулай уҡ заманында Рауил Хөрмәт улы менән бергә йәмәғәтселек эштәре алып барған фекерҙәштәре - Өфөнән хаҡлы ялдағы уҡытыусы Әминә Ғәлекәева, әүҙем йәмәғәт эшмәкәре Нәсимә Собханғолова, драматург Хәмит Иргалин, Стәрлетамаҡ ҡала башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Ләйсән Йосопова һәм яҙыусының ижадташ дуҫтары, рухташтары, бергә эшләгән иптәштәре килгәйне. Шағирҙың ағаһы һәм ҡустыһы бала саҡтарындағы хәтирәләре менән уртаҡлашһа, ҡыҙы Шәүрә бала саҡта иҫендә ҡалғандарын матур итеп бәйән итеп, атаһының әсәһе Әсмә апай менән ҡулға-ҡул тотоношоп йәшәгән осорон күҙ алдына баҫтырҙы. Аталары улы Илдар менән ҡыҙында урманға, тәбиғәткә һөйөү тәрбиәләгән, һәр ҡоштоң йырын тыңлатҡан. Хәмит Иргалин Стәрлетамаҡта яҙыусылар ойошмаһы барлыҡҡа килеүҙең рәсми юлдары менән таныштырһа, Өфө ҡунағы Әминә Ғәлекәева «Аманат» халыҡ фиркәһендәге эшмәкәрлек тураһында ентекле һөйләне. Ҡалабыҙҙың 2-се мәктәп-интернатында (хәҙер лицей-интернат) оҙаҡ йылдар тәрбиәсе булып эшләгән Земфира Иҙрисова уҡыусылары менән Карл Маркс урамындағы Стәрлетамаҡ яҙыусылар ойошмаһына ремонт яһауҙа ҡатнашыуҙарын иҫкә алды, Жәлил Кейекбаев исемендәге 3-сө гимназия уҡытыусыһы Зифа Бикбаева фәҡәт Рауил Ниғмәтуллин юллап астырған гимназияла эшләп йөрөүенә сикһеҙ ғорурланыуын белдерҙе. Байтаҡ йылдар Стәрлетамаҡ ҡала башҡорттары ҡоролтайын етәкләп, аҙаҡ Өфө, Ишембай ҡалаларында эшләгән Нәсимә Собханғолова, Рауил ағай эшләгән заманда Стәрлетамаҡта «Башҡорт ҡунаҡханаһы»н алып барған Вәсилә Халиҡова яҙыусы тураһында йылы хәтирәләре менән уртаҡлашты.
Сарала БДУ студенттары Рауил ағайҙың шиғырҙарын яттан һөйләне. Шағирҙың ҡыҙы һәм китапхана әҙерләгән видеояҙмалар күрһәтелде, шағир һүҙҙәренә яҙылған йырҙар яңғыраны. Республиканың Зәки Вәлиди исемендәге милли китапхананың «Башҡорт әҙәбиәте һәм туған яҡты өйрәнеү бүлеге Рауил Ниғмәтуллинға бағышлап «Шағир» иле» исемле виртуаль китап күргәҙмәһен әҙерләгән, был эшкә ҡыҙы Шәүрә Абдрахманова-Ниғмәтуллина күп көс һалған.
- Атайымдың ижадын уҡыусы үҙ итеп, яҡын күреп, ихлас ҡабул итә. Бының сере ябай – ул тормоштоң китаптағы образы түгел, ә үҙен, уның ысын йөҙөн, ауырлыҡтарын һәм шатлыҡтарын танып белгән кеше. Атайым заманында көтөүсе булып та, йәшелсәсе булып та эшләгән, артабан ферма мөдире, комсомол һәм партия ойошмалары секретары, мәктәп директоры, ғилми хеҙмәткәр, нәшриәт мөхәррире – былар әле ул башҡарған вазифаларҙың тулы булмаған исемлеге генә. Күпме фәһем, тәжрибә, күҙәтеү байлығы тупларға тейеш был эштәрҙә яҙыусы”, - тине ул ғорурлыҡ менән. Шағирҙың поэмалары, шиғырҙары, йырҙары, ҡобайырҙары, мәҫәлдәре, балалар өсөн яҙылған әкиәттәре барыһы ла ошо виртуаль күргәҙмәлә үҙ урынын тапҡан: https://youtu.be/H5Q8631yUGU. Ошо һылтанмала улар менән танышырға була.
Талант бер яҡлы ғына булмай, тиҙәр. Яҙыусының йөҙәрләгән шиғырҙарына бик күп башҡорт композиторҙары көй яҙҙы. Күп шиғырҙарына яҙыусы көйҙө үҙе һалды. Уҡыусылар был йырҙар менән дә күргәҙмәлә таныша ала. Шулай уҡ видеокүргәҙмәлә яҙыусы тормошондағы ҡыҙыҡлы ваҡиғалар, ҡәләмдәштәренең уның ижадына ҡағылышлы иҫтәлектәр менән дә танышырға була.
Сара Рауил Ниғмәтуллин һүҙҙәренә яҙылған йырҙарҙы бергәләшеп йырлау менән тамамланды.
- Милләт шәхестәре менән көслө, әлбиттә. Миңә Шәүрә менән бергә уҡырға насип булды… Ҡалабыҙҙың әҙәби һәм мәҙәни, шулай уҡ сәйәси тормошонда ифрат та ҙур эштәр башҡарған халҡыбыҙҙың арҙаҡлы улы Рауил Ниғмәтуллиндың рухы шат булһын, - тине сараны тамамлап Стәрлетамаҡ ҡала башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Ләйсән Йосопова. Сараны ҡала башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары рәйесе Зөлфиә Йәғәфәрова менән китапханасы Нәзифә Иҫәнғужина матур итеп алып барҙы. Яҡташыбыҙ Рауил Ниғмәтуллинға бағышланған саралар әҙиптең тыуған яҡтарында ла дауам итәсәк.
Римма ҒӘЛИМОВА.
Ләйсән ЙОСОПОВА фотоһы.
Читайте нас