Быйыл Стәрлетамаҡ үҙенең 255 йыллыҡ юбилейын билдәләй. Үҫеш дәүерендә ниндәй генә ваҡиғалар кисермәгән дә, ниндәй генә һынауҙар үтмәгән был тарих. Ә уның үҫешендә ҡала халҡының, төрлө йылдарҙа етәксе булып эшләгән шәхестәрҙең һалған хеҙмәте баһалап бөткөһөҙ. Стәрлетамаҡ үҫешенә, уның сәскә атыуына ҙур өлөш индергән иң күркәм шәхестәрҙең береһе Елена Георгиевна Щебланова була. Ул Стәрлетамаҡ менән 1966-1985 йылдарҙа идара итә. Елена Щебланова һалған һуҡмаҡтар әле лә бар, әле лә йәшәй. Ҡалабыҙ тормошонда ул ҡалдырған эҙҙәр баһалап бөткөһөҙ. Уның тормошо һәм ҡала иҡтисады үҫешенә индергән хеҙмәте йылдар үтеү менән замандаштары тарафынан һағынып иҫкә алына. Ә бөгөн инженер-химик, партия етәксеһе, дәүләт эшмәкәре, Стәрлетамаҡтың почетлы гражданы Елена Георгиевна Щебланованың тыуыуына 100 тула. Һүҙебеҙ - уның хаҡында. Ҙур шәхес хаҡында уның замандаштары, юлын дауам итеүселәре һөйләй, бергә эшләгән коллегалары иҫкә ала.
Ул Курск ҡалаһында тыуған. 1939-1944 йылдарҙа Ҡазан химия-технология институтында уҡый. Хеҙмәт юлын 1945 йылдың ғинуарында Мәскәү өлкәһенең Загорск ҡалаһында химия лабораторияһы инженеры булып башлай. Артабан 1948 -1949 йылдарҙа ошо уҡ вазифала Омск өлкәһендә эшләй. 1949 йылдан алып 1962 йылға тиклем Стәрлетамаҡ сода-цемент комбинатында ябай эшсенән алып етәксегә тиклем күтәрелә. 1962 йылда комбинаттың партия комитеты секретары булып һайлана. 1965 йылда икенсе секретарь, ә 1966 йылда Стәрлетамаҡ КПСС ҡала комитетының беренсе секретары итеп һайлана. Ошо йылдарҙа ҡала советы депутаты ла була ул. 1967 йылдан 1985 йылға тиклем БАССР-ҙың Юғары Советына депутат булып һайлана, унда комиссия рәйесе булып эшләй, БАССР-ҙың Юғары совет президиумы рәйесе урынбаҫары була, Елена Георгиевна КПСС-тың 22-се һәм 25-се саҡырылыш съездарында делегат була.
Фиҙаҡәр хеҙмәте һәм Бөтә союз социаль ярышында ҡала уңышы өсөн ике Ленин ордены менән бүләкләнә, шулай уҡ Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены, Октябрь революцияһы ордены, «Почет билдәһе» ордены һәм миҙалдар менән бүләкләнә. Уға “Стәрлетамаҡ ҡалаһының почетлы гражданы” тигән маҡтаулы исем бирелеүе ҡала халҡының ихтирамын күрһәтә.
Ике тиҫтәгә яҡын йыл ҡала менән идара иткән шәхес 2016 йылдың 26 апрелендә вафат була.
Владимир КУЛИКОВ, ҡала хакимиәте башлығы:
– Елена Георгиевна Щебланова етәкселек иткәндә мин малай ғына булғанмын әле. Ленин проспекты янындағы трибуналарҙағы ҡала етәкселәренә ҡарап теҙелеп демонстрацияларҙа үткән сағымда был айырылып торған кешеләрҙең мөһим эш менән мәшғүл булыуҙарын аңлай инем. Хәҙер иһә, Елена Георгиевнаның эш һөҙөмтәләрен анализлап шуны әйтә алам: ул бөйөк кеше булған. Ысынында иһә ул үҙенең командаһы менән ҡаланың ҙур өлөшөн – ике проспект ҡуласаһынан алып Коммунистик һәм Ҡаранай Моратов урамдары киҫешкән ергә тиклем сәнәғәт зонаһының ҙур өлөшөн булдырған. Әлбиттә, башҡа ваҡыт булған. Ләкин эшкә булған ҡараш, кешеләргә булған мөнәсәбәт – ул ваҡыттан тыш баһалана.
Мин Елена Георгиевнаның ихтыяр көсөнә һәм тәүәккәллегенә һоҡланам: сәнәғәт объекттарын, мәктәптәр, балалар баҡсалары, спорт комплекстары, медсанчастар төҙөү, күп тонналы яуаплылыҡ йөгө менән йәшәп, кешеләргә ҡыҙыҡһыныуын бары тик эре масштаблы, ысын лидер ғына һаҡлап ҡала ала. Әйткәндәй, ҡалабыҙ урамдарының береһен Щебланова хөрмәтенә атарға уйыбыҙ бар. Елена Георгиевна быға лайыҡ.
Спартак ӘХМӘТОВ, Стәрлетамак ҡалаһының 1987-2007 йылдарҙағы етәксеһе:
– Идара итеүҙә бөтә нәмә лә кешенең шәхесенә бәйле тип иҫәпләйем мин. Елена Георгиевна производствоны, заводтар тормошон яҡшы тойҙо, халыҡ алдында сығыш яһай, кешеләр менән аралаша белә ине. Ул бик профессиональ етәксе ине: уның эргәһендә аҡыллы һәм лайыҡлы кешеләр командаһы тупланғайны. Елена Георгиевна ҡала тормошоноң иң мөһим өлкәләрен: сәнәғәт, транспорт, эре объекттарҙы төҙөү, идеологик эште ҡулында ныҡлы тотто.
Беҙ уның менән күрше йәшәнек, мин уны йыш ҡына магазинда осрата инем, Елена Георгиевна – матур күңелле, шул уҡ ваҡытта эске бағанаһы ныҡ кеше ине, уның хәстәрлекле һәм принципиаль, түҙемле һәм тәүәккәл булыуы барыһы бергә ҡушылған ине. Мин уны белеүемә шатмын.
Миҙхәт ХӘКИМОВ, 1965-1990 йылдарҙағы комсомол-партия хеҙмәткәре:
– Кешелекле һәм кеселекле лә була белде ул. Балаларға уның айырым мөнәсәбәте булды. КПСС-тың сираттағы съезынан һуң 3-сө мәктәп уҡыусылары Елена Георгиевнаны үҙҙәренең Ленин скверы янындағы линейкаларына саҡыра. Ул, бар эшен ташлап, улар янына сыға һәм Мәскәү, съезд, илдең киләсәге тураһында һөйләй. Йыл һайын 19 май үткәрелгән бер пионерҙар парады ла унан башҡа үтмәй ине. Пионерия көнөндә балаларға троллейбуста бушлай йөрөһөн өсөн ул ҡаланың троллейбус идаралығы начальнигына мөрәжәғәт итә... Уның хәстәре сикһеҙ ине.
Ул ҡасандыр 1949 йылда фанера-таҡтанан торған Тимер юлы вокзалына килгәйне. Ә беҙгә иҫ китмәле ҡала ҡалдырып ките! Һәр кемгә лә уның һымаҡ сағыу йәшәү бирелмәй!...