Ашҡаҙар
0 °С
Ясно
Хәтер
15 Июня 2021, 12:00

Эстония башҡорттары Салауат Юлаевты хөрмәтләп иҫкә алды

13 июндә Эстонияла Рәсәй илселеге вәкиле һәм «Ағиҙел» Таллин башҡорт мәҙәни ойошмаһы ағзалары Палдиски ҡалаһында башҡорт милли батыры Салауат Юлаев һәйкәленә сәскәләр һалды.

Добавить в предпочтительные источники Google
Палдиски ҡалаһында башҡорт халҡының милли батырына һәйкәл-бюст 1989 йылда Салауат Юлаев скверында барлыҡҡа килә. Уның авторы - РСФСР-ҙың атҡаҙанған рәссамы Тамара Нечаева. 2017 йылдың июлендә мемориал реставрацияланды, ә Палдиски ҡалаһы мэрияһы бинаһында иҫтәлекле таҡтаташ ҡуйылды.
Читайте нас