Һуғыш... Күпме кешенең ғүмерен өҙгән, күпме сабыйҙы етем иткән. Ул көндәр хәтирәһе барыһының күңелендә, йөрәгендә мәңгелеккә уйылып ҡалған. Яу яланында һуғышҡан батырҙарға ла, тыл эшсәндәренә лә рәхмәтебеҙ сикһеҙ. Улар был еңеүҙе яулап алмаһа, беҙ әлеге көндә бындай матур, аяҙ күкле, тыныс илдә йәшәй алмаҫ инек. Шул тыныслыҡта өләсәйемдең дә өлөшө бар. Уйлап-уйлап алам да хайран ҡалам. Ҡыҙ балаға ни саҡлы ауыр тормош кисерергә тура килә бит.
Өләсәйем 1926 йылда 26 октябрендә Әлшәй районының Һарыш ауылында бай, хәлле ғаиләлә тыуған. Атаһы Миниғужа Юнысовтың мал-тыуар, йорт-ҡураһы етеш булған. Ләкин, өләсәйемә дүрт йәш тигәндә, ғаиләгә “кулак” мөһөрө тағылып, мал-тыуарҙарын, йорт-ҡураларын тартып алалар, атаһын Миниғужа Юнысовты ғаиләһе менән себер яҡтарына оҙаталар.
Өләсәйемдең атаһы Миниғужа Юнысов һәм әсәһе Мәрхәбә биш балалары менән сығып китәләр. Төпсөктәре Ғиззатулла имсәк балаһы ғына булған. Өләсәйемдең һөргөндә күргән ғазаптары – үҙе бер тарих. Шулай ҙа нисәмә йылдар һөргөндә булғандан һуң Миниғужа Юнысовҡа ғаиләһе менән үҙебеҙҙең яҡҡа ҡайтырға насип була. Ләкин ҡайтҡан саҡта Туймазы яҡтарында өләсәйемдең әсәһе Мәрхәбә өләсәй гүр эйәһе булып ҡала. Был һынауҙан һуң да ғаилә ныҡ, түҙемле булып ҡала. Тик Миниғужа олатай бирешмәй, һынмай, балаларын да ныҡ тота.
Туймазы яғында ике-өс йыл тирәһе йәшәгәндән һуң, ҡан тартып, улар тыуған яҡҡа ҡайта. Ҡайта тип әйтеүе генә анһат, Миниғужа Юнысов биш балаһы менән ас-яланғас, йәйәүләп, ҡайтырға сыға. Юлда кешенән кешегә кереп, Миниғужа Юнысов балаларын ашатырға тип ниндәй генә эш эшләмәй. Шулай итеп, ҡыш көнө ҡар кисеп ҡайтып етәләр Әлшәй районының Һарыш ауылына.
Ваҡыт үтә, яралар уңалмаһа ла, әсәй наҙына һыуһаған балаларға әсәй кәрәк, Миниғужа ҡарт бик оҙаҡ ҡына уйланып, Фатима исемле апайға өйләнә. Фатима, үгәй инәй булыуға ҡарамаҫтан, биш балаға – әсәй наҙынан мәхрүм ителгәндәргә әсәй була. Уларҙы үҙ балалары кеүек яҡын итә, тәрбиәләй. Тик... тыныс ҡына йәшәй башланыҡ тигәндә генә ҡурҡыныс афәт килә илгә.
“200 грамм икмәк менән көнө-төнө торф сығарҙыҡ”
Кешелек тарихында булған иң яуыз һуғыштарҙың береһе – ул Бөйөк Ватан һуғышы. Өләсәйемдең атаһы Миниғужа Юнысов, өлкән ағаһы Шәйсолтан һуғышҡа алыналар. “Һуғыш башланғас ауылда бары тик ҡарттар һәм балалар ғына тороп ҡалдыҡ. Ул йылдарҙа бөтә халыҡ “Бөтәһе лә фронт өсөн!” лозунгы аҫтында йәшәнеләр. Кешеләр үҙҙәре ас-яланғас хәлдә лә хеҙмәт иттеләр. Серек бәрәңгенән икмәк бешереп, яҙын кесерткән ашы, әрем орлоғонан бутҡа ашап аслы-туҡлы йәшәнек”, – тип хәтер ебен һүтер ине өләсәйем.
Хеҙмәт юлын балаларға ла бик иртә башларға тура килә. “11-12 йәштә көн буйы баҫыу утау, ураҡ менән иген урыу кеүек эштәр башҡарҙыҡ. Бесән әҙерләү башланғас та бесәнгә сыға инек. Эшсе ҡулдар етешмәгәс, иген шул килеш эҫкерткә һалынып, ҡышҡа ингәс, һуғып алына ине. Тағы ла фронтҡа бейәләй, ойоҡ, янсыҡ, һәм башҡа әйберҙәр йыйып ебәрә торғайныҡ. Эш ни хәтлем күп булһа, кеше шул тиклем егәрлеләнеп китә икән, бар эшкә лә өлгөрәһең”, – тип тә һөйләй торғайны ул.
1941 йылда ауылдарға вербовщиктар килеп, 14-15 йәшлек балаларҙы тауар поезына ултыртып, Свердловск өлкәһенә торф сығарырға алып китәләр. Эш ауыр. Ашарға юҡ, планды үтәргә кәрәк, астан үлмәҫ һәм йығылып китмәҫ өсөн улар мүк еләге ашай, шулай иҫән ҡалалар. “Торфты киҫәкләп-киҫәкләп сығарабыҙ, штабелдәргә өйәбеҙ. Арып-талып ҡайтып йығылабыҙ һыуыҡ барактарға. Өҫкә кейергә кейем юҡ, аяҡтарҙа ҙур кирза итек. Ике йыл тирәһе йөрөгәндән һуң ауылға ҡайттыҡ”, – тип күҙ йәштәрен һөртөр ине ҡәҙерле кешем. Тик ил ҡеүәтен нығытыу дауам итә һәм 1943 йылда өләсәйҙе Куйбышевҡа тимер юл төҙөргә алып китәләр. Бер йылдан һуң, 1944 йылдың яҙында Ленинградҡа алып китәләр. Ҡаланы блокаданан һуң таҙартырға, төҙәтергә кәрәк була. Ҡайҙа ла емерек, ташландыҡ, мәйеттәр ҡалдығы... Үҫмер генә ҡыҙға бындай мәхшәрҙе күреүе үҙе бер һынау булғандыр. Барлыҡ ауырлыҡтарға өҫтәп көнөнә 200 грамм икмәк менән генә туҡланып йөрөү уның физик көсөн дә, рухын да нығытмай ҡалмағандыр. Шулай ҙа тағы бер йылдан уға йәнә тыуған еренә әйләнеп ҡайтырға Хоҙай ҡуша.
«Уның үлеменә ышанманыҡ...»
“Атайым да, ағайҙарым да һуғыштан иҫән-һау йөрөп ҡайтты. 43 йылда атайым Миниғужа ҡарттың “хәбәрһеҙ юғалды” тигән хәбәре килгәйне, тик күңел ышанып бөтмәне, көттөк, ышандыҡ уның тере булыуына. Беҙҙең ышаныуыбыҙ аҡланды, имен-аман 1946 йылда ауылға ҡайтып төштө. Бар ауыл менән шатландыҡ” – шундай шатлыҡлы мәлдәр ҙә кисерергә насип була уға.
Һуғыштан һуң колхозда һарыҡ ҡарай башлай өләсәй һәм 1946 йылда яңы ғына һуғыштан ҡайтҡан йәш егет Шәрифйән Хөснөтдиновҡа кейәүгә сыға. Әлшәй районының Ҡунҡаҫ ауылына килен булып төшә ул. Тормош иптәше менән ете бала тәрбиәләп үҫтерәләр.
Бөйөк Ватан һуғышы йылдарындағы фиҙәҡәр хеҙмәте өсөн өләсәйем “Тыл хеҙмәтсәндәре” миҙалы, “Хеҙмәт ветераны” миҙалы, “1941-1945 йылдарҙа Бөйөк Ватан һуғышындағы фиҙәҡәр хеҙмәте өсөн” миҙалдары менән бүләкләнгән. Өләсәйем өсөн бынан ҡәҙерлерәк бүләк юҡ та. Тағы ла шуныһы бик ҡыуандыра, тыл ветерандары Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарына тиңләштерелде. Сөнки уларҙың тырыш хеҙмәтенән, фронт өсөн етештерелгән ярҙамдарынан башҡа еңеү яуланмаҫ ине. Мин дә өлөсәйем менән сикһеҙ ғорурланам, унан бик күп эштәрҙә үрнәк алдым. Уларҙың батыр юлы – беҙҙең бөгөнгө тыныс көндәребеҙ ул.
Бөгөнгө көндә өләсәйем Миниғәлимә үкенескә ҡаршы гүр эйәһе инде. 2016 йылдың 28 октябрендә, туҡһан йәше тулып, ике генә көн йәшәп, Миәкә районында мәңгелек йортона күсте.
Уттар-һыуҙар кискән өләсәй-олатайҙарыбыҙ беҙҙең арала юҡ, шуныһы бик ҡыҙғаныс. Ватан яҙмышы өсөн йәнен бирергә әҙер тороуҙың бер үрнәге булып йәшәне бит улар. Беҙ уларҙың тормош һәм һуғышҡан йылдарын өйрәнеп, халҡыбыҙҙың бына шул батырлыҡ һәм фиҙәҡәрлектәрен онотмайса, киләсәк быуынға ла һөйләп ҡалдырырға бурыслы. Кешелек донъяһы тарих һабаҡтарын оноторға тейеш түгел. Үткәнен онотҡан халыҡтың киләсәге юҡ.
Илһам АБДУЛЛИН,
Стәрлетамаҡ ҡалаһы
Ж. Кейекбаев исемендәге 3-сө гимназияһының 8А класс уҡыусыһы.