Ашҡаҙар
+12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Хәтер
22 Июнь 2021, 15:00

Мин сабаталы һуғыш осоро малайы

Бөгөн Советтар Союзына ҡаршы, Германия фашистарының иғланһыҙ һуғыш башлауына 80 йыл тула. Ер баҫып алырға теләгән фашистарҙы тар-мар итеү өсөн, илебеҙҙең бәйһеҙлеген һаҡлап ҡалыу өсөн Бөйөк Ватан һуғышы башлана ул көндө.

Илебеҙҙең берҙәм халҡы, Ҡыҙыл Армия 5 йылға яҡын барған ҡурҡыныс һуғыш осоронда фашистарҙы еңеп сыҡты һәм күп Европа илдәрен азат итте. Шул уҡ ваҡытта был һуғыш илебеҙҙе бик ҙур бөлгөнлөккә һәм ауырлыҡҡа төшөрҙө. Фашистар 1710 ҡаланы һәм ҙур ҡасабаны емереп таланылар, 70 мең ауылды яндырҙылар һәм 32 мең заводты сафтан сығарҙылар. 26 миллионға яҡын халҡыбыҙ һуғыш ҡырҙарында һәләк булып, тыуған яҡтарына ҡайта алмайынса, сит ерҙәрҙә ятып ҡалдылар.

Бөйөк Ватан һуғышы, немец фа-шистарын еңеү менән туҡталғас, ауыр-лыҡтарға ҡарамаҫтан, эшсән халҡыбыҙ илебеҙҙең ҡеүәтен кәрәкле дәрәжәгә күтәрҙе.
Һуғыш барған ваҡытта, тормош көтөү шарттары бигерәк тә ҡатын-ҡыҙҙар һәм балалар өсөн ауырлашты. Ҡатындарға барлыҡ ирҙәр эше өҫтәлһә, беҙ, балалар әсәйҙәребеҙгә ярҙам итеп, йорттағы эштәрҙе һәм көс етерлек эштәрҙе заводта, колхоз баҫыуҙарында башҡарҙыҡ. Аслы-туҡлы эшләп йөрөнөк. Өҫкә кейергә кейем булманы. Етен үҫтереп, киндер күлмәк, киндер ыштан кейҙек. Аяҡтан 18 йәшкә тиклем сабата төшмәне. Беҙ уҡығанда дәреслектәр, уҡыу әсбаптары, ҡағыҙ, ҡәләм кеүек әйберҙәр булманы. Уйынсыҡтар яғын ҡараһаҡ, улар ҙа юҡ ине. Ағас тамырынан шарҙар, тәгәрмәстәр яһап, уйнап йөрөй инек.

Беҙ һуғыш осоро балалары ауыр-лыҡтарға бирешмәй, дуҫ йәшәнек. Беҙҙе үткән һуғыш сыныҡтырҙы, тормош көтөргә, эште һөйөргә, әпәкәйҙең тәмен, кейемдең ҡәҙерен белергә һәм оҙаҡ йылдар йәшәргә өйрәтте.
Үткән йылда, 85 йәш тулыу уңайлы, миңә Стәрлетамаҡ ҡала хакимиәте етәкселәре иҫтәлеккә “Һуғыш балалары” миҙалын бүләк иттеләр. Шуға ҡарап һөйөнөп ҡуям, әммә күргән михнәттәрҙе иҫкә төшөрһәм, түҙеп тора алмаҫлыҡ үкенестәр, һағыштар ҙа биләп ала. Илебеҙгә ғүмерлек тыныслыҡ теләйем артабан.

Рәлиф РӘХИМОВ,
хеҙмәт ветераны.
Автор:IMPORT Сервисный
Читайте нас: