Ашҡаҙар
+12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Хәтер
23 Июнь 2021, 13:00

Абрар Ғабдрахманов иҫтәлегенә таҡтаташ асылды

Өфөлә күренекле композитор, Башҡортостандың халыҡ артисы Абрар Ғабдрахманов йәшәгән йортта уның иҫтәлегенә таҡтаташ асылды.

Тормош иптәше Нажиә Аллаярова уның хаҡында йылы хәтирәләре менән бүлеште.
Абрар Хаҡ улы Учалы районы Наурыҙ ауылында тыуған. Өфө дәүләт сәнғәт институтын тамамлағандан һуң Өфөнөң 8-се музыка мәктәбендә уҡытҡан. 70-се йылдарҙа БАССР-ҙың Телевидение һәм радиотапшырыуҙар буйынса дәүләт комитетының музыкаль мөхәррире була.
Талант эйәһенең ижады бай тематикалы. Абрар Ғабдрахманов башҡорт халыҡ көйҙәренә нигеҙләнгән «Йәмле Яйыҡ буйҙары» симфоник картинаһы, «Башҡорт бейеүҙәре» симфоник сюитаһы, «Төнгө серенада» кеүек популяр йырҙар һәм романстар авторы. Балалары, ейәнсәрҙәре музыкаль ғаилә династияһын дауам итә.
Баш ньюс.
Автор:IMPORT Сервисный
Читайте нас: