Ашҡаҙар
+26 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Хәтер
24 Июнь 2021, 17:25

Эх, класташтарым...

Үткән йылда Ишембай районы Йәнырыҫ урта мәктәбен тамамлауыбыҙға 40 йыл тулды… 40 йыл ғүмер аҙ түгел, класташтар менән осрашырға бик дәртләнеп йөрөһәм дә яҡын кешем бәхетһеҙлеккә осрау сәбәпле, ҡайта алмай ҡалдым. Бер-бер артлы атай-әсәйемде ҡапыл юғалтыу ҡайғыларынан да терелеп бөтмәгәйнем әле.

Кешегә ҡайғы килһә, кемдең кем икәне беленә бит ул. Иң яҡын дуҫым тип йөрөгәндәр юғалып бөттө, ә уҡығанда класс старостаһы булған Сәлимә Әхмәтйәнова телефонымды табып, гел хәлемде белеп, изге доғаларын уҡып торҙо. Класташтар менән осрашыу уҙғас, ул миңә шылтыратып, кемдәр ҡайтҡанын ентекләп һөйләне, “Их, үҙебеҙҙең егеттәр, шул тиклем афариндар, ҡыҙҙарға эш ҡалдырмай әҙерләнгәндәр”, – тип һөйөндө. Уның менән аралашҡан арала тормошонан уңғанын, тормош иптәшенең оҫта ҡуллы эшһөйәр ир булыуын аңланым, өҫтәүенә бәхетле әсәй ҙә икәнлеген белдем. Үҙе мәктәп йылдарынан шәкәр диабеты менән сирләһә лә, бер ҡасан да зарланманы, бәхетле йәшәгән һымаҡ тойолдо ул миңә.
Тик... ваҡыт уҙғас Сочиҙан икенсе бер класташым шылтыратып, Сәлимәнең яҡты донъяларҙан китеүе тураһында хәбәр итте. Был үкенесле хәбәрҙән йөрәгем өҙөлөп төшә яҙҙы. Сөнки пандемия арҡаһында иң ғәзиз кешеләрҙе лә һуңғы юлға оҙатырға барыу тыйылған ваҡытҡа тура килде уның үлеме. Үлеме лә ябай түгел ине шул, донъяны биләп алған сирҙән китте һабаҡташым...
Осрашыуға бара алмаһам да, унан алдараҡ “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” байрамына ҡатнашырға насип булды. Шул ҡайтыуымда класташтарҙың бер нисәһе менән күрешеп, оҙаҡ аралаштыҡ. Йәйге күлмәктән генә мәктәп уҡыусыһы һымаҡ матур булып баҫып торғаны Сәлимәкәй ине. Күҙ алдымда әле лә шулай торған кеүек ул. Ошо ҡайтыуымда мин тағы ла бер класташымды һуңғы тапҡыр күреүемде башыма ла килтермәнем. Өҫтәл артында ҡатыны менән икәүләп тәмле сәйҙәр яһап беҙҙе һыйлаусы Рәфит Иғҙисамов ине. “Дүрт самауыр сәй ҡайнаттым, үҙем бер сынаяҡ та эсмәнем”, – тип шаяртып ҡаршы алған булды мәрхүмкәй. Сәлимәнең үлеменән айнып өлгөрмәгәйнек әле, Рәфит Юнир улының да ошо аяуһыҙ сир менән китеп барыу хәбәре килде. Ул да Сәлимә кеүек уҡығанда иң яҡшы уҡыған уҡыусыларҙың береһе ине, өлгөлө ғаилә башлығы булып, балаларын уҡытып, башлы-күҙле итергә өлгөргән ине, ауылда етәксе вазифаларҙа эшләгән ваҡытта ауылдаштарҙың ихтирамын яулауы билдәле, шәхси эшҡыуарлыҡҡа тотонғанда балаларға Яңы йыл алдынан хәйриә акциялары ойоштороуы мәғлүм. Бер һүҙ менән әйткәндә, ерҙә матур эҙ ҡалдырып китте класташтарымдың икеһе лә... Йөрәк кенә был мәғәнәһеҙ юғалтыуҙы ҡабул итмәй интегә. Сәлимә менән Рәфит класташтар араһында иң мәҙәниәтле, тәртипле, итәғәтле булыуҙары менән айырылып торҙо… Икеһе лә иртә киттеләр мин уларҙың ожмах түрендә булыуҙарын теләйем, ә ҡалғандар иҫән булһындар! Был сир беҙҙе урап үтһен инде, ә яҡындар менән күберәк күрешеп, аралашып торайыҡ, донъялар үкенескә ҡалмаһын, дуҫтар!..
Римма ҒӘЛИМОВА.
Сәлимә ӘХМӘТЙӘНОВА фотоһы.
Автор:Римма Галимова
Читайте нас: