Ашҡаҙар
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Хәтер
19 Ноябрь 2021, 12:20

Куликовтың исеме мәңгеләштерелә

Стәрлетамаҡта Ҡала советының ун етенсе ултырышында  ҡала хакимиәтенең элекке башлығы  Владимир Куликовтың исемен мәңгеләштереү мәсьәләһе ҡаралды.

Куликовтың исеме мәңгеләштерелә
Куликовтың исеме мәңгеләштерелә

Депутаттар Владимир Куликов уҡыған 1-се лицецға уның исемен биреү тураһында юллап Хөкүмәткә мөрәжәғәт итергә уйлай. Бынан тыш, "Прибрежный" биҫтәһендәге бер урамға Владимир Куликов исемен бирәсәктәр. Шулай уҡ йыл һайын Владимир Куликов иҫтәлегенә  патриотик йүнәлештәге фестиваль уҙғарыласаҡ. 

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Владимир Куликов Стәрлетамаҡ ҡала хакимиәтен 2016 йылдың  ноябренән  2021 йылдың октябренә тиклем етәкләне. Владимир Иванович ҡаты ауырыуҙан һуң 2021 йылдың 4 ноябрендә яҡты донъянан китте.

Р.ЗАМАНОВА.


Куликовтың исеме мәңгеләштерелә
Куликовтың исеме мәңгеләштерелә
Автор:Роза Сафина
Читайте нас: