Ашҡаҙар
-1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Хәтер
22 Ноябрь 2021, 18:00

Иғтибар, яңы флешмоб

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ағымдағы йылдың 15 ноябренән 14 декабргә тиклем халҡыбыҙҙың арҙаҡлы шәхесе, бөйөк мәғрифәтсе Мифтахетдин Аҡмулланың тыуыуына 190 йыл тулыуға ҡарата һәм Башҡорт теле көнө айҡанлы шиғри флешмоб иғлан итә.

Иғтибар, яңы флешмоб
Иғтибар, яңы флешмоб

Бәйгенең шарттары бик ябай: үҙегеҙ һайлап, Аҡмулланың шиғырын яттан һөйләргә, видеоға төшөрөргә, уны социаль селтәрҙәге шәхси сәхифәләрегеҙгә #Аҡмулла , #БашҡортТелеКөнө#Ҡоролтай#Курултай хештегтары менән һалырға кәрәк.

Шуныһын иҫегеҙҙә тотоғоҙ: видеояҙманың оҙонлоғо 2 минуттан артырға тейеш түгел!

Шулай уҡ, флешмобҡа тәҡдим ителгән видеояҙмала:
  ҡатнашыусының исем-шәрифе
  йәшәгән урыны (ҡала, район)
  әҫәр исеме яҙылырға тейеш.
Хәйерле сәғәттә! Уңыштар!

Автор:
Читайте нас: