Ашҡаҙар
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Хәтер
23 Ноябрь 2021, 15:59

Шәп кеше ине ул Риф ағай!

Риф ағай ҙа китеп барҙы... Йәнә бер аҫыл шәхесебеҙ коронавирус ҡорбаны булды... Сираттағы ошо йән өшөткөс хәбәр йәшен тиҙлегендәй таралды. Был ҡәһәрле зәхмәт күпме шәхестәребеҙҙе алып китте! Инде артабан бындай ҡот осҡос хәлдәр булмаһын тип йөрәк өшәнеп тора.

Шәп кеше ине ул Риф ағай!
Шәп кеше ине ул Риф ағай!

Риф Дәминев. Ул Стәрлетамаҡ тормошоноң аҫыл бер биҙәге ине. Стәрлетамаҡ тим инде, беҙ ни (эстәрлеләр) элек-электән “айырым хужалыҡ” булдыҡ бит инде. Ә нисек гөрләтте улар дәүере Эстәрлене! Хәйер беҙҙең ҡаланы ғынамы һуң?!.

Үҙенең эшен, студенттарын сикһеҙ яратҡан булдыҡлы етәксе, композитор, шағир, яҙыусы – бына шундай шәп ағай ине ул Риф Абдулла улы!

Стәрлетамаҡ химия-технология техникумын етәкләү менән бергә, тиҫтәләгән йыл ҡала башҡорттары ҡоролтайы рәйесе булғанда халыҡ өсөн әллә күпме маһир эштәр башҡарҙы ул.

Стәрлетамаҡ ҡалаһының почетлы гражданы, билдәле химик, яҙыусы, йәмәғәт эшмәкәре, шағир. Хәйер, мин әле уның регалияларын һанап сығыуҙы маҡсат итеп ҡуйманым. Уның кешелек сифаттарын ғына бер аҙ иҫкә төшөрөп үтмәксемен.

 Ошондай ҙур вазифаларҙы тартыу менән бергә, моңло күңеленән күпме йырҙар тыуҙырырға, хикәйәләр, хатта “Йән һәм Йыһан” тигән күләмле роман яҙырға ла өлгөрҙө (ваҡыт тапты) бит ул! “Мин – яҙыусы”, “Мин – композитор” тип (тамаҡ йыртып) әллә кем булып та маташманы. Үҙе тыуып үҫкән йәйрәп ятҡан Хәйбулла далаһындай киң күңелле кеше булды. Йырҙары ла уның Һаҡмар йылғаһындай берсә тымыҡ, берсә ярһыуланып урғылып тора бит. “Көмөш туйҙар”, “Нисә йылдар көтәм бит инде”, һүҙҙәрен дә, көйөн дә үҙе яҙған “Ҡайтсы, балам!” һәм башҡа бик күп йырҙары халыҡ күңелен бермә-бер яулап алды.

Һын ҡатырғыс юморескаларын, уймаҡ хикәйәләрен, шиғырҙарын уҡып йәнеңә дауа алаһың. Ана шул тәбиғәттән килгән йор күңеллелеге, тәрән аҡылы, баҫалҡылығы менән бөйөк булып ҡала белде ул.

Былтыр йәй июнь айында Риф Абдулла улының юбилейы уңайынан үҙе менән күҙгә-күҙ ҡарашып һөйләшергә насип булды. “Мәңгелек ут” һәйкәле артындағы скверҙа эскәмйәлә ултырып һөйләштек. Риф ағай битлек кейгән, бирсәткә кейеп алған, минән ситкәрәк тайпылып, коронавирустан һаҡланып ҡына һөйләшкәйне... Артыҡ бер ҡайҙа ла йөрөмәйем. Ҡатыным менән ошо тирәлә саф һауа һулап йөрөп киләбеҙ тигәйне. Ошо осрашыуҙан һуң бүтән күрешмәнек. Мәңге дәртле, йәшәү көсө урғылып торған ағайыбыҙ ҙа бирешер икән, шул тиклем һәр нәмәгә талапсан ҡараған, яуаплы кешегә лә ҡағылыр икән был ҡәһәрле зәхмәт?!. Нишләйһең бит, был донъяла беребеҙ ҙә мәңгелек түгел шул.

“Ҡоролтайҙы етәкләгәндә фатир юллап килһендәрме, әбейҙәр картуф алып килеү өсөн машина һораһынмы, башҡа бик күп мәсьәләләр менән мөрәжәғәт итәләр ине. Кеше күҙ төбәп өмөтләнеп һиңә килгән икән, ҡулдан килгәнсә ярҙам итергә тырышаһың”, – тип һөйләгәйне Риф ағай. Ана шулай, халҡын, илен хәстәрләп үтте уның ғүмере, заяға үтмәне.

Тормошта яҡты эҙ ҡалдырып киткән күркәм шәхес һәммәбеҙҙең дә йөрәгендә һәр саҡ яҡты бер Йыһан йондоҙо булып балҡыр. Һине халыҡ онотмаҫ, тыныс йоҡла, Ил ағаһы! Йәнең үҙең яҙған “Йән һәм Йыһан” романыңдағы Йыһанда – йәннәт түрендә булһын!

 Роза ҠОБАҒОШОВА.

Шәп кеше ине ул Риф ағай!
Шәп кеше ине ул Риф ағай!
Автор:Роза Сафина
Читайте нас: