Ашҡаҙар
+26 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Хәтер
25 Ноябрь 2021, 16:00

“Бында башҡорт халҡының бөйөк улын онотмайҙар”

Вице-премьер Азат Бадранов Сәғүд Ғәрәбстаны короллегенә сәфәре барышы менән таныштырҙы.  

“Бында башҡорт халҡының бөйөк улын онотмайҙар”
“Бында башҡорт халҡының бөйөк улын онотмайҙар”

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Азат Бадранов Сәғүд Ғәрәбстаны короллегенең Джидда ҡалаһында үткән “Рәсәй – Ислам донъяһы”стратегик күҙаллау төркөмөнөң ултырышында ҡатнаша. Был хаҡта ул социаль селтәрҙәге сәхифәһендә яҙҙы.

“95 йыл элек Джиддала Совет Рәсәйенең резиденцияһы урынлашҡан була, унда легендар Кәрим Хәкимов эшләй. Бында уны хөрмәтләп иҫкә алалар, бөгөнгө форумда ла башҡорт халҡының бөйөк улының исеме йыш  яңғыраны.

Башҡортостан Башлығы Радий Фәрит улы Хәбиров исеменән Сәғүд Ғәрәбстаны короллеге етәкселегенә тәғәйенләп, Сит ил эштәре министрының беренсе урынбаҫары Вәлид Әл-Корейджиға Кәрим Хәкимовтың Бишбүләк районының Дүсән ауылындағы йорт-музейының фоторәсемен тапшырҙым.

Ғәрәптәр менән аралашыуҙа миңә бөгөн Ислам хеҙмәттәшлеге ойошмаһында Рәсәйҙең даими вәкиле урынбаҫары булып эшләгән хөрмәтле Илдус Ғөбәйҙулла улы Илешев ярҙам итте. Дөрөҫөн әйткәндә, мин уның унда эшләүен, Джиддала йыш булыуын белмәй инем һәм был сәфәр барышында осратырмын тип уйламағайным. Илдус Ғөбәйҙулла улы өлкән иптәш булараҡ һәм башҡорттарға хас ихласлыҡ күрһәтеп, беҙҙең командировка барышында һәр яҡлап ярҙам күрһәтә”, - тип яҙҙы Азат Шамил улы.

Фото: Азат Бадрановтың социаль селтәрҙәге сәхифәһе.  

bashgazet.ru

Автор:
Читайте нас: