Ашҡаҙар
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Хәтер
10 Декабрь 2021, 12:38

Ырымбур өлкәһендә Рауил Бикбаев көндәре дауам итә

Шағир иҫтәлегенә арналған сараны республикабыҙҙың Мәғариф һәм фән министрлығы ойошторҙо. Рәсәй төбәктәрендә башҡорт телен үҫтереүгә һәм киңерәк танытыуға арналған сара дистанцион рәүештә уҙа.

Ырымбур өлкәһендә Рауил Бикбаев көндәре дауам итә
Ырымбур өлкәһендә Рауил Бикбаев көндәре дауам итә

Рауил Төхвәт улы дәүер шағиры булараҡ танылды. Ул замандаштарын борсоған мәсьәләләрҙе ҡыйыу һәм тура итеп әйтә белде, әҫәрҙәре менән башҡорт шиғриәтен юғары кимәлгә күтәрҙе.  Әҙип республиканы сит илдәрҙә лә танытты. “Яҡшы кеше булды, халҡын өҙөлөп яратты”, - ти Рауил Бикбаевтың ҡатыны Фәриҙә Бикбаева.

Беҙҙең арала булһа, 12 декабрҙә Рауил Бикбаевҡа 83 йәш тулыр ине.

Автор:
Читайте нас: