Ашҡаҙар
+10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Хәтер
19 Ғинуар 2022, 11:00

АЛДАН ЮЛ ЯРЫУСЫ ҒАЛИМ, ШӘХЕС Фән эшмәкәре, яҙыусы Роберт Байымовтың 85 йыллығына ҡарата

Беҙ башҡорт халҡының бүтән халыҡтар менән тиңлеген иҫкә төшөрөргә яратабыҙ. Ләкин тиңдәр араһында тиң булыу, башҡаларҙың һине хөрмәт итеүе буш урында тыумай. Милләтте уның аҡыл эйәләре күтәрә, башҡа милләттәргә таныта. Көнсығыш әҙәбиәттәре белгесе, Республиканың С.Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, БФ академияһының ағза-корреспонденты, филология фәндәре докторы, профессор Роберт Нурмөхәмәт улы БАЙЫМОВ ана шундай шәхестәребеҙҙең береһе ине.

АЛДАН  ЮЛ ЯРЫУСЫ  ҒАЛИМ, ШӘХЕС  Фән эшмәкәре, яҙыусы Роберт Байымовтың 85 йыллығына ҡарата
АЛДАН ЮЛ ЯРЫУСЫ ҒАЛИМ, ШӘХЕС Фән эшмәкәре, яҙыусы Роберт Байымовтың 85 йыллығына ҡарата

Стәрле менән һәр саҡ бәйләнештә булды

Башта арҙаҡлы ғалимды Стәрлетамаҡ менән бәйләгән ептәр хаҡында һөйләргә теләр инем. Роберт Байымов урта мәктәпте тамамлағас, СДПИ-ның физика-математика факультетына уҡырға инә. Юғары белемде тап Стәрле ерендә ала башлауын ул уңайы тура килгән һайын әйтергә яратыр ине. Ләкин әҙәбиәткә булған ҡайнар һөйөүе уны тел һәм әҙәбиәт донъяһына тарта. Армиянан һуң Роберт Байымов ижади атмосфера гөрләп торған Өфөгә ҡайта һәм уҡыуын филология факультетында дауам итә. Әммә ул бәйләнеш ептәрен бер ҡасан да өҙмәне.
Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия академияһы З.Биишева исемен йөрөткән 2008-2012 йылдарҙа Роберт Нурмөхәмәт улы беҙҙең вуз тормошо менән ҡайнап йәшәне. Юғары уҡыу йортона халыҡ яҙыусыһы исеме бирелһен дә, республикалағы төп әҙәбиәт белгестәренең береһе ситтә ҡалһынмы инде? “Башҡорт халыҡ яҙыусыһының исемен алғас, башҡорт әҙәбиәте кафедраһының яуаплылығы артыр”, – тине ул. Ысынлап та, яуаплы бурыс – үтә лә ҡыҫҡа ваҡыт эсендә яҙыусы музейын булдырыу бурысы ҡуйылды. Бихисап ойоштороу эштәре йөкмәтелгәс, баҙабыраҡ ҡалып, остазыбыҙ янына йүнәлдем. Күгәрсен ерендә яҙыусының төп музейы гөрләп эшләп торғанда, музейҙың үҙ йөҙө булырға тейешлеге мәсьәләһе лә ҡалҡып сыҡты. Роберт Байымовтың аҡыллы кәңәштәре ныҡ ярҙам итте. Һүҙ ыңғайында ағайҙың бер сифатын да әйтеп үтеүҙе кәрәк һанайым: бер ҡасан да ваҡыт юҡлығына һылтанмаҫ, бар иғтибарын биреп тыңлар ине, әйтерһең, уның башҡа бер эше лә юҡ! Ә бит ул кафедра мөдире, лекциялар уҡый, тиҫтәләгән аспиранттар етәкләй, “Йәдкәр” журналының мөхәррире, башҡа журналдарҙың, редколлегиялар, диссертация советының ағзаһы булараҡ, ҡульяҙмалар уҡырға тейеш, өҫтәүенә, тарихи романдар авторы архивтарҙа күп эшләне. “Материал аяҡ аҫтында, Зәйнәб Биишеваның трилогияһына арнап ҡына ла айырым музей ойошторорға булыр ине”, – тигән һүҙҙәре ҡанат ҡуйҙы. Ғөмүмән, ул, киң ҡарашлы ғалим булараҡ, проблеманы үткер ҡуя, дөрөҫ хәл итеү юлдарын күрһәтергә оҫта, идеялары менән бүлешергә сикһеҙ йомарт ине. Остазыбыҙ эш барышы хаҡында һәр саҡ ҡыҙыҡһынып торҙо. Зәйнәб Биишеваның уға яҙған хаттарының копияларын музей фондына тапшырҙы. Зәйнәб Биишева ижадын бик тәрәндән аңлап өйрәнеүсе лә ине ул. “З.Биишева ижадын өйрәнеүселәр” тигән стендҡа Р.Байымовтың фотоһын, хеҙмәттәрен урынлаштырҙыҡ.
Бынан тыш, башҡорт һәм төрки филологияһы факультетында Роберт Байымов әҙерләгән, фатихаһын биреп фән юлына сығарған белгестәр эшләй: шәхсән үҙем, Айнур Үтәев, Рита Фәтҡуллина, Илнур Дилмөхәмәтов. Шундай Уҡытыусың, Остазың булыу, оло шәхестең тормош юлында осрауы үҙе бер бәхет булған.

Талапсан да, ябай ҙа ағай ине

Тормошомда ҙур роль уйнаясаҡ, мине ғалимлыҡ юлынан алып китәсәк Роберт ағайҙы күреүем 1982 йылда, ғәйәт етди, иғтибарлы ҡарашлы ағай беҙҙең төркөмдәрҙә лекция уҡый башлағас булды. Энциклопедик, ғәйәт тәрән белеме менән хайран ҡалдыра ине. Белемле, энергиялы йәш белгестең кафедраға эшкә ҡайтыуы, ул университетта эшләгән осор – республикаға ижади көстәр әҙерләү өлкәһендә үтә лә әһәмиәтле йылдар булған. Хәҙер аңлауымса, ижади йәштәр менән эшләүҙе, республиканың мәҙәни тормошонда әүҙем ҡатнашырлыҡ, бай фекерле, белемле алмаш әҙерләүҙе төп бурысы итеп ҡуйған ул. Һикһәненсе йылдарҙа ижади йәштәр шаулап гөрләп әҙәбиәткә килдеме? Барыһынан да бигерәк, Р.Н.Байымов етәкләгән кафедраның ижади йәштәр менән системалы эшләү һөҙөмтәһе ул. “Шоңҡар” әҙәби түңәрәге лә һикһәненсе йылдарҙа гөрләп торҙо, ижади көстәрҙе туплай, бер-ләштерә, үҙ бурысын намыҫ менән үтәй алды. “Шоңҡар”ҙың матур осорҙарының береһендә түңәрәк старостаһы булыуым, ижади тормошта ҡайнап йәшәгәнебеҙ өсөн ғорурланам. Күңелле, ләкин ауыр ҙа, яуаплы ла ине был эш, сөнки түңәрәктә бит Рәйес Түләк, Рәмил Ҡолдәүләт, Ғәбиҙулла, Фәрзәнә Аҡбулатова, БДПИ-нан килеп ҡатнашҡан Әхмәр Үтәбаевтар һ.б. аҙаҡ киң билдәле шәхестәр булып китәсәк йәштәр ағза булып тора! Роберт ағай беҙҙе ҡаты тотоп эшләтте. Үҙебеҙҙе уҡытҡан ағайҙарҙың талапсан да, ябай ҙа була алыуҙарын шунда белдем. Беҙ бит уҡытыусыларыбыҙҙы сикһеҙ хөрмәт итә, ҡурҡа ла инек...

Тотош фәнни мәктәбе формалашты

Роберт Байымов етәкселегендә кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлаусылар – ул әҙерләгән кадрҙар элек ағай үҙе етәкләгән кафедрала, университет филиалдарында ең һыҙғанып эшләп йөрөй. Роберт Нурмөхәмәт улының тотош фәнни мәктәбе формалашты. Башҡорт әҙәбиәтенең жанрҙар һәм стилдәр тәбиғәтен өйрәнеүҙе, көнсығыш әҙәбиәте менән тамырҙарын юллауҙы маҡсат иткән диссертациялар әҙәбиәт тарихын бик күпкә байытты. Миңә уға курс, диплом эштәре яҙыу, аҙағыраҡ тәүге аспиранты булыу бәхете тейҙе.
Башҡорт прозаһы үҫеше мәсьәлә-ләренән тыш, Көнсығыш классикаһын, Урта Азия һәм Себер төрки халыҡтарының тарихын, фольклорын ентекләп өйрәнер-гә лә ваҡыт тапты ул. Ғалимдың халыҡ-ара ғилми форумдарға ошо йүнәлеш буйынса әҙерләгән мәҡәләләре, уҡыу программалары, айырым китаптары боронғо Урал-Волга, Алтай, Себер, Яҡын Көнсығыш, Һинд һәм Иран халыҡтарының яҙма ҡомартҡыларын сағыштырып өйрәнеүҙә яңы аҙым булып торҙо. Ныҡышмалы эш һөҙөмтәһендә 2005 йылда “Великие лики и литературные памятники Востока” тигән хеҙмәте донъя күреп, ул республикабыҙҙың “Йыл китабы” исемен алды. Ул сағыштырмаса әҙәбиәт ғилеменә нигеҙ һалыусыларҙың береһе булып танылды

Йәшәү мәғәнәһен эҙләп...

Роберт Байымов ғалим да, яҙыусы ла ине. Үҙ-ара аралашыуҙа тәрән фекерлелеге, һинең әйткәнеңде тиҙ генә йомғаҡлап, үтә зирәк рәүештә баһа бирә барыуы – уның ғалимлығына, ә кинәйәләп, мәрәкәләп ебәрергә яратыуҙары яҙыусылығына бәйле булғандыр. Үҙе иҫән саҡта баҫылып сыҡҡан иң һуңғы әҙәби китабы – “Төштәр ҡабатланмай”. Роберт Нурмөхәмәт улы ошондағы сюжеттар хаҡында йыш телгә алырға яратты. Күрәһең, был йыйынтыҡ ғүмерлек күҙәтеүҙәренән, һығымталарынан тыуғандыр. Ошо китап хаҡында һөйләшеү беҙҙең ҡара-ҡаршы ултырып һуңғы аралашыу булырын кем белгән? 2010 йыл. Китапҡа ингән “Хыялый” хикәйәһен иҫкә алдыҡ, ул ағайҙың үҙе ныҡ яратҡан әҫәрҙәре рәтендә ине булһа кәрәк. Уҡытыусыбыҙ бик нескә психолог та ине, бәлки шуғалырмы... хикәйәлә ябай ауыл көтөүсеһе хаҡында һүҙ бара. Ул яҙғы ташҡын ваҡытында үҙ ғүмерен уйламай, малдарҙы ҡотҡарып йөрөй. Хикәйәнең сюжетына Роберт Нурмөхәмәт улы былай аңлатма бирә: “Шундай заман килде бит, Рәйсә, бөтәһе лә иҫәп-хисапҡа ҡорола. Кеше улай йәшәй алмай. Ул хыял, идея өсөн йәшәргә тейеш, йәшәү мәғәнәһе шунда...”
Унан алдараҡ баҫылған “Сыбар шоңҡар” романы Башҡортостан дәүләт-селеге өсөн барған көрәш тураһында булып, Р.Н.Байымов бында тарихсы булараҡ сығыш яһағайны. Роман 1997 йылда Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһына лайыҡ булды. “Карауан килә Бағдадтан” романында төпкөлдәргә кит-кән тарих, IХ быуатта барған ваҡиғалар бәйән ителә. Һуңғы көнөнә тиклем тик алға барыусы, камиллашыусы булып ҡалды ул.


Фольклормы әллә милли әҙәби ҡомартҡымы?

Ә фәнгә әйләнеп ҡайтҡанда, ғүмеренең һуңғы йылдарында ул әҙәбиәт тарихын, уның антик осорон күҙаллауға ҡарата үҙе-нең яңы концепцияһын тәҡдим итте. Был да иҫ киткес ҡыйыу аҙым ине. Уның фекерҙәре милли интеллигенция, ғилми йәмәғәтсе-лек өсөн күпмелер дәрәжәлә көтөлмәгәнсә булды. Милли әҙәбиәтебеҙҙең бәҫен күтәреү, уның үҫешен эҙмә-эҙлекле кү-ҙаллау маҡсатында абруйлы ғалим халыҡ ижады һәм әҙәбиәт сиктәрен, уларҙа нығынған ҡалыптарҙы ҡайтанан ҡарап сығыу кәрәклеген дәлилләне. Бер факт барыбыҙға ла мәғлүм: боронғо башҡорт әҙәбиәте, бигерәк тә урта быуаттар осоро, үҙ милли йөҙө булған әҫәрҙәргә ҡытлыҡ кисерә. Роберт Байымов тап шунан сығыу юлдарын эҙләне. Башҡа халыҡтарҙағы “Одиссея”, “Илиада” кеүек, әҙәбиәттең антик осорҙарын билдәләшер, ошо мәшһүр әҫәрҙәргә тиң әҙәби ҡомартҡылар бар бит? Артабан һүҙҙе ғалимдың үҙ һүҙҙәре менән дауам итәйек: “Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, профессиональ әҙәбиәттең барса һыҙаттарына эйә, реаль тарихи тамырҙары булған эпик ҡомартҡылар (һүҙ “Урал батыр”, “Аҡбуҙат”, “Иҙеүкәй менән Мораҙым”, “Тарғын менән Ҡужаҡ”, “Ек Мәргән” һ.б. – авт.) бөгөнгө көнгә саҡлы милли әҙәбиәт тарихынан фольклор әҫәре тип ситтә ҡала бирәләр”, – тине ул әсенеп. Артабан Роберт Нурмөхәмәт улы “Урал батыр” эпосы геройын Заратуштра, Махабхарата, Рама Кришна, Брахма, Одиссей һ.б. донъя антик әҙәбиәтендә билдәле геройҙар менән сағыштырып өйрәнеү, жанр атамаларын барлап сығыу хаҡындағы фекерҙәрен еткерҙе. Ризалашып, баш ҡағыусылар ҙа был эштең мөһимлеген тулыһынса аңлап етмәне шикелле. Ә риза булмаусылар унан да күберәк ине. Нисек кенә булмаһын, профессорҙың әҙәбиәт тарихына бәйле фекерҙәре дауам итеүҙе көтә, әлбиттә. Уның кеүек системалы эш алып барғанда, был эштәрҙе тамамлап ҡуйырға була...

Көс-ҡеүәткә эйә шәхестәре булған халыҡ!

...Уҡытыусым менән һуңғы тапҡыр телефон аша булһа ла аралашып ҡалыуым 2010 йылдың 30 апрелендә, уның яҡты донъяны мәңгегә ташлап китеренә ни бары бер нисә сәғәт ҡалғас булды. Шул йылдың май уртаһында беҙҙә “Биишева уҡыуҙары” үтергә тейеш ине. Миңә Роберт Нурмөхә-мәт улының ризалығын алып ҡуйыу кәрәк. Ағайҙың эше күп, ваҡытын планлаштыр-ғанда, иҫтә тотһон, йәнәһе. Киске сәғәт етеләрҙә ине булһа кәрәк, шылтыраттым. Тауышының тоноҡлоғо хафаға һалды. Шулай булһа ла, конференцияның көнөн әйтеп, килеүен үтенәм. “Бара алмаҫмын шул, Рәйсә!” – тине ул нисектер бик-бик һағышлы итеп. Йөрәгем өҙөлөп киткәндәй булды: “Нишләп һеҙ дауаханаға бармайһығыҙ, Өфө тулы табип?!.” “Үтер әле”, – тине. Үтмәне шул. Бер нисә сәғәттән уны “Ашығыс ярҙам” алып китә. 1 майҙа уны мәңгелек йортона оҙаттыҡ...
Барыһы халҡыбыҙ тарихы, уның мәшһүр шәхестәренә барып тоташа. Р.Н.Байымов кеүек интеллектуаль көс-ҡеүәткә эйә шәхестәре булған халыҡ йәшәргә һәм үҫергә һәләтле, уның киләсәге бар. Халыҡ-тың ошо өмөттәрен нығыта алғаны, һәр саҡ киләсәккә ҡарағаны өсөн дә олуғ ғалим һәм шәхес булды хөрмәтле остазыбыҙ Роберт Нурмөхәмәт улы Байымов!


Рәйсә ИЛИШЕВА,
филология фәндәре кандидаты, БДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалы башҡорт һәм төрки филологияһы факультеты деканы.

АЛДАН  ЮЛ ЯРЫУСЫ  ҒАЛИМ, ШӘХЕС  Фән эшмәкәре, яҙыусы Роберт Байымовтың 85 йыллығына ҡарата
АЛДАН ЮЛ ЯРЫУСЫ ҒАЛИМ, ШӘХЕС Фән эшмәкәре, яҙыусы Роберт Байымовтың 85 йыллығына ҡарата
Автор:
Читайте нас: