Ашҡаҙар
+10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Хәтер
4 Февраль 2022, 13:40

“ЯҘЫШМАҺАМ, ЙЫРСЫ БУЛЫР ИНЕМ”, – ТИ ТОРҒАЙНЫ АТАЙ Ижадсы тормошта йырлап йәшәне

Редакциянан: 2021 йыл... Күп юғалтыуҙар алып килгән йыл. Ҡалабыҙҙың, республикабыҙҙың күренекле шә-хестәрен юғалттыҡ. Эҫе йәй ине. Шул миҙгелдә Мәскәүҙән ҡайғылы хәбәр килде (һуңғы ваҡытта шағир баш ҡалала йәшәй ине) – күркәм юбилейына тиклем бары ярты йыл ғына йәшәй алмай, ҡалала, Башҡортостанда ғына түгел, күрше Татарстанда ла, хатта бөтә төрки әҙәби донъяһында киң билдәле татар шағиры, Ғәлимйән Ибраһимов исемендәге премия лауреаты, “Ашҡаҙар” гәзите ветераны Салауат Рәхмәтулла арабыҙҙан китте. Кисә уға 80 йәш булыр ине. Салауат ағай арабыҙҙан китһә лә, уның ижады йәшәй!.. Әлбиттә, уның ижады, биографияһы хаҡында бихисап материалдар яҙылды. Бөгөн иһә беҙ шағир хаҡында быға тиклем киң ҡат-лам уҡыусыларға билдәле булмаған ваҡиғаларға туҡталмаҡсыбыҙ. Нисек йәшәгән шәхес, нисек яҙышҡан, тағы ниндәй һәләте булған... Барыһы хаҡында шағирҙың ҡыҙы Резеда ханым Хәсәнова бәйән итә.

“ЯҘЫШМАҺАМ, ЙЫРСЫ БУЛЫР ИНЕМ”, – ТИ ТОРҒАЙНЫ АТАЙ  Ижадсы тормошта йырлап йәшәне
“ЯҘЫШМАҺАМ, ЙЫРСЫ БУЛЫР ИНЕМ”, – ТИ ТОРҒАЙНЫ АТАЙ Ижадсы тормошта йырлап йәшәне

Ҡыҙҙарын яратты!

Атайымды күптәр Стәрлетамаҡ ҡалаһында йәшәп ижад иткән шағир булараҡ беләләр ине. Ә бит беҙҙең тарих Солтанмораттан башлана... Салауат Ибраһим улы менән әсәйем Рәмзилә Ғәбиҙулла ҡыҙы дүрт ҡыҙ үҫтерҙе. Беҙ Ауырғазы районы Солтанморат ауылында йәшәнек, шунда үҫтек. Атай мәктәптә рус теле һәм әҙәбиәтен уҡытты. Әсәй балалар баҡсаһында, мәктәптә тәрбиәсе булып эшләне. Беҙ бәләкәй саҡта, мин мәктәпкә йөрөмәй инем әле, кирбестән матур өй һалдылар, мал-тыуар, ҡош-ҡорт тоттолар, баҡса үҫтерҙеләр. Беҙҙе бар эшкә лә өйрәттеләр. Әсәй күп итеп йәшелсә-емеш ултырта ине. Өй тирәһе, тәҙрә төптәре матур сәскәләргә тула ине.
Мине мәктәпкә алты йәштән бирҙеләр. Был беҙҙең ғаилә өсөн бик мөһим һәм бик кәрәкле аҙым ине. Мин Лилиә һеңлем менән балалар баҡсаһына йөрөнөк, ә тағы бер туғаныбыҙ Гүзәлде ҡалдырырға урын юҡ, ҡарар кеше юҡ. Балалар баксаһына урынлаштыра алмайҙар, унда урын юҡ. Мине мәктәпкә биреп, минең урынға ғына уны балалар баҡсаһына бирергә мөмкинлек тыуҙы. Ул замандарҙа баланы алты йәштән мәктәпкә биреү юҡ, бирергә теләһәң дә, алмайҙар. Мине лә башта алманылар. Атай Талбазыға барып, махсус рөхсәт алып ҡына мине мәктәпкә алдылар. Шунан Гүзәл дә балалар баҡсаһына йөрөй башланы. Ни өсөн яҙаммы был юлдарҙы? Атай-әсәйебеҙ ябай кешеләр ине, тимәксемен, ғәҙел инеләр! Үҙҙәренең ҡулында бер ни тиклем власть булып та (йәки һөйләшеп) ике баланы бер юлы балалар баҡсаһына йөрөтмәнеләр. Шул уҡ ваҡытта атай мине мәктәпкә ебәрер өсөн хатта район үҙәгенә барып еткән! Ниндәй тәүәккәл кеше булған ул!
Уҡырға барыуын барҙым да ул, өй эштәре башланды. Дәрестәргә әҙерләнгәндә лә һәр саҡ ярҙам итте. Дүртенсе класҡа күскәндә генә “Хәҙер үҙең дәрестәргә әҙерләнерһең инде”, – тип, был эштән туҡтаны. Эйе, яратты ул ҡыҙҙарын! Һәр беребеҙгә һәр аҙымда, ни тиклем эше мәшәҡәтле булмаһын, булышырға тырышты!


“Беҙҙең яндан Пушкин үтеп киткән” йәки таланттар төйәге

Шиғыр яҙыу ғына түгел, атай күп ҡырлы талант эйәһе ине. Матур итеп һүрәт төшөрә ине, ә минең ундай һәләтем юҡ. Рәсем дәрестәренән өй эше бирһәләр, уға мөрәжәғәт иткеләгән дә саҡтар булды – ал төҫтә матур итеп яһалған мәктәп портфеле бөгөнгөләй иҫтә... Эх, шул бер ҡайғыһыҙ бала саҡтар!.. Атайлы, әсәйле саҡтар!
Һәләт тигәндән, мин үҙемде белгәндән бирле, атай һәр ваҡыт гармунда уйнаны. Уйнағанда йырлап та ебәрә ине. Эштән һуң да, ял көндәрендә лә, мәктәптә лә. Күп уҡытыусылар гармунда уйнайҙар ине ул ваҡытта. Улар хатта бергә гармунсылар ансамбле төҙөп, төрлө мәҙәни сараларҙа ҡатнаша инеләр: мәктәптә, ауыл, район мәҙәниәт йорттарында, үҙешмәкәр түңәрәктәр араһындағы сәнғәт конкурстарында. Ә бер мәл Өфөлә телевидениела ла сығыш яһанылар. Минең дә барғы килгәс, атай ҡаршы килмәне. Мин – биш йәшлек бала, ҡышҡы ғинуар һыуығында автобуста уҡытыусылар менән Өфөгә барып ҡайттым. Телевидениела атайҙарҙың сығыш яһағандарын оператор янында тиерлек ҡарап торҙом. Оператор йылмайып, “Бына, ҡара!” тип күрһәтеп торғаны иҫтә. Операторҙың экранынан сығыш яһаусылар бәләкәй булып күренгәндәр ине...
Ял көндәрендә атай музыка тыңларға бик ярата ине. Айырыуса халыҡ йырҙарын тыңларға яратты. Уның менән бергә беҙ ҙә ошо музыка сәнғәтенә ғашиҡ булдыҡ. Артабан илаһи сәнғәткә ғашиҡлыҡ инде беҙҙең балаларға күсте. Был хаҡта артабан әйтеп үтермен әле.
Ғөмүмән, беҙҙең ауыл таланттарға бай төбәк, тип иҫәпләйем. Беҙҙең ауылда яҙыусы Ғәлимйән Ибраһимов тыуған ауылыбыҙ бөтөн төрки донъяһына билдәле. Шулай булғас, ул замандарҙа ауылға йыш ҡына экскурсия менән төрлө ерҙәрҙән уҡыусылар, башҡа ҡунаҡтар киләләр ине. Ҡайһы берҙә атай уҡыусыларға Ғәлимйән Ибраһимов әҫәрҙәрендә яҙылған ерҙәрҙе күрһәтеп, оҙатып йөрөнө. Шулай итеп, уның ижадын өйрәнеүҙә, танытыуҙа үҙ өлөшөн индерҙе. Ғәлимйән Ибраһимовтың бер туғаны ла йыш килгеләй ине беҙгә, әйткәндәй. Ҡыҙғаныс, исемен хәтерләмәйем.
Ауылда атайҙың уҡытыусылар араһынан яҡын дуҫы бар ине. Ул – математика укытыусыһы Ғәлимйән Кәримов. Ниңәлер уны Кәримов ағай тип әйтә инек. Уҡыусылар ҙа мәктәптә шулай тип йөрөттөләр. Атай менән улар беҙҙең өйҙә йыш ҡына шахмат уйнайҙар, клубҡа бильярдта уйнарға баралар, бергә киноға йөрөйҙәр ине.
Уҡытыусы булараҡ, атай дәрестәрҙе исем өсөн түгел, ә уҡыусыларға ҡыҙыҡлы итеп үткәрә ине. Миңә лә уның дәрестәрендә уҡырға тура килде. Ул беҙгә китапта булғандарҙы ғына һөйләмәй... Әле лә хәтерҙә, Александр Пушкиндың әҫәрҙәрен өйрәнгәндә “Пушкин әле беҙҙең Талбазы юлынан да үтеп киткән”, – тип ҡыҙыҡһындырҙы. Был мәғлүмәт Пушкинды беҙгә тағы ла яҡынайта ине... Уҡытыусы булараҡ бик “көслө” ине.
Атай мәктәптә эшләгәндә уҡыусылар өсөн “Зәңгәр шишмә” тип аталған түңәрәк ойошторҙо. Унда уҡыусылар шиғыр яҙыу серҙәренә өйрәнәләр ине, үҙҙәре яҙған шиғырҙарҙы уҡыйҙар, төрлө яҙыусыларҙың әҫәрҙәре менән таныша инеләр, стенгазета сығарҙылар. Шулай ижад донъяһын төрлө яҡлап үҫтерҙе ул.

“Башта башта яҙам”

Уның шиғыр яҙыуына килгәндә, көнө-төнө яҙышҡанын күргән булманы. Шиғырҙы ул иң тәүҙә “башында” яҙа. Ҡағыҙға күсергәс, әсәйҙе саҡырып уҡый. Үҫә төшкәс, беҙҙе лә саҡырып, барыбыҙға ла уҡый торған ине. Ял көндәрендә беҙ уның яҙыу машинкаһында “шаҡ-шоҡ” баҫып ултырған тауышҡа уяна инек. Иртәнге алтынан тороп шулай эшләй ине. Ә беҙҙең йоҡо килә. Нишләйһең инде?... Шулай, ижад тырыштарҙы ярата.
“Ашҡаҙар” гәзитендә эшләгәндә, эшкә йәйәү йөрөнө. Барғанда, ҡайтҡанда шиғыр яҙам, тип әйтә торғайны.
Беҙҙең өйгә шағирҙар йыш килә ине. Иҫтә ҡалғандарҙан – Әсхәл Әхмәтҡужин, Рәдиф Тимершин, Вил Ғүмәров, Зөбәржәт апай Йәнбирҙина. Әсәй тиҙ генә аш ҡуйып ебәрә, шағирҙар шиғыр уҡый, гармунда уйнайҙар, йырлайҙар… Беҙгә, балаларға ҡыҙыҡ.
Эйе, ул ҡәләмдәштәре менән ныҡ аралашып йәшәне. Өфөгә йыш бара ине, башҡа ҡалаларға яҙыусылар менән осрашыуға, сығыш яһарға. Мине лә алып барғандары иҫтә: атай-әсәй менән Әнғәм Атнабаевтарға барғайныҡ, уларҙың өйөнә керергә оялып, подъезда көтөп торғаным… бала саҡ йүләрлеге. Шундай шәхес менән күрешеү, аралашыу – үҙе бер тарихи ваҡиға булған да бит...
Атайҙың яратып уҡыған шағирҙары – Һаҙый Таҡташ, Сергей Есенин. Беҙҙең өйҙә уларҙың ҙурайтылған портреттары стенаға эленгән ине.
Һөйләшкән ваҡыттарҙа атай әйтә торған ине: нисә йәштә яҙа башлаһаң да шағир, яҙыусы булып була, ә бына йырсы, музыкант булыу өсөн бик кескенәнән музыка менән шөғөлләнергә кәрәк икән, тип. Мәҙинә ейәнсәренең музыка мәктәбендә уҡыуын бик хуплай ине, бына шулай иртә уҡыуы бик һәйбәт булған тип (Мәҙинә Мәскәүҙә музыка мәктәбен фортепиано класы буйынса тик “биш”ле билдәләренә генә тамамланы, бер нисә музыка ҡоралында уйнай, рус, инглиз телдәрендә шиғырҙар, йырҙар яҙа). Атай үҙенең бер әңгәмәһендә былай тип әйткән ине: “Шағир булмаһам, мин йырсы булған булыр инем”, – тип.
Уның шағир булыуы, уның шағир булып ҡалыуында әсәйебеҙ Рәмзилә Ғәбиҙулла ҡыҙының өлөшө, һис шикһеҙ, бик ҙур! Ул беҙҙең өсөн дә, атай өсөн дә ҙур ярҙамсы, ныҡлы терәк булды!


Әҫәрҙәрен уҡып көс алалар!

Яҙырға хәтирәләр күп инде ул. Мин ҡайһы бер миҙгелдәргә генә ҡағылып киттем. Был эштәр дауам ителер...
Шағир үҙенән һуң ижадын ҡалдырҙы. Ул башҡорт, татар әҙәбиәттәрен үҫтереүгә ҙур көс һалды. Уның ижады халыҡ тормошона уралып барҙы. Шуға уның шиғырҙары халыҡсан, халыҡ уларҙы яратып уҡый. Үҙҙәре табып уҡый!.. Төрлө илдәрҙә, илебеҙҙең бик күп ауыл-ҡалаларында бар уның уҡыусылары, ижа-дын яратыусылар. Салауат Рәхмәтулла шиғырҙарын уҡып ҡайғыларын тараталар, көс алалар, шатлыҡтарын уртаҡлашалар. Был буш һүҙҙәр түгел. Мин интернеттан уҡып белдем был турала. “Инстаграм”да, “Бәйләнештә”, “Класташтар” социаль селтәрҙәрендә һәм башҡа ресурстарҙа шиғыр уҡыусылар, шиғыр һөйөүселәр Салауат Рәхмәтулла ижады тураһында шулай тип яҙалар, үҙ хис-тойғолары менән бүлешәләр. Тимәк, тормошо мәғәнәле булған атайҙың, ижады мәғәнәле! Салауат Рәхмәтулла ысын мәғәнәһендә – халыҡ шағиры!..

МӘҢГЕЛЕК ТАМАША

Тормош – сәхнә,
Тарих – тамашасы,
Бер өҙлөкһөҙ бара тамаша:
Төндәр килеп тора кистәр аша,
Көндәр килеп тора таң аша.
Аҡ бәхеттәр килә михнәт аша,
Хәҡиҡәттәр килә көн аша.
Аяҡ аҫтарынан килә бәлә,
Үлемһеҙлек килә дан аша.
Хыянаттар килә мәкер аша,
Мөхәббәттәр килә йәш аша…
Һәр кем унда үҙен-үҙе уйнай,
Батшалар ҙа унда ҡайнаша…
Сәхнә аша ғүмер елеп уҙа –
Әжәл атлап килә баш аша…
Тормош – сәхнә…
Тарих – тамашасы…
Бер өҙлөкһөҙ бара тамаша…
С. Рәхмәтулла.


Резеда ХӘСӘНОВА.
Мәскәү.
Фотола: С. Рәхмәтулла ҡатыны һәм ейәне менән.

“ЯҘЫШМАҺАМ, ЙЫРСЫ БУЛЫР ИНЕМ”, – ТИ ТОРҒАЙНЫ АТАЙ  Ижадсы тормошта йырлап йәшәне
“ЯҘЫШМАҺАМ, ЙЫРСЫ БУЛЫР ИНЕМ”, – ТИ ТОРҒАЙНЫ АТАЙ Ижадсы тормошта йырлап йәшәне
Автор:
Читайте нас: