Ашҡаҙар
+14 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Хәтер
9 Февраль 2022, 14:05

ТУҒАН ТЕЛГӘ ҺӘЙКӘЛ ҠУЙЫУСЫ

Ғалим Кәрим Ишбаев хаҡында бер кәлимә һүҙ. Халҡыбыҙҙың аҫыл улдары араһында башҡорт теле ғилемендә генә түгел, ғөмүмән төркиәттә танылған тел ғалимы, филология фәндәре докторы, профессор, “Халыҡтар дуҫлығы» ордены кавалеры, БР-ҙың атҡаҙанған уҡытыусыһы һәм атҡаҙанған фән эшмәкәре, РФ-ның атҡаҙанған фән эшмәкәре һәм юғары һөнәри белем биреүҙең почетлы хеҙмәткәре Кәрим Ғайса улы ИШБАЕВ мәртәбәле урын тота.

ТУҒАН  ТЕЛГӘ  ҺӘЙКӘЛ  ҠУЙЫУСЫ
ТУҒАН ТЕЛГӘ ҺӘЙКӘЛ ҠУЙЫУСЫ

Зиннур Ураҡсин өлгөһө
Кәрим Ғайса улы менән яҡындан миңә 1975 йылдың көҙөндә танышыу насип булғайны. Икебеҙ ҙә Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының ситтән тороп уҡыусы аспиранттары инек. Тел секторының ул саҡтағы мөдире, тап ошо йылда 40 йәшендә докторлыҡ диссертацияһы яҡлаған Зиннур Ғәзиз улы Ураҡсин ғилми етәксебеҙ һәм остазыбыҙ. Баһадир кәүҙәле, шоморт ҡара сәсле Кәрим Ғайса улының алдында ҡалын ҡулъяҙма ята – ул тамамланған диссертацияһын алып килгән икән... Шул замандан бирле беҙ ныҡлы фекерҙәш тә, дуҫ та, аҙаҡ коллега ла булып киттек. Ғүмер буйы уның менән аралашып йәшәнек. Шундай коллегам, фекерҙәшем һәм дуҫым булғанына яҙмышыма рәхмәтлемен.


Ырымбур башҡорто Кәрим Ишбаев өлкәнең хәҙерге Төйлөгән районы Аллабирҙе ауылында 1937 йылдың 9 февралендә донъяға килә. Юшатырҙы һыулаған был данлыҡлы ауыл “Ғәҙебәк Насир” тигән халыҡ йырында йырланып, Баязит Бикбайҙың “Аҡселән ташҡанда”, Зиннур Ураҡсиндың “Ҡарат” исемле романдарында тасуирланған. Ауылдағы ете йыллыҡ башҡорт мәктәбен тамамлағас, ул бер төркөм тиҫтерҙәре менән заманының абруйлы Мораҡ педучилищеһына уҡырға инә. Дипломлы йәш белгес Хәйбулла районының Иҫәнгилде мәктәбендә тейешле өс йылды эшләгәндән һуң, Башҡорт дәүләт университетында белем ала. Юғары белемле филолог булараҡ, тыуған Аллабирҙе 8 йыллыҡ мәктәбендә рус һәм немец телдәре уҡытыусыһы, уҡытыу-тәрбиә эше буйынса мөдир, директор вазифаларын башҡара, йәмәғәт эштәренә күмелә.


Кәрим Ғайса улына һис тә тыңғы бирмәгән хыял-маҡсаты була: ул да булһа артабан уҡыуҙы дауам итеү, фән-ғилем менән етди шөғөлләнеү. Фән юлына аяҡ баҫырға, башҡортлоҡ ғилемен һайлауҙа терәк-таяныстары, юл ярыусы остаздары, әйҙәүсе маяҡтары бар. Талантлы төркөмдәштәренең бер-береһенә ыңғай йоғонтоһо, үрнәк булып тороуы айырыуса мөһим һәм хәл иткес икән. Был йәһәттән Кәрим Ғайса улына һабаҡташы, рухи һәм ғилми остазы Зиннур Ғәзиз улы Ураҡсиндың өлгөһө һәм абруйы ҙур була. Һөҙөмтә шулай: филология факультетының махсус “Б” төркөмөн 1963 йылда тамамлаған 17 егет һәм ҡыҙҙың алтауһы филология, философия буйынса фән докторы, ә береһе фән кандидаты ғилми дәрәжәһенә лайыҡ була! БДУ тарихында бындай рекордлы сығарылыштың булғаны йәки ҡабатланғаны юҡтыр.


Коллегам 1975 йылда “Башҡорт телендә ҡылымдың инфинитив формалары” темаһына кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлай. Хеҙмәттең ҡыҫҡартылған варианты уҡыу әсбабы булараҡ нәшер ителде. Башҡорт теленең 1981 йылғы академик грамматикаһының исем ҡылым менән инфинитив бүлектәренең Кәрим Ғайса улы тарафынан юғары кимәлдә яҙылыуы башҡорт тел ғилеменә етди әҙерлекле фән әһеле килеүе хаҡында һөйләй ине.

Тәүге фән докторы
1976 йылда мәғариф өлкәһендә бай тәжрибә туплаған һәм фән юлына ныҡлап аяҡ баҫҡан Кәрим Ишбаевты СДПИ-ға (2004 йылдан педакадемия, 2012 йылдан БДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалы) эшкә саҡыралар. Ул өс бала инде ҙурайып килгән ишле ғаиләһе менән Стәрлетамаҡҡа күсеп килә һәм яңылышмай. Кәрим Ғайса улы Стәрлетамаҡтан, ә СДПИ (СДПА, БДУ-ның СФ) Кәрим Ғайса улынан уңды, тиһәк дөрөҫ булыр.


Тел-әҙәбиәт факультетының башҡорт теле һәм әҙәбиәте кафедраһында өлкән уҡытыусы булып эш башлаған белгестең оҙайлы эш урыны республикала тәүге булып асылған башланғыс кластар факультетында була. Яңы факультетты нигеҙләүсе ойоштороусыларҙың береһе булараҡ, Кәрим Ғайса улы кафедра менән етәкселек итә, декан урынбаҫары була, йәғни гел яуаплы вазифалар башҡара. 1998 йылдан төп эше менән бергә БР Фәндәр академияһының Стәрлетамаҡ филиалында (һуңғараҡ Ғәмәли тикшеренеүҙәр институты) бүлек етәксеһе һәм лаборатория мөдире була. Юғары мәктәпкә бағышланған 40 йыллыҡ әүҙем ижади ғүмерендә Кәрим Ғайса улы фән һәм мәғариф өлкәһендә, үҙенең тәбиғи талантына егәрлелеген дә ҡушып, юғары белемле башланғыс класс уҡытыусылары, киң профилле уҡытыусы-филологтар әҙерләүгә тос өлөш индерҙе. Ғөмүмән, институт-академия-филиал йөҙөндә лә, республикабыҙҙың һәм күрше өлкәләрҙең мәғариф органдары, уҡыу йорттары, ғилми учреждениелары араһында эшлекле бәйләнеш һәм үҙ-ара хеҙмәттәшлек булдырыу йәһәтенән дә уның хеҙмәт өлөшө баһалап бөткөһөҙ.


Кәрим Ишбаев 150-нән артыҡ ғилми-методик хеҙмәт ижад иткән, атап әйткән-дә, ул 30-ға яҡын монография, дәреслек һәм уҡыу әсбаптарының, 5 уникаль һүҙ-лектең һәм 120-нән артыҡ ғилми-методик мәҡәләнең авторы йәки авторҙашы булып сығыш яһай. Кәрим Ғайса улының төп хеҙмәте “Башҡорт теленең һүҙьяһалышы” исемле монографияһылыр, моғайын. Тап ошо хеҙмәт уның докторлыҡ диссертацияһының нигеҙен тәшкил иткән. Әйткәндәй, Кәрим Ишбаев Стәрлетамаҡта башҡорт филологияһы буйынса тәүге фән докторы булды.


Тел ғалимы һәм уҡытыусыларҙың уҡытыусыһы Кәрим Ишбаев фән-ғилем өлкәһендә юл ярып-күрһәтеп, алға әйҙәп барыусы остаз булып, һөҙөмтәлә уның тоғро шәкерттәре араһынан фән кандидаттары ғына түгел, фән докторы ла үҫеп сыҡты. Профессорҙың бер нисә хеҙмәте үҙенең тәүге аспиранты һәм докторанты Гөлфирә Абдуллина менән берлектә ижад ителгән. Хәҙерге көндә Гөлфирә Риф ҡыҙы БДУ-ның башҡорт филологияһы, шәрҡиәт һәм журналистика факультетын етәкләй.
Кәрим Ғайса улы миңә иһә “Башҡорт энциклопедияһы”на юл асыусы булды. Тәүҙә бергәләп “Лексикография” фәнни мәҡәлә яҙғайныҡ. Артабан инде ул үҙ проблематикаһы буйынса мәҡәләләр яҙҙы. Миңә иһә үҙ тематикам буйынса унлап мәҡәлә баҫтырыу мөмкин булды.


2001 һәм 2002 йылдарҙың йәмле май-июнь айҙарында БДУ-ның Сибай институтында ике йыл рәттән Кәрим Ғайса улы менән, ул көндөҙгө, ә мин ситтән тороп уҡыу бүлегендә дәүләт аттестация комиссияһында рәйеслек иттек. Институт ятағындағы ҡунаҡханала өсәр аҙналап йәшәү беҙҙе үҙ-ара яҡынайтты ғына. Ә бергә юл йөрөүҙәр һуң?! Ул саҡта Стәрлетамаҡ-Сибай автобусы йөрөй торғайны. Тап шул осорҙа республика сиктәрендә пенсионерҙар автобуста бушлай йөрөп, Кәрим Ғайса улы был суверенитет емешенән файҙаланып ҡалды. Юл оҙон-оҙаҡ ҡына, юл йөрөүҙәр юлдашыңды һынай, тиҙәр бит. Әлбиттә, күберәк Кәрим Ғайса улы һөйләп бара, уның хәтер төбө хәтирәләргә ифрат бай. Хәбәрләшеп-әңгәмәләшеп, оҙон юлдың үткәне лә һиҙелмәй ҡала торғайны.

“Бөйөктәрҙең яҡшылығы ла бөйөк...”
2009 йылда СДПА-ның башланғыс белем пе-дагогикаһы һәм методикаһы факультетында башҡорт бүлеге ябылып, дүрт коллегабыҙ: 3 фән докторы һәм 1 фән кандидаты төп йортҡа – башҡорт филологияһы факультетының башҡорт теле кафедраһына күсте. Профессор Кәрим Ғайса улы менән бер ҡор булып, ҡара-ҡаршы ултырып эшләп алып киттек. Тарих ғали йәнәптәренең яңы сифатта ҡабатланыуылыр был. Һуңғы биш йыллыҡта (2010-2014) профессор Ишбаевтың айырым китап булып алты хеҙмәте: 2 монографияһы, 2 һүҙлеге,1 вуз дәреслеге һәм 1 мәҡәләләр йыйынтығы донъя күргән икән, тимәк, ул яңы урында ла әүҙем эшмәкәрлек иткән. Ә беҙ, уның коллегалары, Кәрим Ғайса улының ыңғай-позитив ҡарашы-йоғонтоһон, ярҙамы-яҡшылығын тойоп йәшәнек һәм эшләнек. “Бөйөктәрҙең яҡшылығы ла бөйөк...” тигәндәре шул булалыр. Ғүмер баҡый йәштәр менән эшләп-аралашҡанға күрәлер, Кәрим Ғайса улының сәсе генә салланған, ә ҡарашы алсаҡ, күңеле йәш, буйсан кәүҙәһе төҙ, аҙымдары ырамлы-ышаныслы ине – һәр хәлдә күҙ алдында һәм хәтеремдә ул шулай булып һынланып ҡалған.


Эйе, олуғ шәхес булараҡ, Кәрим Ғайса улы эш кешеһе лә, хис кешеһе лә ине. Тормош иптәше Йәмилә Әбүбәкер ҡыҙы әйткәнсә, Өфө-баш ҡаланың юлына саң ҡундырмай, ҡайһы бер аҙналарҙа ике-өс мәртәбә барып ҡайтыр булған. Кәрим Ғайса улының үҙ һүҙҙәре менән әйткәндә, “Балаларыңдың тормошҡа аяҡ баҫҡанын күреү, балаларыңдың балаларының беренсе аҙымдарын күҙәтеү, уларҙың тәүге уңыштарына шатланыу тәнгә һәм йәнгә ҙур рәхәтлек бирә икән”. Быныһы ла, әлбиттә, иғтибарға лайыҡ.
Бәрәкәтле Ырымбур ере башҡортлоҡ ғилеменә нисәмә-нисә милли кадр-шәхес үҫтергән. Аллабирҙе ауылынан ғына өс фән докторы үҫеп сығыуы үҙе ни тора! Атҡаҙанған уҡытыусы һәм фән эшмәкәре Кәрим Ғайса улы Ишбаев, башҡорт теленең һүҙлектәрен ижад итеп һәм грамматикаларын яҙып, ул телгә һәйкәл ҡуйып ҡалдырҙы. Профессор – уҡыу-уҡытыу эше менән ғилми эшмәкәрлекте гармониялы ғәмәлләштереү бәхетен татыған шәхестәребеҙҙең билдәлеһе.


...2015 йылдың 16 мартында уҡытыусыларҙың уҡы-тыусыһы булып дан алған, ғалим булып һан алған Кәрим Ғайса улы Ишбаевты Аллабирҙе ауылының йәше-ҡарты хөрмәтләп һуңғы юлға оҙатты, бергәләп оҙаттыҡ. Ни хәл итәһең, ул беҙҙең аранан, халыҡ әйтмешләй, “китте”,”ҡайтты”, йәне йәннәттәлер инде...
Аллабирҙе мәктәбендә уның яҡты иҫтәлегенә таҡтаташ ҡуйылған. Арҙаҡлы ир-уҙаман хаҡындағы изге хәтер килер быуындарға ла етер-еткерелер тигән өмөт-ышаныс йәшәй замандаштарының күңел түрендә.

Ғәлийән ҠАҺАРМАНОВ,
доцент, филология фәндәре кандидаты,
педагогик хеҙмәт ветераны.
Татьяна КАРАТЕЕВА фотолары.

ТУҒАН  ТЕЛГӘ  ҺӘЙКӘЛ  ҠУЙЫУСЫ
ТУҒАН ТЕЛГӘ ҺӘЙКӘЛ ҠУЙЫУСЫ
Автор:
Читайте нас: