Ашҡаҙар
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Хәтер
12 Февраль 2022, 11:05

ҠАЛҠАН. Ул Стәрлетамаҡты ныҡ яратты!

Ысынлап та, шағир бында йыш килә торғайны. Ижади кисәләр генә түгел, бында уның дуҫтары, рухташтары, ҡәләмдәштәре йәшәне. Һәр береһен күреп өлгөрөргә, ярҙам итергә, ихлас аралашырға тырышты. Шундай бәхетлеләр араһында мин дә бар инем. Ҡайһы бер иҫтән сыҡмаған ҡәҙерле ваҡиғаларҙы гәзит уҡыусылар менән бүлешергә ваҡыт еткәндер. Һуңға ҡалыуым бар.

ҠАЛҠАН.  Ул Стәрлетамаҡты ныҡ яратты!
ҠАЛҠАН. Ул Стәрлетамаҡты ныҡ яратты!

Шағир күнәгемде күтәреп алды

…Стәрлетамаҡ ҡалаһының Стәрле йылғаһы буйынан өҫтәрәк ауыл өйҙәренән генә торған Красноусол урамы һуҙылған. Тимер юл вокзалы урамы буйында торған беренсе 8-се һанлы йортҡа йәйәүләп 15 минутта килеп инәһең. Урамға ҡарап торған өс ҙур тәҙрәле йорттоң ҡапҡа алдына өс ир-ат килеп туҡтаны. Улар ултырғысҡа баҫып тәҙрә йыуған ҡыҙ балаға ҡарап тынып ҡалдылар. Тәҙрәләрҙең эс яғынан ҡорған ҡоролған һымаҡ, аҡлы-ҡыҙыллы сәскәләр менән өй гөлдәре ҡарап тора. Ҡыҙ алдын-артын ҡарамай, мөкиббән китеп тырышып тәҙрә йыуа. Ирҙәрҙең өлкәнерәге тамаҡ ҡырып алды. Ҡыҙ боролоп ҡарап өлгөрҙө лә: “Ой... Фәрит ағай! Әйҙәгеҙ, әйҙәгеҙ инегеҙ... Инәйем өйҙә”, – тип ултырғыстан һикереп төштө лә, тулы күнәген тотҡан килеш ҡапҡаны шар асып ебәрҙе. Фәриттән башҡа ҡыҙ балаға теге икәүһе таныш түгел ине. Ҡыҙҙың ҡулынан яғымлы йылмайып, урта йәштәге ир кеше күнәкте күтәреп тә алды. Өсөнсө ҡара бөҙрә сәслеһе: “Рәми ағай, ну өлгөрһөң дә, әй!” – тип көлөп ебәрҙе. Рәми ағай уға: “Рауил, нимә шаҡ ҡатып тораң, Зөлфирәгә көсөң етмәҫ... Билем һына, тимәһәң, ултырғысын ал! Инәйгә оҡшарға тырыш!” – тип йылмая. Фәрит ағалары: “Һәҙиә әбей зирәк белемле, сит илдә дин шәхестәре менән аралашып йәшәп алған кеше. Матур ғына һөйләшегеҙ!” – тип аңлатып алды. Шунда, күнәк тотҡан Рәми: “Егеттәр, беренсе тапҡыр шундай шәхес йәшәгән йортҡа атлап ингәндә Бисмиллабыҙҙы әйтергә онотмайыҡ... Зөлфирә һылыу, шағирә кешегә беҙҙең кеүек ағайҙар менән дә аралашыу кәрәктер”, – тине.


Бына шулай, Фәрит Иҫәнғоловтың еңел ҡул арты менән таныштым мин Рәми ағай менән. Миңә әсәй кеүек булған инәйемдәрҙең йортона гелән шулай ижад кешеләре ҡунаҡҡа килә ине. Тәҙрә йыуған Зөлфирә ҡыҙ – мин, күнәгемде күтәргән, ярҙам иткән шағир – Рәми Ғарипов ине! Һәм шул көндән алып, ул минең тоғро ағайым, яҡлаусы дуҫым булды... Минең дә бит ул шул саҡта күнәгемде генә күтәреп алманы, ә вафат булғансы ижадымда кәңәшсе лә, ҡурсалаусы ла ине. Ҡалҡан булып торҙо!


Башта шиғыр!..
Ҡыш айы... 60-сы йылдар. Өфөнән килгән бер төркөм шағирҙар мине үҙҙәре менән Ишембай районының бер ауылына алып киттеләр. Улар менән – шағирә Әнисә Таһирова. Рәми ағайҙың уға Ҡоралай тип исем ҡушҡанын белә инем. Ысынлап та, Әнисә нәфислеге, тыйнаҡлығы менән ҡоралайға оҡшап тора. Хакимиәт төҙөгән концерт программаһында минең ике бейеү яҙылған. Сәбәбе – студент саҡтан Стәрлетамаҡ тирәһе районында мине бейеүсе итеп беләләр. Мине, Рәми ағай: “Башта яҙыусылар менән шиғыр уҡый...” – тип ҡырт киҫте. Рауил Бикбаев иһә: “Земфира шиғыр уҡымаһа, мин бейемәйем!” – тип, барыһын да көлдөрөп тә алды. Шул көндән башлап, мин яҙыусылар араһында бейеүсе шағирә булып киттем!


“Мостай, сәйеңде яңырта тор!”
Ҡыш айҙарында көндәр ҡыҫҡа. Ҡараңғы төшкәнен һиҙмәй ҙә ҡалаһың. Саҡ ҡына ишек ҡағалар. Күршеләр коридорҙа йөрөйҙәр. Асырҙар әле, тип бүлмәнән сыҡмай торам. Астылар... Иҫәнләшкән тауыш Рәми ағайҙыҡы. Һикереп тороп сыҡһам. Аптыраным. Рәми ағай менән... Йә, Хоҙай! Ҡазан Хәсән ағай!.. Туфан ҡосағын асып йылмайып: “Эйе. Эйе. Шул ҡыҙ бала. Шул шағирә...” – ти. Өҫ кейемен сискән арала Рәми ағай тиҙ генә: “Ярты сәғәткә генә машинаны ебәрмәнек. Хәсән ағайың һине күргеһе килгән. Өфөлә йәшәй тип белгән...” – тип өҫтәп ҡуйҙы. Был көндө шағир ағайҙарым менән бергә үткәргән ҡырҡ минутты бер ни менән дә сағыштырып булмаҫ! Рәхмәт яҙмышыма, тим.


Был ваҡиғаның дауамы оҙаҡ йылдар үткәс килеп ялғанды. Ҡала хакимиәте менән әҙерләнгән ҙур байрам булырға тейеш ине, мин яуаплы инем. Был көндәге мажараларҙы ҡыҫҡартып китәм. Мостай Кәримде өйөнән оператор менән инеп алдыҡ. Беҙҙең менән барырға Әхмәр Үтәбаев теләк белдерҙе. Тура минең өйгә инеп сәй эсеп кенә сығырға булдыҡ. Сәй ҡайнағансы Мостай ағайға дуҫтарымдың автографлы альбомдарын ҡарарға бирҙем. “Илһам Шакиров янына үҙем яҙайым әле!” – тип яҙып ҡуйҙы. Шунда Рәми ағайҙың яҙыуын уҡып алғас, мин, һүҙ аралаш, Хәсән ағай менән Рәми ағайҙың бер генә сәғәткә миңә килеп киткәндәрен әйтеп һалдым бит. Мостай ағай ҡапыл ғына: “Ах жуликтар! Мостай, сәйеңде яңырта тор. Беҙ әҙерәк һауа һулап киләйек әле, тип, кейенеп сығып киттеләр. Мин сәйнүгемде бер һүндерәм, бер ҡабыҙам. Яндырып бөттөм. Ах, жуликтар! Ах молодцы! Рәми генә шундай эшкә бара ала. Мине лә алһалар ни булған!” – тип көлөп ебәрҙе. Үкенес... Әрнеп ҡуйҙым Рәми ағайҙың шул көндәрҙә беҙҙең менән булмауына...


Земфира МУЛЛАҒӘЛИЕВА,
шағирә.

ҠАЛҠАН.  Ул Стәрлетамаҡты ныҡ яратты!
ҠАЛҠАН. Ул Стәрлетамаҡты ныҡ яратты!
Автор:Гульнара Зайнетдинова
Читайте нас: