Ашҡаҙар
+14 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Хәтер
10 Март 2022, 10:02

БЕР ҠАЙТАҺЫ ИНЕ ЙӘШЛЕККӘ Кәбир Аҡбашев хәтирәләренән

Хәбәремде “Бер ҡайтаһы ине йәшлегемә” тигән уйҙар менән башланым әле. Мине, Стәрлетамаҡ дәүләт уҡытыусылар әҙерләү институтының башҡорт теле һәм әҙәбиәте факультетын тамамлағас, Ғафури районының Яугилде һигеҙ йыллыҡ мәктәбенә ебәрҙеләр. Күңелде үҙ тыуған яғыма ҡайтыу шатлығы биләп алды.

БЕР ҠАЙТАҺЫ ИНЕ ЙӘШЛЕККӘ   Кәбир Аҡбашев хәтирәләренән
БЕР ҠАЙТАҺЫ ИНЕ ЙӘШЛЕККӘ Кәбир Аҡбашев хәтирәләренән

Мин, башҡорт теле һәм әҙәбиәтенә кәрәге булыр тип йыйған китаптарымды алдым да, йөк машинаһының кузовына ултырып, ошо ауылға килеп төштөм. Был 1954 йылдың август айы ине. Мәктәп директоры Мәүлембирҙе Нуриев ағайҙың өйөн һорап, шунда барҙым. Ауыл халҡының бесән әҙерләгән көндәре ине.

Ошо мәлдәрҙән үк Яугилделә киң күңелле, ихлас йөрәкле кешеләр йәшәүенә төшөнә башланым һәм яңылышмағанмын. Март айында мине, 22 йәше тулған егетте мәктәптәге уҡытыусылар коллективы ла ихлас ҡаршыланы. Минең йөрәккә тағы йылы керҙе. Ә класҡа инеүгә, балалар аяғүрә баҫып ҡаршылай ҙа, күҙҙәремә ҡарап тынып ҡала, улар менән танышҡас, күңелем күтәрелеп, үҙемде үҫеп киткәндәй хис иттем. Мин дә, һәр дәрес балалар өсөн бер асыш булһын өсөн, мәктәпкә әҙерләнеп кенә киләм. Башҡорт әҙәбиәте дәрестәрендә теге йәки был әҫәрҙәрҙең яҙылыу тарихы, уны яҙыусы яҙған саҡта тормош ағышы хәлдәре, әҫәрҙәге теге йәки был хәлдәрҙе персонаждарҙың төрлө яҙмыштарға тарыуы һәм аҙаҡҡы сиктә бөтә ауырлыҡтарҙы еңеп кеше булып ҡалыуҙары хаҡында гел һөйләй инем. Әле лә хәтеремдә, 7-се класта Ғәлимов Сәләмдең “Шоңҡар” поэмаһының тыуыу тарихын аңлатҡанда балалар һоҡланып тыңланы, хатта ҡул саптылар. Уҡыусылар юмор менән һөйләүҙе лә ярата ине. Бер мәл физкультура дәресендә Шәһит тигән малай волейбол тубын типкеләргә тотондо бит. Мин шул хаҡта эпиграмма уйлап:
Спорт дәресендә Шәһит
Йүгермәй ул елдереп,
Аяҡ менән волейбол
Уйнай кеше көлдөрөп,
– тип әйтеп ҡуйҙым.

Ошо эпиграмманан һуң дәрескә һуңлаусылар, ҡыҙҙарҙың сәсенән тартырға яратыусылар, йоҡо яратыусылар, “икеле” алыусылар тураһында шиғыр һымаҡ юлдар яҙа башланым һәм беҙ күмәкләп юмористик стена газетаһы сығарҙыҡ.

Шулай итеп тәрбиәүи эш башланды. Мәктәптә уҡытыусылар коллективы көслө шәхестәрҙән – тәжрибәле уҡытыусыларҙан тора ине. Уларҙан үрнәк ала инем. Уҡытыуҙың ижади эш булыуын улар яҡшы аңлай торғайны. Бик күп йылдар үтһә лә, уларҙы оло хөрмәт менән иҫкә алам. Ләкин миңә оҙаҡ эшләргә тура килмәне: Совет армияһы сафына саҡырҙылар. Зенит артиллерияһы полкында тәүҙә хәрби часта кейем-һалым менән тәьмин итеү буйынса бүлек етәксеһе булып хеҙмәт иттем. Унан һуң полктың секрет бүлексәһенә күсерҙеләр. Өс йыл тиҙ генә үтеп китте. Армиянан уҡытырға тип ҡайтҡайным, мине көсләп тигәндәй, район газетаһына эшкә ебәрҙеләр. Утыҙ йылға яҡын, журналист булып, газеталарҙа, радио редакцияһында эшләнем. Шул уҡ ваҡытта яҙыусылыҡ эштәре менән дә шөғөлләндем. 15 китабым донъя күрҙе. Шуларҙың дүртеһе – балалар өсөн. Унда Яугилде мәктәбендә алған тәьҫораттарым да сағылды. “Икәү булһын” тигән юмористик шиғырым да нәҡ ошо хистәр йоғонтоһонда яҙылды.Драматург булараҡ, егерменән ашыу драма һәм комедия яҙҙым. Уларҙың араһында республикабыҙҙың Ҡурсаҡ театрында ҡуйылған “Һыу ҡараҡтары”, Стәрлетамаҡ башҡорт драма театры сәхнәләштергән “Не плачь, Беркут мой” тигән пьесам бар. Ә бер нисә драма әҫәрем лауреат исеменә лайыҡ булды. Стәрлетамаҡ драма театры сәхнәләштергән “Сибәр ҡатын”, Салауат драма театры ҡуйған “Һипкелле ҡыҙ” комедиялары – Ғәли Ибраһимов, “Ут күршеләр” комедияһы Жәлил Кейекбаев исемендәге премия лауреаты булдылар...

Иң мөһиме шулдыр, яҙмышымда Яугилде – “Һау килде”, йәғни, һаулыҡ биреүсе ауыл, ижади фекерләүҙәремдең башы булып күңел дәфтәремдә яҙылып ҡалды. Ул мине журналислыҡ һәм яҙыусылыҡ эшмәкәрлегемдә бер шәмдәл булып яҡтыртты.

Кәбир АҠБАШ,
Башҡортостандың, РФ-ның Яҙыусылар һәм Журналистар
союзы ағзаһы.

 

КҮРЕНЕКЛЕ ШӘХЕС

Стәрлетамаҡ ҡалаһында, районында үткән быуатта тыуған һәм йәшәгән һәр мосолман 1977 йылдан 2000 йылға тиклем Кәбир Мөхәммәтшәрип улы Аҡбашев әҙерләгән тапшырыуҙарҙы тыңлағаны булғандыр. Сөнки улар һағындырып ҡына тәүҙә аҙнаһына бер, бер нисә йылдан аҙнаһына ике тапҡыр эфирға сығарылды. Беҙ, радио тыңлаусылар башҡорт телендә яңғыраған тапшырыуҙарҙы көтөп ала инек. Әлбиттә, туған моңдар, публицистик кимәлдә әҙерләнгән йөкмәткеле материалдар туған телен белгән һәр кемгә аңлайышлы ине. Тапшырыуҙарҙа иман юлына саҡырыусы мулла ла, шағирҙар, яҙыусылар ҙа ишетелә ине. Үҙем дә бер нисә тапшырыуҙа ҡатнаштым, шиғырҙарымды йә булмаһа, гәзиттә баҫтырылмаған мәҡәләләремде уҡый инем.
Кәбир ағай шағир, драмтург ҡына түгел, шулай оҫта алып барыусы булараҡ та ҡалды ҡала халҡы хәтерендә. Урыны ожмахта булһын!..


Кәрим БУЛАТ,
шағир.

БЕР ҠАЙТАҺЫ ИНЕ ЙӘШЛЕККӘ   Кәбир Аҡбашев хәтирәләренән
БЕР ҠАЙТАҺЫ ИНЕ ЙӘШЛЕККӘ Кәбир Аҡбашев хәтирәләренән
Автор:
Читайте нас: