Пенсияһының күбеһен
Оялмай һорағандар.
Ҡатлы-ҡатлы һандар теҙеп,
Гүйә ҡапҡан ҡорғандар.
Әбей шунда уйға ҡалды:
Ниҙәр генә ҡылырға?
Үлмәй генә ҡалыр өсөн
Ҡайҙан аҡса алырға?
Ниһайәт, ул юлын тапты:
Ҡытлыҡ булмаҫ аҡсаға.
Фатирына өйҙәш керетте,
Үҙе күсте мунсаға.
Тик шуныһы: хаттар килмәй,
Китә күңеле тулып.
Адресты белмәйҙәр тип,
Ултырҙы ул борсолоп.
Унан һуң ҡәләм алды ла
Ҡул һелтәне хаҡына.
«Адресым – мунса» тиеп,
Яҙып һалды хатына.
Дарыу
Аптекала дарыу күп,
Иҫең китә төрлөгә,
Эсеп ебәр, сәләмәт бул,
Был байлыҡ бит сирлегә.
Ҡыйбат булһа ла алалар,
Тик аҡсаңды һал ғына.
Рекламалар тамаҡ яра,
Килә һалып ал ғына.
Йәш әсә лә килеп етте,
Улы сирҙән интеккән.
Һөйөп туймаҫ сабыйының
Теле асылмай икән.
– Бына аҡса, дарыу бир, – ти, –
Телһеҙ үҫә малайым.
Һүҙен әйтә алмай йонсой,
Ниҙәр генә ҡылайым.
Ат хаҡылай хаҡын түләп,
Әсә дарыуҙы алды.
– Тел асҡысы ошо, – тигәс
Бик тә ҡәнәғәт ҡалды.
Әсә ҡайтҡас ғәзизкәйен
Тотона бит һыйларға.
Ләкин бала һаман телһеҙ,
Белмәй нимә уйларға.
Төн йоҡламай шул дарыуҙы
Эсерһә лә сабыйға,
Әммә бер ҙә файҙаһы юҡ,
Һис тә бармай ыңғайға.
Тырышһа ла әсә күрмәй
Сәләмәтлек эҙҙәрен.
Хатта онотто был бала
Элек белгән һүҙҙәрен.
Аптырағас шул дарыуҙы
Әсә эткә ташланы.
Шуны ҡабып йотоу менән
Эт һөйләшә башланы.
Дуҫтың ҡәберендә
Иртә киткән дуҫҡа зыярат ҡылдым,
Тулҡын-тулҡын ята ҡәберҙәр.
Бик күптәрҙе ихтыярһыҙ ғына
Алып килгән бында тәҡдирҙәр.
Үтә тынлыҡ тора тирә-йүндә,
Тик өйөмдәр күккә артыла.
Гүйә күктәр менән аңға инеп
Аралаша йәше, ҡарты ла.
Баҡһаң, дуҫтәң һалҡын гүр - ҡәбере
Бер исемһеҙ ҡатын янында.
Ҡәберҙәргә башын эйгән гөлдәр,
Моң бар кеүек нескә талында.
Ҡушылып китәм ошо тынлыҡҡа,
Ҡәбер рухы тауыш яратмай.
Тын тороуҙы гүйә талап итә,
Илаһилыҡ ситкә ҡаратмай.
Ике ҡәбер ята йәнәш кенә,
Әйләндереп алған тал-сыбыҡ.
Күктән яуа таңғы ысыҡ һыуы,
Миләш илай йәшкә мансылып.
Кәбир АҠБАШ.