Ашҡаҙар
+14 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Хәтер
31 Март 2022, 17:56

Лайыҡлы алмаш үҫә

Бөгөн Урмияҙҙа уҙған хәтер кисәһендә "Дихин уҡыуҙары" ғилми-ғәмәли конференцияһына йомғаҡ яһап,  “Дихин шиғырҙарын яттан һөйләү” һәм “Дихинға эйәреп” тигән шиғыр конкурстары еңеүселәрен тәбрикләнеләр.  

Лайыҡлы алмаш үҫә
Лайыҡлы алмаш үҫә

Ришат Марат улы Дихиндың яҡты иҫтәлегенә бағышлап, районыбыҙҙа икенсе тапҡыр “Дихин уҡыуҙары” ғилми-ғәмәли конференцияһы уҙҙы. Тәүге номинация буйынса башҡорт теле уҡытыусылары Ришат Марат улының тормош һәм хеҙмәт юлын өйрәнеп, тикшеренеү эштәре яҙһа, икенсе номинацияла уҡыусылар Ришат Марат улы яҙған шиғырҙарҙы яттан һөйләне һәм үҙҙәре лә уға эйәреп шиғыр яҙҙы.

Район мәғариф бүлегенең туған телдәр буйынса методисы Мөнзилә Әхмәтова белдереүенсә, был бәйгеләрҙә 50 уҡыусы ҡатнаша. Положениеға ярашлы, улар шиғырҙар ятлап, видеоролик төшөрөп ебәрә. Жюри ағзалары уларҙы ҡарап, иң-иңдәре булған 12 бәйгесене һайлап ала. Нәҡ улар бөгөнгө хәтер кисәһендә сығыш яһаны һәм тәбрикләнде.

Адель Усманов, Динислам Суфиянов, Азалия Шәйхетдинова,
Ильяс Латыпов, Динә Сафина, Илназ Фазылйәнов, Азалия Арысланбәкова, Алия Мусина, Әлгиз Мәхмүтйәров Ришат Дихин яҙған шиғырҙарҙы һөйләне.

 

Ә Илмир Хәсәнов, Самира Бәкерова, Ирина Мәғәфүрова һәм Сураш мәктәбе уҡытыусыһы Вәрисә Садыҡова Ришат Марат улына эйәреп, үҙҙәре яҙған шиғырҙарҙы һөйләне.

Был уҡыусыларҙы дәртләндереп, илһамландырып, бәйгегә әҙерләгән башҡорт теле уҡытыусыларына ҙур рәхмәт!

Кем белә, бәлки нәҡ бөгөн сәхнәлә тороусы уҡыусылар киләсәктә билдәле шағирҙар булып, Ришат Марат улы һымаҡ Тыуған еребеҙҙең матурлығын аҡ ҡағыҙ биттәрендә данлар!

 

yantiyak.ru

Лайыҡлы алмаш үҫә
Лайыҡлы алмаш үҫә
Автор:
Читайте нас: