Ашҡаҙар
+12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Хәтер
21 Июнь 2022, 10:47

Республикала «Хәтер шәме» акцияһы уҙғарыла

Башҡортостанда 15 июндән 22-нә тиклем «Хәтер шәме» акцияһы ойошторола.

Республикала «Хәтер шәме» акцияһы уҙғарыла
Республикала «Хәтер шәме» акцияһы уҙғарыла

Теләгән һәр кем акцияға ҡушылырға һәм хәтер шәмен онлайн тоҡандырырға мөмкин.

Өфө мэрияһынан хәбәр итеүҙәренсә, ветерандарға ярҙам йөҙөнән памятьпоколений.рф сайтында иғәнә күсерергә мөмкин.

2022 йылдың 22 июнендә Өфөлә, Ленин исемендәге паркта ,Хәтер һәм ҡайғы көнөнә арналған митинг, Александр Матросовтың һәйкәленә сәскә һалыу була. Иртәнге сәғәт 10-да башлана.

22 июндә «Патриот» хәрби-патриотик паркында ла «Хәтер шәме» акцияһы үткәрелә.

Башинформ.

Автор:
Читайте нас: