Ашҡаҙар
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Хәтер
22 Июнь 2022, 10:08

Ҡайҙа икәнлегемде йәйге ҡояш байышына ҡарап белерһең...

Йәйҙең иң оҙон көндәрендә ҡыҙарып ҡояш байығанын, уның артынса уҡ ҡояш байышындағы күк йөҙөнөң шәмәхә төҫөнә инеп балҡығанын күреп кемдәр генә һоҡланмай икән.

Ҡайҙа икәнлегемде йәйге ҡояш байышына ҡарап белерһең...
Ҡайҙа икәнлегемде йәйге ҡояш байышына ҡарап белерһең...

Бөгөнгөләй хәтеремдә, күрше-тирәләге ете-һигеҙ йәштәрҙәге бала-сағалар йыйылышып алғанбыҙ ҙа, арыу-талыуҙы белмәй, аслы-туҡлы икәнлегебеҙҙе лә онотоп, әле ишек алдына йүгереп сығып, әле өйгә шаулашып, шаярышып, килеп инәбеҙ. Шул ваҡытта ҡояш байыған яҡтағы тәҙрә ҡаршыһына баҫып ҡояш байышына ҡарап тын ғына ҡатып ҡалған әсәйемә күҙем төшә. “Әсәй”, – тип өндәшеүемә лә иғтибар бирмәгәс, әкрен генә янына килеп ҡулынан тотоп алдым да күҙҙәренә ҡараным, әсәйемдең күҙҙәре тулы йәш, ә йөҙө шул хәтлем моңһоу ине. Мине берсә йәлләү, берсә ҡурҡыу баҫты. Бәлки, әсәйҙең әйткәнен тыңламағанбыҙҙыр, шуға илайҙыр тип, уйлап уйнауымдан туҡтаным.

Был хәлдән һуң да әсәйҙең ҡояш байышына мо-ңайып ҡарап торғанын күп тапҡырҙар күрергә тура килде, ләкин ул ваҡытта мин бер ни ҙә төшөнмәй инем әле, ә һорашырға бер нисек тә батырсылығым етмәй ине. Бер аҙ үҫкәс (биш балаһының иң кесеһе инем мин) әсәйемдең һүҙҙәренән шуны аңланым.

...1942 йылдың йәйе мәрхәмәтһеҙ ҡанлы һуғыш йылы. Атайҙың һуғыш яланынан яҙып һалған хаттарының береһендә шундай юлдар була. “Минең ҡайҙа икәнлегемде белгең килһә, йәйге ҡояш байышына ҡарарһың”. Ләкин, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был уның һуңғы хаты була. Бер аҙ ваҡыт үткәс, “һинең ирең Сталинград өсөн һуғышта батырҙарса һәләк булды” тигән ҡайғылы хәбәр генә килеп төшә. Әсәйем шул көндән башлап һәр бер кисерештәрен, ҡайғыларын ҡояш байышындағы күк йөҙөнә ҡарап уртаҡлаша торған булып китә...
“Мин ул аяуһыҙ хәбәр менән бер нисек тә килешә алмайым, атайығыҙ минең өсөн әле һаман да иҫән, шул шәмәхә төҫөндәге күк йөҙөнән йылмайып ҡарап торалыр һымаҡ”, – тип һүҙен тамамлай ҙа көрһөнөп ҡуя, йөҙөн моңһоулыҡ баҫа.
Ҡояш байышына ҡарайым да мин дә уйға сумам. Ҡояш байыған ваҡытта шәмәхә төҫөнә ингән күк йөҙөнә кешеләр һоҡланып ҡына ҡараһалар ине, бер кемгә лә, бер ҡасан да һуғыш ҡайғылары күрергә яҙмаһын ине...


Венера ЯҠУПОВА,
хеҙмәт ветераны.

Ҡайҙа икәнлегемде йәйге ҡояш байышына ҡарап белерһең...
Ҡайҙа икәнлегемде йәйге ҡояш байышына ҡарап белерһең...
Автор:Гульнара Зайнетдинова
Читайте нас: