Ашҡаҙар
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Хәтер
30 Июнь 2022, 10:48

Владимир Мокшинға үҙе уҡыған колледжда таҡтаташ асылды

Стәрлетамаҡ физик культура, идара һәм сервис колледжында махсус хәрби операция барышында һәләк булып ҡалған Владимир Мокшинға таҡтаташ асылды. Әлегә тиклем геройға бағышланған таҡтаташ үҙе тамамлаған 6-сы гимназияла ла асылған ине. Митингҡа һалдаттың класс етәксеһе, курсташтары, ҡатыны килгән ине.

Владимир Мокшинға үҙе уҡыған колледжда таҡтаташ асылды
Владимир Мокшинға үҙе уҡыған колледжда таҡтаташ асылды

Владимир Мокшин 1985 йылдың 12 майында Стәрлетамаҡта тыуған. Стәрлетамаҡ физик культура техникумын тамамлаған. Хәрби хеҙмәттән һуң Стәрлетамаҡтың 12-се мәктәбендә ОБЖ уҡытыусыһы булып эшләгән. 2008 йылдан – йәнә Рәсәй Федерацияһының Ҡораллы Көстәре сафында. 2020 йылдан кесе сержант дәрәжәһендә 2-се Алкин ауылында минанан таҙартыу ротаһында водитель-электрик булып хеҙмәт иткән. Донбасты яҡлау буйынса махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан. Хәрби бурысын үтәгәндә ғүмере өҙөлгән.

 

Владимир Мокшинға үҙе уҡыған колледжда таҡтаташ асылды
Владимир Мокшинға үҙе уҡыған колледжда таҡтаташ асылды
Автор:Эльдар Фаттахов
Читайте нас: