Ашҡаҙар
+21 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Хәтер
7 Июль 2022, 12:00

Легендар осоусы Муса Гәрәевтың тыуыуына 100 йыл тула

Башҡортостан ыласыны. Ике тапҡыр Советтар Союзы геройының юбилей датаһа уңайынан республика Хәрби дан музейында күргәҙмә асылды. Экспозицияла шәхестең документтары, осоу китабы, фотоһүрәттәре һәм шәхси әйберҙәре урын алды.

Легендар осоусы  Муса Гәрәевтың тыуыуына 100 йыл тула
Легендар осоусы Муса Гәрәевтың тыуыуына 100 йыл тула

Легендар летчик-штурмовик Муса Гәрәевтың хәрби осош ваҡытында файҙаланған әйберҙәре музей экзпозицияһында. Ике тапҡыр Советтар Союзы геройы миҙалдары, документтары, фотоһүрәтте һәм шәхси әйберҙәре республика Хәрби дан музейында айырым күргәҙмәгә тупланды. «Башҡортостан ыласыны» тип аталған экспозиция шәхестең тыуыуына 100 йыл тулыу айҡанлы ойошторолдо.

Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында һауа шарттарында дошмандарҙы ҡыйратҡан герой Илеш районында тыуған. Муса Гәрәевтың тыуыуына 100 йыл тулыу уңайынан тарихи-мәҙәни саралар республика кимәлендә үтә. Йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре данлыҡлы хәрбиҙе иҫкә алып уның ҡәберенә сәскәләр һалды. Белгестәр әйтеүенсә, үҙ шәхесенә талапсан, яуаплы, илһөйәр, маҡсатлы хәрби бөтә летчиктар өсөн миҫал булып тора. Геройҙың яҡындары уның исемен артабан мәңгеләштереү өҫтөндә эш алып барасаҡбыҙ, тип белдерҙе.

Һуғыш йылдарында Муса Гәрәев Ил-2 самолетында йөҙәрләгән хәрби осош башҡарып, Советтар Союзы Геройы исеменә лайыҡ була. Отставкаға сыҡҡас та летчик-штурмовик Башҡортостанда хәрби авиация үҫешенә күп көс һала. Муса Гәрәев ДОСААФ-тың Башҡортостан өлкә комитеты рәйесе вазифаһын үтәп, буласаҡ летчиктарҙы әҙерләү эшендә ҡатнаша.

Баш ньюс.

Легендар осоусы  Муса Гәрәевтың тыуыуына 100 йыл тула
Легендар осоусы Муса Гәрәевтың тыуыуына 100 йыл тула
Автор:
Читайте нас: