Ашҡаҙар
+1 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Хәтер
20 Июль 2022, 12:06

ЖӘЛИЛ КЕЙЕКБАЕВ ҺӘМ СТӘРЛЕТАМАҠ Шәхестең ижадында ҡалабыҙ нисек телгә алына?

Төрки телдәрҙе өйрәнеүсе ғалимдар араһында һәр йәһәттән хөрмәт ҡаҙанған аҡыл эйәһе бар, ул да булһа – башҡорт ғалимы, филология фәндәре докторы, профессор Жәлил Ғиниәт улы Кейекбаев. Ж.Кейекбаевтың фәндәге батырлығы нимәлә һуң?

ЖӘЛИЛ КЕЙЕКБАЕВ ҺӘМ СТӘРЛЕТАМАҠ Шәхестең ижадында ҡалабыҙ нисек телгә алына?
ЖӘЛИЛ КЕЙЕКБАЕВ ҺӘМ СТӘРЛЕТАМАҠ Шәхестең ижадында ҡалабыҙ нисек телгә алына?

Фәндә новатор!
Ул күп кенә ҡатмарлы фәнни мәсьәләләрҙе башҡорт тел ғилемендә тәүге тапҡыр ҡуя һәм хәл итә, алдан юл башлап бара. Һәр яҡлап тикшереү, бик күп миҫалдар ярҙамында нигеҙләү, башҡорт теленән генә түгел, башҡа төрки телдәрҙән алынған дәлилле өлгөләр нигеҙендә һығымталар яһау, сағыштырма тикшеренеүҙәр уны бөтә донъяға билдәле төркиәтсе-ғалим яһаны. Жәлил Кейекбаев ХХ быуат уртаһында уҡ башҡорт телен бөтә төрки донъяһына модалы итергә өлгәшкән.

Фәндә Жәлил Кейекбаев исеме яңырыу, новаторҙарса фекерләү менән бәйле. Уның был сифаты бер башҡорт тел ғилеменә генә түгел, ә бәлки, киң ҡоласлы ижадының башҡа өлкәләрендә лә сағылыш тапты. Бында барыһынан да бигерәк, әлбиттә, Ж.Кейекбаевтың әҙәби ижадын әйтергә кәрәк. Уның балалар өсөн яҙған әкиәттәреме, батырҙарҙың исемен мәңгеләштереүгә арналған документаль повестарымы – барыһы ла башҡорт әҙәбиәтендә тәүге ҡарлуғастар, беренсе аҙымдар булып тора. Шулай ҙа Ж.Кейекбаевтың әҙәбиәттәге роле уның “Туғандар һәм таныштар” романы менән билдәләнә. 1946 йылда яҙылып бөткән роман, әгәр үҙ ваҡытында баҫылып сыға ҡалһа, шул осор башҡорт әҙәбиәтенә, милли романистикаға ҙур йоғонтоло бер күренеш булыр ине. “Туғандар һәм таныштар” – тел-стиле, йөкмәткеһе, ауылда барған төрлө планлы ваҡиғаларҙың һис тарҡалмай бер епкә оҫта үрелеп бирелеүе һәм халыҡ тормошон шаҡ ҡатырғыс оҫта итеп тасуирлауы менән һоҡланғыс бер әҫәр. Романдың тел белгесе тарафынан яҙылыуы һиҙелеп тора.

Халыҡсанлыҡ та, һүҙгә маһирлыҡ та, тарих та бар...
Әҫәр үтә лә халыҡсан тасуирламаларға, һөйләмдәргә, мәргән һүҙҙәргә бай, әйтерһең дә автор туған тел хазиналарын, ынйы-мәрйен уйнатҡандай, барлап-барлап уйната, виртуоз фокус оҫтаһы кеүек, уларҙы берсә йыйып, берсә йәйеп ебәрә. Һирәк ҡулланышта булған һүҙҙәр, бөгөлдәр, фразеологизмдар “бына ниндәй ярмалы, һутлы туған телебеҙ!”, “бына ул халыҡ байлығы!” тип емелдәп торғандай. Китап урыны-урыны менән туған телебеҙ мөмкинлектәрен бик яҡшы белгән ғалимдың грамматиканан махсус күнегеүҙәрен дә хәтерләтеп ҡуйғандай. Башҡорт синтаксисын өйрәнеүселәргә халыҡтың йәнле һөйләү теленән алынған иҫ киткес йәтеш миҫалдар аҙым һайын. Әҫәрҙә тасуирлауҙар ҙа, геройҙың эске монологтары ла, ҙур оҫталыҡ менән бирелгән диалогтар ҙа етерлек. Характерҙың миллилеген билдәләүсе сағыштырыуҙар, ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙҙың, ир-егеттәрҙең тышҡы-ҡиәфәтен тасуирлауҙар, ғаиләлә, туғандар араһында мөнәсәбәттәр, ауылдың йөҙәр йылдар бер ҡалыпҡа һуғылған һәүетемсә көн итмеше – туған телебеҙҙең күркәм өлгөләре.

Романдың тел байлығы тураһында күп телгә алалар, ләкин уның бығаса ошо йәһәттән ентекле өйрәнелмәүе генә ғәжәп. “Туғандар һәм таныштар” – донъя кимәлендәге тюрколог, лингвист тарафынан ижад ителгән текст. Уның лингвокультурология, когнитив лингвистика һ.б. йүнәлештәр буйынса айырым тикшеренеүҙәр өсөн бихисап киң мөмкинлектәре бар. Йәнә лә роман милли һыҙатлы характерҙарға ифрат бай. Уның тап милли ерлеклелеге, ауыл кешеләренең, туған-тыумаса, күрше-күләндең, ҡәйнә-килен, ҡәйнеш-еҙнәләрҙең үҙ-ара аралашыуҙарын, халыҡсан тәртип-низамдарҙы, йолаларҙы еренә еткереп тасуирлауҙар әҫәр конфликтын, характерҙар бәрелешен социаль тигеҙһеҙлек идеяларынан күпкә киңерәк алырға, тарихи, психологик яҡтан тәрәнәйтергә мөмкинлек биргән. Тап ошо яғы – романдың тел-стиль сараларына, киң ҡулланылышта булмаған, ләкин халыҡтың көндәлек һөйләшендә киң ҡулланылған һирәк һүҙҙәргә, һүҙ формаларына сикһеҙ байлығы, ХХ быуаттағы башҡорт ауылдарының көнитмешен, кәсептәрен ныҡ белеп тасуирлауҙары арҡаһында, ҡыҫҡаса әйткәндә, милли колорит тыуҙырыуы арҡаһында роман 1946 йылда Башҡортостан яҙыусыларының ултырышында ҡаты тәнҡит утына эләгә һәм нәшриәткә тәҡдим ителмәй ҡала. “Үтә миллилеге”, йәғни халыҡсан теле һәм характерҙары арҡаһында Һ.Дәүләтшинаның атаҡлы романы ла оҙаҡ ваҡыт халыҡҡа барып етә алмағайны.

Революцион көрәштең үҙәге
Ә бит “Туғандар һәм таныштар” романы хәҙер беҙ йәшәгән төбәк башҡорттарының ХХ быуат башындағы тарихын күрһәтеүе менән ғәйәт үҙенсәлекле әҫәр. Романда Стәрлетамаҡ ҡалаһы ла әллә нисә тапҡыр телгә алына. Яҙыусы үҙе әйткәнсә, романдың икенсе китабында ул Богоявлен заводының төҙөлөүе, күп ауыл кешеләренең эшселәр синыфына күсеүе кеүек ваҡиғаларҙы киң планда бирергә фаразлаған. Был китап яҙыла ҡалһа, табын башҡорттары хаҡында бик ҡыҙыҡлы мәғлүмәткә бай китап ҡулыбыҙҙа булыр ине. Ж.Кейекбаев роман дауамында атаҡлы революционер Ш.Хоҙайбирҙин образын күрергә теләгән, был да иғтибарға лайыҡ бер деталь.

Ж.Кейекбаевтың был мәшһүр әҫәре бик һуңлап булһа ла үҙ уҡыусыһына барып етә, геройы – “тормош төбөнән сығып күтәрелгән”, революцион көрәш юлын үткән, хосуси милекселек менән “ауырыған” Баһау, Әхмәҙи байҙар мөхитенән сығып, пролетар синыф вәкиле булып өлгөргән Сөнәғәт тигән ир-егет. Һөйгәне Фатима менән мөхәббәт тарихы ла үҙенсәлекле. Ҡыҙҙың Сөнәғәткә барам тип ҡасып сығып китеүе – үҙе йәшәгән тынсыу атмосферанан, социаль иҙеүҙән ҡотолоу эҙләүе... Тигеҙлек, азатлыҡ, ғәҙеллек – улар табынған идеалдар, ХХ быуат башында импералистик һуғыш нужаларын кисергән һалдаттарҙың һәм революция яҡлы эшсе-крәҫтиәндәрҙең ҡараштары.

Роман ХХ башында булып үткән ҡеүәтле революцион күтәрелештәр алдынан булған ваҡытты үҙ эсенә ала. Ваҡиғалар төпкөлдәге башҡорт ауылы Ташбатҡанда бара. Төп геройҙар – ябай башҡорт кешеләре, улар көндәлек тормошта власть менән төрлөсә осраша һәм уға ҡарата нығынған үҙ ҡараштары барлығы беленә. Мәҫәлән, романдың тәүге биттәрендә үк Әхмәҙиҙең һәм уның ағаларының япон һуғышынан ҡайтҡас, мираҫ бүлешеү мәжлесендә осрашыуы. Мираҫ малы бүлешеү ғәҙәттә шәриғәт ҡанундары нигеҙендә хәл ителгән. Шуға күрә лә мираҫ малын бүлешеү ҡазыйҙар, муллалар ҡатнашлығында үткән. Ғәҙеллек юл-лаусы, үҙ хоҡуҡтарын боҙмауҙы талап итеүсе Әхмәҙи ғәмәлдә ағайҙарынан яҙылмаған ҡанундарға буйһоноуҙы көтә, был – намыҫ һәм әхлаҡ, йола ҡанунына, Аллаға буйһоноу. Әммә ағаһы Шаһиәхмәт, хәйләләшеп булһа ла, тәртипте урап үтеү, малды үҙенә ҡалдырыу яғын ҡарай. Әхмәҙи “волосҡа барырға, старшинаға ялыу итергә” тигән ҡарарға килә. Ошо рәүешле власть һәм закон менән бәйле һорауҙарҙы хәл итеүҙә романда “алла – шәриғәт ҡануны – бәндә” системаһы ла, “батша (волость старшинаһы) – закон – кеше” системаһы ла күрһәтелә. Ошонан сығып ҡарағанда ла, романдың киң ҡоласлы, социаль һәм сәйәси мәсьәләләрҙе иркен алып һүрәтләүсе әҫәр булып өлгөргәнен күрәбеҙ. Һуғыштан һуңғы осор әҙәбиәтенең йөҙөк ҡашы булған әҫәрҙә юмор һәм сатираны уңышлы ҡулланыу, әҫәрҙең жанр-стиль даирәһен байытыу ҙа күренә. Мәҫәлән, китапта Ташбатҡан ауылында губернатор ҡаршылау ва-ҡиғаһы һүрәтләнә. Ауыл кешеләре ура ҡысҡырып, сәскәләр тотоп, губернатор урынына сиған таборын ҡаршылап торалар имеш, ә губернатор ылауы Ташбатҡанға инеп тормаған, ә күрше волосҡа киткән.

Ташбатҡанда батша исеменән тәртип һаҡлаусы – Ғариф староста. Сход ваҡытында барыһы ла Ғарифтың килгәнен көтә. “Ғариф килгәс... йорт хужаһы шәмгә ут алды һәм сыуал кәрнизендә ултырған шәмде алып тәҙрә төбөнә ҡуйҙы. Ғарифтың түшендәге сынаяҡ аҫты ҙурлыҡ шымарып бөткән ҡалай миҙалы шәм яҡтыһында ялтырап ҡуйҙы”. Ут, шәм, яҡтылыҡ – асыҡлыҡ индереү, тәртипкә һалыу символдары. Былар батша власының бар ергә үтеп инерҙәй киңлеген характерлаусы символик образдар. “Ғарифтың ҡап-ҡара ялтырап торған бите, кәпәйеп торған ҡорһағы” аша халыҡ аңында батша власына ҡарата екһенеү тойғолары йәшәгәнлеге күрһәтелә. Роман аҙағында Сөнәғәт һәм уның эшсе дуҫтары 1917 йылғы ваҡиғаларға ҡушылып китә.
Романда халыҡсан образдар, һүҙгә маһирлыҡ, диалогтарҙың ерле халыҡтың характерын, индивидуаль һыҙаттарын тәрән аңлап ҡоролоуы был әҫәрҙе уҡымлы итә. Башҡорт телен байытыуҙа, үҫтереүҙә күренекле ғалимдың фәнни асыштары ғына түгел, ә әҙип булараҡ һүҙе лә бик ҙур әһәмиәткә эйә.

Ике шәхес... барыбер осрашты
Романдың икенсе яртыһы яҙыла ҡалһа, Ж.Кейекбаев унда төп геройҙарының береһе итеп Ш.Хоҙайбирҙинды күрергә теләгәнен әйткәйнек. Донъяла хаҡ һәм саф, изге теләктәрҙең тормошҡа ашмай ҡалыуы бик һирәк. Ж.Кейекбаев менән Ш.Хоҙайбирҙин барыбер осрашты – романда яҙыусы революцион көрәштең үҙәге тип рухланып һүрәтләгән Стәрле ерендә, Стәрлетамаҡта булды был хәл. Хәйер, бөтәбеҙ ҙә был осрашыуға шаһитбыҙ: ҡалабыҙҙың Ш.Хоҙайбирҙин исемен йөрөткән матур, киң, төҙөк урамдарының береһендә зыялылығы менән балҡып Ж.Кейекбаев исемендәге гимназия тора. Йөҙләгән йәш дуҫтарыбыҙ һәр көн иртән Ш.Хоҙайбирҙин урамы буйлап Ж.Кейекбаев исемендәге туған телебеҙ усағына уҡырға килә!..
Был ике шәхес, нимәгә тотонһа ла, ҡыйыу һәм революцион ҡараштар менән эш иткән ике уҙаман туған телде үҫтереү өлкәһендә лә мәңге рухташ булып ҡалды, ундай ҙа рухташ туғанлыҡты башҡаса осратыу мөмкин түгелдер: Шәһит Хоҙайбирҙин, граждандар һуғышы тамамланғас та, тыныс тормош төҙөүгә ярһып тотона һәм уның иң беренсе башҡарған эше – башҡорт әҙәби телен нигеҙләү һәм уның нормаларын эшләү була. Шулай итеп, Шәһит Хоҙайбирҙин ХХ быуат башында башҡорт әҙәби телен нигеҙләһә, Жәлил Кейекбаев ХХ быуат уртаһында туған телебеҙ үҫешен тағы ла юғарыраҡ баҫҡысҡа күтәрҙе. Ике шәхестең ижади мираҫы, йәшәү өлгөһө туған телебеҙгә хеҙмәт итеүен дауам итә.


Рәйсә ИЛИШЕВА,
филология фәндәре кандидаты.

Автор:
Читайте нас: