Ашҡаҙар
+10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Хәтер
9 Август 2022, 14:35

Алдар батырға мемориаль комплекс асылды

Бөрйән районының Әтек ауылы эргәһендә башҡорт халҡының милли батыры, тархан, дәүләт эшмәкәре Алдар Иҫәкәев иҫтәлегенә мемориаль комплекс асылды.

Алдар батырға мемориаль комплекс асылды
Алдар батырға мемориаль комплекс асылды

Алдар Иҫәкәев — Бөрйән улусы башлығы, 1704-1711 йылдарҙа башҡорт ихтилалы етәксеһе, күренекле сәйәси эшмәкәр. Һәйкәл кенотаф  символик ҡәбер кеүек эшләнгән, сөнки геройҙың ерләнгән урыны билдәһеҙ. Иҫтәлекле таш тирәләй беседка ҡуйылған.

Билдәле тарихсы Салауат Хәмиҙуллин Алдар Иҫәкәевте тарихи шәхес булараҡ телгә алды, уға бәйле тарихи факттар менән таныштырҙы.

"Алдар батыр - тоҡомло тархан. Беренсе, икенсе Азов походтарында ҡатнаша, унда батырлыҡ күрһәтә. Шул уҡ ваҡытта үҙенең шәхси уңыштарына һөйөнөп кенә йәшәмәй, халҡын ҡайғырта, башҡорттарҙың киләсәген уйлап уларҙы ихтилалға күтәрә. Алдар батыр Рәсәйҙең эске сәйәсәтенә йоғонто яһаған шәхес", - тине ул.

Сара Бөрйән район мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренең моңло сығыштарына үрелеп барҙы, аҙаҡ көллө халыҡ Роберт Юлдашев һәм уның "Ҡурайсы" төркөмөнөң, "Арғымаҡ"тың, Альберт менән Хаят Исмаилдең концертын ҡарап кинәнде. Кәшәнә урынлашҡан тау битләүендә - мәсет, унда Ҡорбан ашы әҙерләнгән. Ауыл халҡы, килгән ҡунаҡтарҙы өҫтәл янына әйҙүкләнеләр.

Алдар батыр Иҫәкәев, ысынлап та, Башҡортостандың ғына түгел, Рәсәйҙең тарихына юйылмаҫ эҙ ҡалдырған оло шәхес. Тимәк, уның исеме лайыҡлы мәңгеләштерелергә хаҡлы. 

Автор:
Читайте нас: