Ашҡаҙар
+12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Хәтер
24 Август 2022, 18:10

Урал бөркөтө

Арҙаҡлы шәхестәребеҙ Ошо көндәрҙә бөтөн Башҡортостан легендар летчик, ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәевтың тыуыуына 100 йыл тулыуҙы киң билдәләне.

Урал  бөркөтө
Урал бөркөтө

Тыуған илебеҙ 1965 йылдың 9 майында һуғыш тамамланғандан һуң беренсе тапҡыр рәсми рәүештә Еңеү байрамын байрам итте.
Ошо йылда «Пионер» журналының яҙғы номерҙарының береһендә Муса Гәрәев тураһында фотоһүрәттәргә бай мәҡәлә баҫылып сыҡты. Шул мәҡәләне уҡығандан һуң беҙ, һигеҙенсе класты ла бөтмәгән үҫмер малайҙар Муса Гәрәев кеүек һауа яугиры булыу тураһында хыялландыҡ. Ул беҙҙең кумирыбыҙға әйләнде.
Ваҡыт яҙмыштарыбыҙҙы үҙенсә хәл итте. Ул саҡтағы хыялый малайҙарҙың береһенә лә летчик булырға насип булманы. Әммә яҡты хыял әҙәм балаһының хәтеренән ғүмере буйы юйылмай. Бөгөн килеп, түбәнерәк осоп үткән самолеттарҙы мин ҡарашым менән күҙҙән юғалғансы оҙатып ҡалам. Һәм күңелдә һәр осраҡта ла бер үк моңһоу уй тыуа: «Был самолет штурвалы артында ниндәй бәхетле егет ултыра икән?»

Муса Гәрәев

Муса Ғайса улы Гәрәев 1922 йылда Башҡорт АССР-ының Илеш районы Иләшкиҙе ауылында (икенсе осраҡта Таш Шишмә ауылы) тыуған. Үҙ ауылында ете класты тамамлағас, Өфө тимер юл техникумына уҡырға инә.
Муса – өҙлөкһөҙ белемгә, камилла-шыуға ынтылыуы менән ғәжәпләнерлек егет. Ул саҡтарҙа тома наҙан, йәки ликбез, башланғыс белемлеләр араһында ете синыф тамамлау ҙур уңыш.
Техникумда уҡып йөрөй, шуның өҫтәүенә, аэроклубта шөғөлләнә. Аэроклубты тамамлағас, уҡытыусылар уға мотлаҡ осоусылар училищеһына барырға тәҡдим итә. Эргәһендә егеттең урыны киләсәктә ерҙә, тимер юлдарында түгел, ә күктә икәнен аңлаған һиҙгер уҡытыусылар булған. Шулай итеп, 1940 йыл аҙағында ун һигеҙ йәшлек егет Энгельс хәрби осоусылар мәктәбе курсанты булып китә.

Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Муса Ғайса улы ИЛ-2 самолетында һөжүм итеүсе (штурмовая авиация) авиацияла һуғыша.
ИЛ-2 штурмовигы - Икенсе бөтә донъя һуғышының тиңе булмаған, иң дәһшәтле штурмовигы. Гитлерсыларҙың танк стратегияһына ҡаршы беҙҙең «ИЛ»дар уңышлы һуғыша. Улар удары аҫтында немецтарҙың данлы «тигр»ҙары менән «пантера»лары янып ҡына түгел, башнялары аҡтарылып оса. Шуға ла ИЛ-2-не «осоусы танк» тип атағандар. Ул танкка ҡаршы бомбалар, 37 миллиметрлы ике автоматик пушка, реактив снарядтар осороусы 8 ҡулайлама һәм өс пулемет менән ҡоралланған була. Немецтар был самолетты үҙ елкәләрендә татығанғалыр «ҡара әжәл» («черная смерть») тип йөрөткәндәр.

М. Гәрәев хәрби иптәштәре менән бергәләп дошмандың аэродромдарын, нығытмаларын, танк колонналарын, тимер юлы үҙәндәрен һәм эшелондарын, диңгеҙ транспортын, артиллерия һәм миномет батареяларын, яу яландарындағы тере көстәрен бомбаға тота һәм һөжүм итә.
Һуғышҡа Сталинградта сержант булып 1942 йылдың сентябрендә инә һәм 1945 йылда Германияла майор дәрәжәһендә тамамлай. 250 хәрби осош яһап дошмандың 15 самолетын (ерҙә), 7 танкын, 3 үҙйөрөшлө орудиеһын, 4 орудиеһын, 3 бронетраспортерын юҡ итә; 6 янғын сығара, яу яландарында дошмандың бик күп тере көсөн дөмөктөрә.
1945 йылдың 24 июнендә Мәскәүҙә Еңеү парадында ҡатнаша. Парадтың иң йәш һәм иң абруйлы ҡатнашыусыһы. 1964 йылда запасҡа китә.
Һуғыштан һуң медицина комиссияһы Муса Гәрәевты хәрби авиацияла хеҙмәттән азат итә. Ярҙамсы, транспорт авиацияһында ғына осорға рөхсәт бирелә. Улы Евгенийҙың «атайымдың бер ниндәй ҙә тән яралары юҡ ине» тигән һүҙҙәре бар. «Тән яраһы төҙәлә, йән яраһы төҙәлмәй», ти халыҡ.

Муса иҫәбендә 250 хәрби осош - 250 тапҡыр үлем менән уйнау! Өҫтәрендә әйләнгәндә бит немецтар ҡул болғап «һауа үбеше» ебәреп ултырмаған. Хәтәр мәлдәр кешене эстән ашай, эстән бөтөрә, психикаһын емерә, холҡон боҙа, аҡылына зәғифлек килтерә. Мусаның улы Евгений һөйләүенсә, һуғыштан һуң атаһының демобилизацияланған дуҫ-иштәренең күңел төшөнкөлөктәренә бирелеүҙәре, «хилаф юлға баҫыуҙары, үҙҙәренә үҙҙәре ҡул һалыуҙары ишетелә.
Авиацияның (французса «ҡош” тигәнде аңлата) һуғыштағы ролен бер кемгә лә аңлатып тораһы юҡ.
Авиаторҙар, һис кенә лә тик тормай, гел генә экстремаль шарттарҙа хеҙмәт иттеләр. Был егеттәр командованиеның һәр саҡ иғтибар үҙәгендә торҙолар. Улар Еңеүгә ғәйәт ҙур өлөш индереүҙәре менән ғорурҙар ине. Осоусылар үҙ әһәмиәттәре менән ҡәнәғәт инеләр. Авиаторҙар – армия элитаһы ине. Һуғыш бөтөп, еңеүгә өлгәшелгәс, медицина комиссияһы аша үткәрҙеләр ҙә, уларҙың күпмелер өлөшөнә «дүрт яғығыҙ – ҡибла» тинеләр. Кисә генә уларҙан башҡа һуғыш алып барыу ҡыйын ине, бөгөн килеп - кәрәктәре юҡ! Егеттәрҙә артабан ғәрләнеү, йәберһенеү, апатия, депрессия... Был хәлде күптәре еңел кисерә алманы. Шул иҫәптән, Муса Гәрәев та. Үҙ бюрократиябыҙ вайымһыҙлығы, унан да бигерәк узурпаторлыҡ яуызлығы, шәхесте тапау ҡағиҙәре яу юлдары, яу йылдары, һуғыш фажиғәләре бөгә алмаған ҡаһарманды йәбер ғәрлегенән ҡаты сиргә тарыта. Ярар әле эргәһендә тоғро Галинаһы була...
Был юлдарҙы хөрмәтле гәзит уҡыусы автор демагогияһы итеп ҡабул итмәһен. Автор уларҙы Үҙәк телевидениелар һәм БСТ тапшырыуҙарына таянып яҙа.

Яҡындары һәм дуҫтары Муса Гәрәев хаҡында

Евгений Гәрәев, Мусаның улы: «Һуғыш аҙағында (апрель) Балтик диңгеҙе яры буйлап алтмышлап саҡырымға һуҙылған ҡоро ер һыҙаты буйлап немецтарҙың бик күп хәрби көстәре көнбайышҡа сигенә. Атайым эскадрильяһы шуларҙы атакалай. Дошман беҙҙең самолеттарға көслө ут аса. Беҙҙекеләр, бурыстарын уңышлы үтәп, үҙ базаларына ҡайтып китә. Дөрөҫ, юғалтыуҙарһыҙ булмай. Атайымдың да машинаһы ныҡ зарарлана, аэродромға саҡ ҡайтып төшә. Самолет корпусының тишкеләнмәгән урыны ҡалмаған, ә уң ҡанаты яртылаш емерелеп ҡалған, саҡ тотоп-тотолоп тора. Быны күреп техниктарҙың ҡото оса! Ҡанат тағы ла саҡ ҡына кителә ҡалһа, был рейд атайымдың һуңғы осошо булыр ине...»

Александр Кирьянов Дан ордендарының тулы кавалеры. М. Гәрәевтың пулеметсыһы, Сталинградтан Берлинғаса бергә хеҙмәт итәләр. 1972 йылда вафат. «Бер саҡ заданиенан ҡайтып киләбеҙ. Муса немецтарҙың хәрби колоннаһын күреп ҡалды бит әй! Бына, һиңә әйтәйем, шыҡыйып төшөп тегеләргә һөжүм итә! Өҙмәй ҙә ҡуймай, әйләнеп килеп ҡабат-ҡабат ябырыла. Бомба ташлай, пулеметтарҙан ут яуҙыра. Үҙе шул тиклем дә түбән төшә – дошман автомашиналарына тәкмәсләйбеҙме, тип ултырам. Немец һалдаттарының йоҙороҡ күрһәткәндәренә тиклем күреп үтәм. Теге мәлғүндәр барса төр ҡоралдарынан ут асты. Корпусҡа шаптыр-шоптор пулялар яуғаны ишетелеп тора! Минең Мусаға өндәшерлек хәлем юҡ... Барса бомбаларыбыҙҙы ырғытып, патрондарыбыҙҙы атып бөтөрмәйенсә ҡуйманы шуларҙы. Ҡайтырға курс алғас ҡына:
- Йә, Саша, хәлдәр нисек? - тип көлә. Ә минең сыҡмаған йәнем генә бар ине...»
Самолеттың үҙе теткеләнеп бөткәндә лә осоусының иҫән ҡалыу сәбәбе ябай. Башҡа маркалар менән сағыштырмаса, Муса осҡан ИЛ-2-нең моторы һәм осоусы креслоһы ышаныслы броня менән көпләнгән. Туранан-тура пушка, зенитка снаряды ғына эләкмәгәндә машинаны пулялар, йәки ярсыҡтар менән генә алдырырлыҡ түгел.

Галина Гәрәева, Мусаның тормош иптәше: «Мин Мусаны ғүмерем буйы көтөп йәшәнем. Аҫҡы ҡатта лифт шығырлаһа, күңелем менән һиҙеп, уның ҡайтып килгәнен яңылышмай инем. Подьезда ул ҡыңғырау төймәһенә баҫырға өлгөрә алмай, мин ишек асам!..
Һуғыштан һуң ул тыуған ауылында бик ҡаты сирләне. Ҡайһы берәүҙәр «уның йөҙө – мәйет йөҙө» ти торғайнылар. Мусаны аяҡҡа баҫтырырға мин бар көсөмдө һалдым. Уны йыш ҡына яландарға алып сыға инек. Ошондай матур донъяларҙа йәшәп, сирләп ятыу килешмәҫ, тип күңелен күтәрергә тырыша инек. Муса сирҙе еңде. Ике ай тигәндә ныҡлы аяҡтарына баҫты...»
Минең йәшлек йылдарым Өфөлә үтте, Дан бульвары янында ғына дөйөм ятаҡтарҙың береһендә йәшәнем. (Октябрь проспекты, 127/4, рекдакция өсөн). Дан бульварында ДОСААФ-тың республика комитеты бинаһы урынлашҡан, алдында М. Гәрәевтың бик матур бюсы тора. Заманында СССР-ҙа монументаль скульптура буйынса ике рәссам, ике титан бар ине. Беренсеһе - Вучетич (Мамай курганы ансамбле авторы), икенсеһе - Томский (еңеү генералдары статуялары авторы). ДОСААФ бинаһы алдында Томский ижад иткән бюст тороуы ул саҡ уйҙа ла юҡ ине...

Николай Томский: “Мине Мусаның ғәжәйеп мөләйемлеге, асыҡ күңеллелеге, кешелклелеге һоҡландырҙы. Эшләйем-эшләйем дә, ҡайһы берҙә бындай нәзәкәтле, күркәм зат нисек итеп һуғыш батыры була алды икән, тип уйлап ҡуям...”
90-сы йылдар башында «үҙгәртеп ҡороу» тигән “эт туйы” башланғас, яҡташтары Гәрәевтың бюсын үҙҙәренә алып ҡайтып киткәндәр, тигән хәбәрҙәр ишетелде. Һәм был урынлы. Бандалар бюсты төҫлө металл һыныҡтары итеп бер яртылыҡ хаҡҡа ҡайҙалыр тапшырып ҡуймаһындар, тип хәүефләнгәндәрҙер. Ул саҡтарҙа В.И.Лениндың һәйкәлдәренә генә ҡағылырға баҙманылар. Һәм шуны ла әйтеп үтеү мөһим: 1992 йылда уҡ үҙебеҙҙең Юрий Федорович Талагатов тигән рәхмәт төшкөр егет, Башҡортостандың атҡаҙанған рәссамы Өфөлә, Еңеү паркында батыр ҡәберенә бик мөһаббәт бюст ҡойоп ҡуйҙы.
Салауат Хәмиҙуллин (БСТ-ла «Тарихи мөхит» рубрикаһын алып барыусы): “Муса Гәрәев – пионерҙар һәм комсомолдарҙың ДОСААФ йәмғиәт ойошмаһы менән түгел, хәрби округтар, хәрби берләшмәләр менән идара итерҙәй шәхес. Уның кеүектәрҙе һанарға Союз буйынса ике ҡул бармаҡтары етер ине...”

Һорауҙар, һорауҙар...

Заманында ике хәрби академия тамамлаған, ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы, СССР Юғары Советы депутаты М.Гәрәев менән Республика етәкселәре аралары, йомшартып әйткәндә, һалҡын булды. Батыр үҙ ерендә ситләтеүҙәргә дусар ителде. Шуғалыр ҙа уға республика ДОСААФ-ы етәкселегенән юғарыраҡ вазифа бирелмәне. Ә бит һуғыштан ҡайтҡанында Мусаны Өфөнән тыуған ауылына самолетта килтереп ҡуйғайнылар. Батырҙы яҡташтары һабантуйға килгән ише йыйылышып, тәбрикләп ҡаршы алғайны.
Ситләтеүҙәрҙең сәбәбеме? Бик ябай: һуғыштан һуң етәкселәрҙең үҙ батырҙарына, үҙ генералдарына үҙҙәре шик һәм ҡурҡыу аша ҡарауында. Был ҡурҡыуҙар бигерәк тә Сталин вафатынан һуң Еңеү генералдары, уның вариҫы Лаврентий Берияны атҡандан һуң, халыҡтарҙың тәҡәтен ҡоротҡан аяуһыҙ режим ҡолатылғандан һуң көсәйҙе һәм патологияға әйләнде. Берияны ҡолатыу ғәмәлдә маршал Г.К.Жуков етәкселегендә генералдарҙың дәүләт түңкәрелешен үткәреүҙәре ине.
Никита Хрущев Жуковтан нисек тә ҡотолорға белмәне, маршал Мәскәүҙә йәшәгәнендә бахырың тыныс йоҡлай алмаған, тиҙәр. Шуға күрә лә генсек (ул саҡта беренсе секретарь) хәүефле маршалды Мәскәүҙән олаҡтырыу юлдарын эҙләне. Берсә Одесса, берсә Свердловск хәрби округтары командующийы итеп тәғәйенләп, баш ҡаланан арыраҡ, алыҫҡараҡ тотоу сараһын күрҙе. Миҫалға «Жуков» телесериалын иҫегеҙгә төшөрөгөҙ.

Ҡара елдәр Мусаны ла ситләтеп үтмәне

Бер-нисә йыл элек Өфө аэропортына ниндәй исем биреү тураһында һүҙ ҡубып киткәйне. Мостай Кәрим менән Муса Гәрәев исемендәрендә туҡталдылар. Һөҙөмтәлә һәр ерҙә йәмғиәт фекере тыуҙырып йөрөүсе, «һәр фәнгә маһир» шағирҙар һүҙе өҫтөн булып сыҡты, буғай. Хәҙер аэропортыбыҙ Мостай Кәрим исемен йөрөтә. Ә бына Яҙыусылар союзына ҡасан Муса Гәрәев исемен бирерҙәр икән? Шуны беләһе ине...

Аксиома

Бюрократтар, тәғәйенләнештәр аша ҙур-ҙур кәнәфиҙәргә (кресло) үрләйҙәр ҙә, донъяны бутайҙар-бутайҙар ҙа китәләр, онотолалар. Ә батырҙар халыҡ күңелендә мәңге һаҡлана, исемдәрен изге итеп һаҡлайҙар. Быйыл йәй, тыуыуына 100 йыл тулыуға бағышлап рәхмәтле Башҡортостан Муса Ғайса улы Гәрәевкә тыуған Илеш районы үҙәге Үрге Йәркәйҙә һәйкәл ҡойҙо. Быныһында инде бюст ҡына түгел, ә бөтә һыны менән һүрәтләнгән статуя!


Хәмит Иргалин.

Очерк геройҙың үҙе яҙған «Штурмовиктар һөжүмгә бара» исемле хәтирәләр китабы (5-се баҫма, Баш-ҡортостан китап нәшриәте, 1990-240 бит), Рәсәй үҙәк телевидениелары, БСТ материалдары ҡулланып яҙылды.

Автор:
Читайте нас: