Ашҡаҙар
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Хәтер
5 Сентябрь 2022, 15:38

Өлкән лейтенант Игорь Нәсибуллинға үлгәндән һуң Рәсәй Геройы исеме бирелде

Бөгөн Өфөлә Украина биләмәһендәге махсус хәрби операция ваҡытында һәләк булған хәрбиҙәрҙең туғандарына Рәсәй Федерацияһының дәүләт наградаларын тапшырыу тантанаһы уҙҙы.

Өлкән лейтенант Игорь Нәсибуллинға үлгәндән һуң Рәсәй Геройы исеме бирелде
Өлкән лейтенант Игорь Нәсибуллинға үлгәндән һуң Рәсәй Геройы исеме бирелде

Ил президенты указы менән хәрби бурысын үтәгәндә күрһәткән батырлығы өсөн өлкән лейтенант Игорь Леонидович Нәсибуллинға үлгәндән һуң Рәсәй Федерацияһы Геройы исеме бирелде.

Нәсибуллин Игорь Леонидович 1995 йылдың 14 июлендә Курск өлкәһе Дмитриев ҡалаһында хәрби ғаиләһендә тыуған.

2001 йылда Биробиджан ҡалаһында беренсе класҡа уҡырға барған. 2002 йылда (атаһы запасҡа сыҡҡандан һуң) ғаилә Башҡортостанға, тыуған төйәгенә – Яңауыл районы Иҫке Вәрәш ауылына йәшәргә ҡайтҡан.

Офицерҙың ата-әсәһенә Рәсәй Геройы йондоҙон Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы рәйесе Константин Толкачев тапшырҙы.

«Һәләк булған яугир яҡташтарыбыҙҙың хөрмәтле ата-әсәләре, туғандары һәм яҡындары! Хөрмәтле иптәштәр! Быйыл һәр кем әхлаҡи һайлау алдында тороп ҡалды – Рәсәй, үҙ халҡың өсөн нимә эшләргә әҙерһең?

Беҙҙең яугирҙәр биргән антына, Ватанына аҙаҡҡаса тоғро ҡалды. Намыҫ, бурыс, Тыуған илгә, ғаиләңә, яҡындарыңа һөйөү идеалдарына. Уларҙың ҡаһарманлығы мәңге йәшәр. Уларҙың тормошта һайлаған юлы барыбыҙ өсөн дә рух көсө, юғары әхлаҡ, батырлыҡ өлгөһө булыр.

Мин яугирҙәрҙең ата-әсәләре, туғандары һәм яҡындары алдында баш эйергә теләйем. Ошондай улдар, ысын геройҙар тәрбиәләгәнегеҙ өсөн рәхмәт, Башҡортостан, Рәсәй улар менән сикһеҙ ғорурлана», – тип билдәләне Константин Толкачев.

Рәсәй Федерацияһы президенты Указы менән хәрби бурысын үтәгәндә күрһәткән ҡаһарманлығы өсөн өлкән лейтенант Вадим Гавриков, өлкән сержант Марат Мостафин, ефрейтор Данил Фәттәхов, старшина Тимур Хәйруллин үлгәндән һуң Батырлыҡ ордены менән бүләкләнде. Наградалар геройҙарҙың туғандарына һәм яҡындарына тапшырылды.

Танк батальонының танк ротаһы командиры, өлкән лейтенант Вадим Гавриков 1997 йылдың 31 ғинуарында Белоретта тыуған.

Өлкән сержант Мостафин Марат Марсель улы 1984 йылдың 15 авгусында Дүртөйлө ҡалаһында тыуған.

Ефрейтор Фәттәхов Данил Самат улы 1985 йылдың 9 мартында Өфөлә тыуған.

Старшина Хәйруллин Тимур Абрар улы 1995 йылдың 2 мартында Учалы районы Миндәк ҡасабаһында тыуған.

Наградалар тапшырылғандан һуң һәләк булған яугир-геройҙар иҫтәлегенә бер минутлыҡ тынлыҡ иғлан ителде.

Башинформ.

Өлкән лейтенант Игорь Нәсибуллинға үлгәндән һуң Рәсәй Геройы исеме бирелде
Өлкән лейтенант Игорь Нәсибуллинға үлгәндән һуң Рәсәй Геройы исеме бирелде
Автор:
Читайте нас: