Ашҡаҙар
-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Хәтер
10 Ноябрь 2022, 12:42

ӨЛӨШЛӘТӘ МОБИЛИЗАЦИЯ БУЙЫНСА САҠЫРЫЛҒАН БУЛҒАН

Махсус операция барышында, яҡташыбыҙ, ефрейтор Яков Чаунас һәләк булып ҡайтты. Хушлашыу ошо минуттарҙа “Сода” биҫтәһендәге ҡала мәҙәниәт һарайы алдында үтте. Һалдатты оҙатырға бик күп ҡала халҡы йыйылғайны. Эйе, Яков Николаевич үҙ тормошо эсендә бик күп кеше күңелендә яҡты эҙ ҡалдырып өлгөргән.

ӨЛӨШЛӘТӘ МОБИЛИЗАЦИЯ БУЙЫНСА САҠЫРЫЛҒАН БУЛҒАН
ӨЛӨШЛӘТӘ МОБИЛИЗАЦИЯ БУЙЫНСА САҠЫРЫЛҒАН БУЛҒАН

Йәш саҡтарында контракт буйынса хеҙмәт үткән булған, өлөшләтә мобилизацияға саҡырылғанға тиклем ҡала предприятиеларында эшләгән булған. Оҙатыуҙа ҡала хакимиәте башлығы Рөстәм Ғәзизов, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Ирек Зарипов һәм Стәрлетамаҡ ҡалаһы һәм районы буйынса хәрби комиссар Рөстәм Ҡантимеров ҡатнашып, яугирҙың яҡындарының ҡайғылары менән уртаҡлашты.

- Яков Николаевич менән Пензала өлөшләтә мобилизация буйынса саҡырылған егеттәр менән осрашырға барғанда танышып өлгөрҙөк. Шул ваҡыт арауығында уҡ ул минең өсөн ышаныслы егет, тиҙ арала ҡарар ҡабул иткән яугир булараҡ иҫтә ҡалып өлгөрҙө. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, беҙ бөгөн уны оҙатабыҙ. Шул уҡ ваҡытта уның исеме беҙҙең өсөн мәңгелектә хәтерҙә ҡаласаҡ. Һалдаттың туғандары беҙҙең ҡурсаулыҡ аҫтында буласаҡ, ярҙамыбыҙҙан өҙмәйәсәкбеҙ, - тине Рөстәм Фәрит улы.

Ғаилә башлығын, улыңды юғалтыу иң ҙур ҡайғыларҙың береһелер. Әлеге заманда бындай күренештәр йышайып китте, ғүмеребеҙҙе, яҡындарыбыҙҙы хөрмәт итеп йәшәйек! «Ашҡаҙар» гәзите редакцияһы Яков Николаевич Чаунастың яҡындарының ҡайғыһы менән уртаҡалаша.

ӨЛӨШЛӘТӘ МОБИЛИЗАЦИЯ БУЙЫНСА САҠЫРЫЛҒАН БУЛҒАН
ӨЛӨШЛӘТӘ МОБИЛИЗАЦИЯ БУЙЫНСА САҠЫРЫЛҒАН БУЛҒАН
ӨЛӨШЛӘТӘ МОБИЛИЗАЦИЯ БУЙЫНСА САҠЫРЫЛҒАН БУЛҒАН
ӨЛӨШЛӘТӘ МОБИЛИЗАЦИЯ БУЙЫНСА САҠЫРЫЛҒАН БУЛҒАН
ӨЛӨШЛӘТӘ МОБИЛИЗАЦИЯ БУЙЫНСА САҠЫРЫЛҒАН БУЛҒАН
Автор:Эльдар Фаттахов
Читайте нас: