Ашҡаҙар
+16 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Хәтер
24 Ноябрь 2022, 11:03

Батырҙарыбыҙ иҫтәлегенә таҡтаташ асылды

Ҡалабыҙҙың 4-се гимназияһында махсус хәрби операция барышында һәләк булып ҡалған яҡташтарыбыҙ Виктор Заплохов һәм Юрий Чумаковҡа таҡтаташтар асылды. Иҫегеҙгә төшөрөп үтәбеҙ, ике яугирыбыҙ ҙа хәрби операция барышында күрһәткән батырлығы өсөн үлгәндән һуң Миңлеғәле Шайморатов генерал ордены менән наградланған.

Сарала мәктәп уҡыусылары, яугирҙарҙың яҡындары ҡатнашты.

- Беҙ матур мәктәптәрҙә, тыныс тормошта йәшәйбеҙ, шул уҡ ваҡытта ил сигендә һалдаттарыбыҙ ҡатмарлы шарттарҙа дошман менән алыша. Тыныс тормоштоң һәр минутының ҡәҙерен белеп йәшәйек. Гимназия тупһаһын үткән һайын, бында геройҙар булғанын онотмағыҙ, илебеҙ мәнфәғәттәре өсөн ғүмерен биргән һалдаттарыбыҙ тере миҫал булып тора. Уҡыусыларға тырышып уҡырға, лайыҡлы граждандар булып үҫеп етеүегеҙҙе теләйем, тине Рөстәм Фәрит улы тантана барышында.

Таҡтаташ аша яҡты донъяларға ҡарап торған егеттәребеҙҙең тормошо беҙҙең хәтер аша дауам итә. "Набат" Чечен республикаһында ҡораллы конфликтта ҡатнашыусылар союзы рәйесе Илдус Мәнәпов һүҙҙәре "Һалдат ике тапҡыр һәләк була, беренсе тапҡыр - яу яланында,  икенсегә - уның тураһында хәтер онотолған саҡта", хаҡлылыр. Яугирҙарыбыҙҙы онотмайыҡ.

"Ашҡаҙар" гәзите редакцияһы һәләк булып ҡалған егеттәребеҙҙең яҡындарының ҡайғыһын уртаҡлаша.

Автор:Эльдар Фаттахов
Читайте нас: