Ашҡаҙар
+21 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Хәтер
1 Февраль 2023, 08:20

МӘҢГЕ ЛӘ ОНОТОРЛОҠ ТҮГЕЛ

Ленинградты фашистар блокадаһынан азат итеү көнө билдәләнде Билдәле булыуынса, 1944 йылдың 27 ғинуарында Ленинград ҡалаһы немец-фашист ғәскәрҙәре блокадаһынан тулыһынса азат ителә. Һуңғы ваҡытта  был көндө ҡалабыҙҙа йыл һайын билдәләйҙәр. Был юлы “Отечество” хәрби-патриотик берләшмә студенттары сараны тантаналы асып ебәрҙе.

– Ленинград  блокадаһы 1941 йылдың 8 сентябренән башланып, 872 көн буйы дауам итә. Ҡала ҡамауҙа ҡалғас, оҙайлы ваҡытҡа етерлек аҙыҡ-түлек һәм яғыулыҡ булмай. Ленинград менән берҙән-бер бәйләнеш юлы булып Ладога күле аша һалынған маршрут тора. Ул дошмандың артиллерияһы, авиацияһы һәм хәрби-диңгеҙ көстәре һөжүме аҫтында була. Ҡалаға төрлө юлдар менән индерелгән аҙыҡ-түлек, төрлө кәрәк-яраҡ ҡала халҡы ихтыяжын ҡәнәғәтләндерерлек күләмдә булмай. Һөҙөмтәлә  Ленинградта башланған аслыҡ, ҡыштың айырыуса сасҡау булыуы, транспорт һәм йылытыу системаһындағы проблемалар йөҙҙәрсә мең кешенең үлеүенә килтерә, – тип митингта бәйән ителгән  әсе тарих һәммәбеҙҙе тетрәндерҙе.

Бөйөк Ватан һуғышы тарихының ошо ваҡиғаларҙы иҫкә алғанда тәндәр земберләп китә. Ҡалабыҙҙа ошо ваҡиға шаһиттарынынан өс кенә кешенең  әле тере булыуы мәғлүм: Вера Максимовна Белова, Рәшиҙә Ғарифйән ҡыҙы Хәмитова һәм Людмила Владимировна Садовская. Улар  быйыл был сарала ҡатнаша алманы. Беҙ Ленинград блокадаһында һәләҡ булғандарҙы бер минут тын тороп иҫкә алдыҡ. Ҡалабыҙ мәктәптәренән, уҡыу йорттарынан килгән волонтерҙар Мәңгелек ут эргәһендәге  “Билдәһеҙ һалдат” ҡәберенә сәскәләр һалды. Ғәҙәттәгесә, Стәрлетамаҡ икмәк комбинаты әҙерләгән 125 грамм икмәкте сарала йыйылыусыларға тараттылар. 1941-1942 йылдағы блокаданың  иң ауыр көндәрендә икмәктең йән башына нормаһы фәҡәт ошолай була. Аллам һаҡлаһын, тиергә генә ҡала. Шуларҙы уйлаһаң, әле әҙәм балаһы туҡлыҡтан ҡотора һымаҡ… Ленинград ҡалаһында ул саҡта йәшәгән кешеләрҙең 872 көнгә һуҙылған  сыҙамлығын һәм батырлығын мәңге оноторлоҡ түгел! Үкенескә ҡаршы, йәнә фашизм илебеҙ именлегенә ҡул һуҙырға маташа, ә уға бөтә Европа һәм Көнбайыш ярҙам итә. Инде башҡа ундай ауыр көндәрҙе күрһәтмәһен тиһәк, бөгөн беҙгә берҙәм һәм көслө булыу кәрәк, шул саҡтағы аслыҡтан, хәлһеҙлектән интегеп йән биргән кешеләр хаҡына!..

Римма ҒӘЛИМОВА.

Сергей КРАМСКОВ фотоһы.

 

МӘҢГЕ ЛӘ ОНОТОРЛОҠ ТҮГЕЛ
МӘҢГЕ ЛӘ ОНОТОРЛОҠ ТҮГЕЛ
Автор:Римма Галимова
Читайте нас: