Ашҡаҙар
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Хәтер
27 Февраль 2023, 17:00

ТУҒЫҘ ЙЫЛҒА ҺУҘЫЛҒАН ҺУҒЫШ…

Хәрби-интернационалистарҙы иҫкә алдыҡ

Февраль уртаһында хәрби-интернационалистар стелаһы янында Афғанстандан Совет ғәсҡәрҙәрен сығарыуҙың 34 йыллығына бағышланған митинг үтте. Сарала ҡала хакимиәте башлығы Рөстәм Ғәзизов, Башҡортостан Республикаһы хәрби комиссары, полковник Михаил Блажевич, Стәрлетамаҡ ҡалаһы һәм Стәрлетамаҡ районы буйынса хәрби комиссариат бүлеге начальнигы Рөстәм Ҡантимеров, “Афғанстан ветерандарының Рәсәй союзы” йәмәғәтселек ойошмаһының Стәрлетамаҡ бүлеге рәйесе Сергей Балмасов, “Набат” союзы йәмәғәтселек ойошмаһы рәйесе Илдус Мәнәпов, директорҙар Советы рәйесе урынбаҫары Василий Космынин ҡатнашты. Шулай уҡ, митингҡа хәрби-интернационалистарҙың туғандары, волонтерҙар, студенттар, мәктәп уҡыусылары килгәйне.

– Бынан 34 йыл элек совет һалдаттары Афғанстандан сығарылды. Туғыҙ йылға һуҙылған был һуғышта Советтар Союзы 15 меңдән ашыу улын юғалтты. Уларҙы үҫтергән ата-әсәләрҙең күптәре ғәзиздәрен көтөп ала алманылар. Шулар араһында Стәрлетамаҡтан 20 егет тыуған илгә тере килеш әйләнеп ҡайта алманы. Ләкин улар хаҡындағы хәтер беҙҙең йөрәктәрҙә йәшәй, – тигән фекерҙе еткерҙе Рөстәм Ғәзизов.

– Бөйөк Ватан һуғышы тамамланғандан һуң да илебеҙ хәрбиҙәре ҡатнашҡан 30 хәрби конфликт булған. Беҙ Еңеү байрамын 9 майҙа  байрам итеп күнеккәнбеҙ. Ләкин тиҙҙән календарҙа тағы ла бер Еңеү көнө өҫтәлеренә иманым камил. Сөнки махсус хәрби операция беҙҙең Еңеү менән тамамланасаҡ, – тине Башҡортостан Республикаһы хәрби комиссары Михаил Александрович Блажевич. Уның һүҙҙәре күптәрҙең күңелендә өмөт сатҡыһы уятҡандыр, тимен. Митинг, ғәҙәттәгесә, бер минут тын тороп, стелаға сәскәләр һалыу менән тамамланды.

Римма ҒӘЛИМОВА,

Сергей КРАМСКОВ фотоһы.

ТУҒЫҘ ЙЫЛҒА ҺУҘЫЛҒАН ҺУҒЫШ…
ТУҒЫҘ ЙЫЛҒА ҺУҘЫЛҒАН ҺУҒЫШ…
Автор:Римма Галимова
Читайте нас: