Ғәниҙең шуҡ малайы
Атай һәм әсәй – бала өсөн иң ҡәҙерле, иң изге кешеләр. Беҙгә, 11 бер туғанға, бына ошо иң ҙур бәхет яҙҙы. Әсәйебеҙҙең наҙ тәрбиәһен күреп, атайға арҡа терәп үҫтек. Татыу, мөхәббәтле ғаиләлә ике ҡыҙ, туғыҙ малай донъяға килә.
Яҙмыштың әсеһен-сөсөһөн аҙ күрмәгән Бөйөк Ватан һуғышы ветераны атайым Ғәни Ибраһим улы һәм Герой-әсә, хеҙмәт ветераны Разифа Закир ҡыҙы бөтә балаларында ла хеҙмәт һөйөү, тормошта юғалып ҡалмау, кешелекле, кеселекле булыу кеүек көслө сифаттар тәрбиәләй алды.
Атайымдың йыр-бейеүгә маһирлығы, бигерәк тә оҙон көйҙө башҡарыуы балаларына ла күскән. Башҡорт халҡының мәшһүр көйҙәре “Шәүрә”, “Уйыл”, “Сәлимәкәй”, “Урал”ды иҫ-киткес оҫта итеп йырлай торғайны. Ошо һыҙаттары үҙен драма артисы булараҡ танытҡан, ғаиләлә етенсе бала булып тыуған Фәимдә асыҡ сағылды. Ул йылдарҙа ауыл мәктәптәрендә музыка уҡытыусылары етешмәй ине. Уның талантын үҫтереү маҡсатында мин уны Салауат ҡалаһындағы интернатҡа урынлаштырҙым. Быны ул бик ауыр кисерҙе. Бер-ике ай уҡығандан һуң ҡасып ҡайтты. Шуның өсөндөр инде уны “Ғәниҙең шуҡ малайы” тиҙәр ине.
“Һарыҡты кем ашаған?”
Йәмле Рәүҙәк буйы туғайҙарын яңғыратып йырлай-йырлай ағайҙары Зөфәр, Рүзәк, Мирфәйез, Зинфир, ҡустылары Әмир, Фәнир менән ҡурай еләге йыйырға бара торғайнылар. Урманда ҡурай еләге йыйып йөрөгәндә айыу ташланып ай буйына төндә “Айыу! Айыу!” – тип ҡысҡырып уяныуҙары хәтерҙә ҡалған.
Германияла хеҙмәт итеп ҡайтҡас, Өфө сәнғәт институтына барырға өндәй башланым. Әҙерләнә торһон тип мәҫәл ятларға куштым. Еҙнәһе лә, мин дә эштә, һарыҡ көтөргә сират еткән, китте был һарыҡ көтөргә. Көн ямғырлы, тау башында плащ ябынып М.Ғафуриҙың “Һарыҡты кем ашаған?” мәҫәлен ятлап ята икән, ә һарыҡтар иген баҫыуы өҫтөндә игенде уралар икән. Еҙнәһе баҫыуҙа йөрөгән һарыҡтарҙы күргәс, Фәим янына барған да: “Ҡәйнеш, һарыҡтар ҡайҙа?” – тип һорағас, “"Һарыҡты бүре ашаған”, – тип яуаплаған. Фәимдең ошондай шуҡлыҡтары бик күп булды. Атай-әсәйҙе, туғандарын, тыуған ауылыбыҙ Ибрайҙы, ауылыбыҙҙың халҡын яратты.
“Үҙе матур, үҙе уҫал”
Институтты тамамлар алдынан атай-әсәйгә ҡайтып:
– Атай! Әсәй! Мин өйләнәм! – тип хәбәр һалды. Атай-әсәй:
– Кем балаһы? Ҡайһы яҡтан? Кем булып эшләй, уҡыймы? – тип һорағас:
– Исеме Хөснә, Әбйәлил ҡыҙы. Үҙе матур, үҙе уҫал, – тине. Шулай итеп, ҡыҙҙы һоратып туй үткәрҙек. Фәим ҡустыбыҙ менән киленебеҙ Хөснә матур итеп ғүмер кисерҙеләр. Бер ҡыҙ, бер малайға ғүмер бирҙеләр. Тимәк уларҙың дауамы бар, тормош дауам итә!
Атанан күргән уҡ юнған, ти беҙҙең башҡорт халҡы, ул атайым һымаҡ балта оҫтаһы ла ине. Хаҡлы ялға сыҡҡас, ауылға ҡайтып йәшәйем тип, матур итеп йорт төҙөнө. Күпләп йылҡы малы, һыйыр аҫыраны, тиҫтәләп умарта тотто (ағалары менән берлектә). Яҙ булһа, “биларусына” ултырып, йырлай-йырлай ауылдаштарҙың бәрәңге ерен һөрөп бирҙе. Шулай, бөтә яҡтан уңған, изге күңелле, йомарт, оло йөрәкле булып хәтер түрҙәрендә тороп ҡалды беҙҙең ҡустыбыҙ. Йондоҙ булып балҡыны ул һәм күңелдәребеҙҙә мәңге балҡыясаҡ!..
Матур хәтирәләр менән иҫкә алайыҡ
2022 йылдың 29 мартында яратҡан ҡустыбыҙ, Башҡортостандың халыҡ артисы Фәим Ғәни улы һәм киленебеҙ Хөснә Рафиҡ ҡыҙы Әхмәтйәновтарҙың балаларын, туғандарын, тамашасыларын, уҡыусыларын ҡалдырып, фажиғәле рәүештә баҡыйлыҡҡа күсеүҙәренә бер йыл тулды. Ҡояштай алсаҡ йөҙлө, һәр саҡ йылмайып ҡына һөйләшкән ҡустыбыҙ Фәимде, тура һүҙле киленебеҙ Хөснәне белеүселәр, ҡәрҙәштәр, беҙҙең ҡәҙерле кешеләребеҙҙе ошо изге Ураҙа айында, изге уйҙар, матур хәтирәләр менән иҫкә алһындар ине.
Йөрәктәргә бөтмәҫ яра һалып
Китеп барҙығыҙ беҙҙең аранан.
Күпме һағынып иҫкә алһаҡ та,
Уңала алмаҫ мәңге яралар.
Зәйтүнә КИНЙӘБАЕВА.
ТЕМАНЫ ДАУАМ ИТЕП:
Уларҙың күңел йылыһы йөрәктә ҡалды...
Стәрлетамаҡ телевидениеһында эшләгән осорҙа, Башҡортостандың халыҡ артисы, Стәрлетамаҡ башҡорт драма театры актеры Фәим ағай Әхмәтйәновҡа бағышлап тапшырыу эшләгәйнем. Был 2015 йыл ине. “Йәнтөйәк” тапшырыуының тотош бер сығышы уға бағышланғайны. Хәҙер килеп, ваҡытында уның тураһында тапшырыу төшөрөп өлгөргәнемә шул тиклем ҡыуанам, сөнки был тапшырыу бер хәтирә булып ҡалды. Бигерәк тә балалары өсөн. Бына бөгөн дә был яҙманы яҙыр алдынан, шул тапшырыуҙы тағы ла бер тапҡыр ҡарап сыҡтым да 2015 йылдың октябрь айына яңынан әйләнеп ҡайтҡандай булдым...
...Фәим ағай тураһында тапшырыу төшөрөүе шул тиклем еңел булды. Оператор өсөн дә, минең өсөн дә, монтажлаусы өсөн дә. Сценарий ҙа бик еңел яҙылғайны. Тапшырыу төшөргән ваҡытта үҙеңдең геройың менән күп тапҡырҙар осрашаһың, аралашаһың. Был аралашыу аҙналап дауам итергә мөмкин. Шул ваҡытта һин ул кеше менән яҡын туғандарға әйләнеп бөтәһең.
Фәим ағайҙың ихлас көлөүе, аҡыллы һүҙҙәре һаман да ҡолаҡ төбөндә сыңлап киткәндәй була. Бигерәк тә тыуған ауылы, атаһы менән әсәһе, бер туған ҡустылары һәм ағалары, яратҡан шөғөлдәре тураһында оло һөйөү менән һөйләгәйне.
Беренсе көн театрҙа төшөрһәк, икенсе көнө ғаиләһен төшөрөү өсөн фатирҙарына йүнәлдек. Шул тиклем йылы ҡаршы алдылар беҙҙе! Хөснә апай сәйҙәр әҙерләп көтөп торған ине. Матур, яҡты, зауыҡ менән биҙәлгән өйҙә егәрле, тырыш, мөхәббәтле ғаилә йәшәгәне күренеп тора ине. Аралашыуҙың беренсе минуттарынан уҡ улар беҙҙе үҙҙәренең ябайлығы, ихласлығы менән арбанылар. Һөйләшеп һүҙҙәребеҙ бөтмәне. Бик йылы әңгәмә ҡорғайныҡ беҙ ул ваҡытта... Ҡорғайныҡ тип әйтергә генә ҡала хәҙер. Бик үкенесле булды шул уларҙың китеүҙәре. Етмәһә бергәләп китеүҙәре... Фәим ағай менән Хөснә апай биргән күңел йылыһы һаман да йөрәгемдә һаҡлана.
Рәшиҙә БУРАНБАЕВА, журналист.
Ул гармунда уйнай башлаһамы!..
Фәим Әхмәтйәнов менән мин 1991 йылда Башҡорт республика мәҙәниәт техникумы студенты булған сағымда таныштым. Ул бик яҡшы күңелле кеше ине, бер ваҡыт хатта таныш булмаған кешегә лә ярҙам итә торғайны. Фәим Ғәни улы бәләкәй балалар һымаҡ бер ҡатлы эскерһеҙ, шул уҡ ваҡытта бик ихлас кеше ине. Уның тәүге ролдәренең береһе “Онотолған доға”ла Томан роле булһа, ә һуңғы ролдәренең береһен беҙ уның менән бергәләп Василий Шукшиндың “Шукшин хикәйәләре”ндә уйнаныҡ, ул Атай ролен башҡарҙы.
Беҙҙең республика һәм бөтә театр йәмәғәтселеге Башҡортостан Республикаһының талантлы халыҡ артисын юғалтты былтыр. Был юғалтыуҙың һис бер нәмә менән алмаштырмаҫлыҡ булыуы туғандарына һәм яҡындарына ғына ҡағылмай, республикабыҙ өсөн дә ҙур юғалтыу ул. Үҙенең эшенә ул бик яуаплы ҡараны, һәр бер ролен үҙ йөрәге аша үткәрҙе, коллеғалар араһында бик әҙәпле артист булды. Ул гармунда уйнай башлаһа, күңелдәр моңға тула ине. Әле булһа уларҙың ҡатыны менән бергә һәләк булыуҙарына ышанып етмәйем. Ул минең өсөн хеҙмәттәш тә, дуҫ та, ағай ҙа булды.
Ниңә яҡшы кешеләрҙең ғүмере иртә өҙөлә икән? Ә бит уның уйнап өлгөрмәгән әллә күпме ролдәре ҡалды… Атай, олатай булып йәшәр ҙә йәшәр ине әле. Әлбиттә, беҙ үҙебеҙ тере саҡта уның тураһындағы хәтирәләр йөрәгебеҙҙә мәңге йәшйәсәк!..
Таһир ФӘТКУЛЛИН,
драма артисы.