Үлгәндән һуң...
Әмирҙең күңелен китмә- йем тип, Ғиззиниса малай- ҙың артынан ауыл советы яғына йүнәлә. Бөткәнме ни Абдулхаҡтар ауылда, берәй фронтовик ҡайтҡандыр, барып күрәйем, үҙ улымды осратҡандай булырмын, тип уйлай ул атлағанда.
Ҡатын, ауыл советына етә- рәк, теге яугир ҡаршыһына осрай. Башы бәйләнгән, ҡултыҡ таяғы таянған, са- танлап, бөршәйеп ҡалған һалдат килә. Ирекһеҙҙән, бәһлеүәндәй кәүҙәле үҙенең улы күҙ алдына баҫа шул саҡ. “Кем балаһы икән был?” тип уйлап торғанда Ғиззинисаның аңын таныш тауыш телеп үтә:
– Әсә-ә-ә-ә-й!
Өнмө был, төшмө? Ҡатын ҡурҡып китә, ә яугир килеп ҡосаҡлағас, тамам һушы- нан яҙа. Бына шулай, инде “теге донъянан” сәләм ебәргәндән һуң ҡайтып инә Абдулхаҡ Ниғмәтуллин тыуған Ишембай районы Түбәнге Әрмет ауылына. Нисәмә тапҡыр әжәлдең күҙенә ҡарап ала, әммә бирешмәй яугир, дошманын тар-мар итеп, ғәзиз тупрағына аяҡ баҫа! Ә бит ундайҙар аҙ булмаған.
Хас та “Үлмәҫбай”
…Һуғыш башланғас та Ҡыҙыл Армия сафына баҫырға ашҡынған йәш-елкенсәк араһында 17-һе саҡ тулған Абдулхаҡ та була. Металлургия техникумында белем алған һәм “Аэроклуб” түңәрәгендә шөғөлләнгән егет, бер һүҙһеҙ, Мәскәү ҡалаһының Тушино аэродромына уҡырға, дошман тылында эшләргә өйрәнергә ебәрелгән 650 десантник сафына баҫа. Күнекмәләр мәлендә Абдулхаҡ 30 тапҡыр парашют менән ырғый, хәрби осоусыларҙы һөжүмгә әҙерләгәндә ярҙамлаша. Нәҡ ошо ваҡытта дошман баш ҡала янына уҡмаша…
Көҙөн гитлерсылар Сталинградты ҡулға төшөрөргә уйлай. Европа һәм Кавказдан тиҙ арала күсерелгән армия менән генерал Паулюс планын тиҙ генә тормошҡа ашырабыҙ, тип хыяллана. Әммә һуңғы тамсы ҡанына тиклем ҡаршы торған яугирҙарҙы күреп, немец армияһы баҙап ҡала. Төп көс Чуйков етәкселегендәге 62-се армияға төшә. Дошман 3 меңгә яҡын авиабомба яуҙыра, бер юлы йөҙләгән кеше үлгән саҡтар була, әммә беҙҙекеләр ныҡ тора. Абдулхаҡ нәҡ ошо ҡан ҡойошта ҡатнаша ла инде.
– Башта тиҙ арала тылды хәстәрләнек, кешеләрҙе, мал-тыуарҙарҙы төпкәрәк күсерҙек, – тип иҫләй ул аҙаҡтан был яуҙы. – Һуңынан дошман менән күҙгә-күҙ ҡарашып алыша башланыҡ.
Был яуҙа Әрмет егетен Чуйков үҙ ҡулдары менән “За боевые заслуги” миҙалы менән бүләкләй. “Заслуга” һы ла үҙенсәлекле килеп сыға…
Бер саҡ шулай командир “тел” алып ҡайтырға тигән задание бирә. Китәләр егеттәр дошман тылына. Барып етһәләр, немецтар байрам ҡылып ята: музыка уйнай, шау-шыу. Шул саҡ, Мостай Кәрим әйтмешләй, “һунарға килеүселәр” дошман ҡунаҡлаған өйҙөң ситендә көтөп кенә торалар ҙа, ишек асылып, береһе килеп сығыу менән уны эләктереп тә алалар. Артыҡ тауыш сығармаһын өсөн немецтың башына берҙе ҡундыралар. Тик, инде ҡайтайыҡ ҡына тиһәләр, наряд осрай.
– Ҡайҙа китеп бараһығыҙ?
– Медсанчастҡа алып киттек.
Хас кинолағыса йәки әҙәби әҫәр- ҙәгесә килеп сыға был осраҡ. Иң ҡыҙығы шул: Абдулхаҡ “һунарҙан” бик ҙур “табыш” алып ҡайта – үтә лә мөһим документтар тотҡан фриц офицерын эләктерә ул.
Уянып китһәм, аяҡты киҫеп торалар...
Тик гел генә барыһы ла уңайлы һәм уңышлы килеп сығып тормай шул фронтта. Хәлдән тайғансы, иртә таңдан кискә тиклем “Максим” пулеметынан атырға ла, дошман менән дөмбәҫләшеп һуғышырға ла тура килә, яуҙаштарҙы юғалтыу тураһында әйтәһе лә түгел. Ә бер мәл Абдулхаҡ бөтөнләй яраланып ҡуя. Дошман танкыһын шартлатҡанда мина ярсыҡтары егеттең үҙенең тәненә лә килеп ҡаҙала. Береһе – аяғына, икенсеһе күкрәгенә тейә. Ябай ғына егеттең шундай бөйөк ҡаһарманлыҡтары 33 меңлек(!) немец ғәскәренең әсирлеккә төшөүендә роль уйнамай ҡалмағандыр.
…Өс ай дауаланғандан һуң Абдулхаҡ йәнә фронт һыҙығына баҫа һәм… йәнә яраланыу. Был юлы иһә егетте дошман пуляһы аяҡтан йыға.
– Күп ҡан ағыуҙан аңымды юғалттым. Бер саҡ уянып киткәндә ер-өйҙә (землянкала) арҡыры бысҡы менән аяҡты киҫәләр ине. Бер медсестра тегәйек – йәбешер, ти. Икенсеһе йәбешмәҫ, тип бәхсләшәләр. Ҡабаттан инде госпиталдә уяндым. Тәү сиратта аяғымды һәрмәп ҡараным, – тип хәтерләй был ваҡиғаны күп йылдар үткәс фронтовик кистәрен ҡатыны һәм балалары менән йыйылып ултырғанда.
Шул госпиталдә ятҡан мәлдә, йүнәлмәҫ тип, тыуған ауылына “ҡара ҡағыҙ” ебәрәләр ҙә инде...
Батырлыҡтары өсөн Абдулхаҡ Ниғмәтуллин Дан ордены һәм тағы ике орден, 14 миҙал ала. Тик миҙалдың икенсе яғы ла бар шул – дүрт ҡабырғаһын ҡалдыра ул яуҙа, дошман пуляһы йөрәгенә ике сантиметр етмәй генә үтеп китә, икенсе пуля үпкәһен тишә, аяғы алты сантиметрға ҡыҫҡарып ҡала. Ә йөрәктә уйылған ғазаптар күпме?!.
Кешелек төшөнсәһенә тоғро ҡала
…Фронттан ҡайтып, бер аҙ йүнәлгәс, Абдулхаҡ башта мәктәптә балаларға хәрби оҫталыҡ өйрәтә, һуңынан милицияға эшкә күсә. Күҙ алдығыҙға килтерегеҙ әле: ҡабырғаһыҙ сатан милиционерҙы. Хәйер, ни ҡылаһың, ваҡыты шул, бер ул ғына түгел.
Физик яҡтан бик үк теүәл булмаһа ла, аңы буйынса бик оҫта милиционер итеп белә уны халыҡ. Етдилеге, талапсанлығы, ныҡышмалығы менән алдыра. Шулай булмаһа, 50 саҡырымға һуҙылған май- ҙанда урынлашҡан ауылдарҙы нисек урап сығыр ине участка милиционеры!
Районында бер нисә йыл эшләгәндән һуң Абдулхаҡты Мәсетле, унан һуң Балаҡатайға күсерәләр. Һуңғы районды ул тәненән йәне айырылғансы төйәк итә, хәле насарайғансы сафта ҡала.
…Әлбиттә, һуғыштан һуң ауыр йылдар. Ашарына ризыҡ, кейеренә кейем булмаған халыҡты тәртиптә тотоуы, ай-һай... Урлашыуҙар, үлтерештәр, хатта килеп сыҡҡан милләт-ара сетерекле мәсьәләләрҙе лә хәл итергә тура килә Ниғмәтуллинға. Тик ул бер ҡасан да ике төшөнсәне иҫенән сығармай: ғәҙеллек һәм яуаплылыҡ.
Мәҫәлән, бер саҡ колхоздан иген урлаған ирҙе тота. Бурға:
– Ниңә һорамай алдың (ул кешегә бер ҡасан да ниңә урланың, тип өндәшмәй – авт.), – тигәс, тегеһе:
– Балаларыма кейем алырға аҡсам юҡ, – тип яуаплай. Бур төрмәгә эләкмәй, әммә милиционерҙың да башынан һыпырып ҡуймайҙар. Бына шулай үҙен ҡурҡыныс аҫтына ҡуйып булһа ла, намыҫ тигән төшөнсәгә тап төшөрмәй яугир.
Балаҡатай районында уны нисек хөрмәт иткәндәрен бер генә күренеш менән дә сағылдырып булалыр. Бер саҡ шулай йыраҡтан ҡунаҡҡа килгән туғанын үҙенең мотоциклында аэродромға оҙатырға килә ул (“еңел машинға ултыр ҙа сыҡ та кит” заманы түгел бит).
Ҡараһалар, “Кукурузник” инде һауаға күтәрелгән, бер сама бейеклек тә йыйған. Шул саҡ Абдулхаҡтың саҡырыуҙы ишаралаған бер генә ҡул һетләүе була, һауалағы самолет кире ергә ултыра.
Эйе, Абдулхаҡ Абдрахман улын Балаҡатайҙа әле лә яҡшы беләләр, үҙе күптән гүр эйәһе булһа ла, рухын хөрмәт итәләр. Тик бына тыуған төйәгендә генә уны иҫләгән кешеләр һирәк һымаҡ. Һәр хәлдә, балалары уның исем-шәрифен Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары исемлегендә тапмаған. Хәйер, үҙем дә яҡташым хаҡында инде туҡһан туғыҙҙы ваҡлаған тол ҡатыны Мәмдүҙә Шәйхислам ҡыҙы һөйләгәндәренән генә белдем. Нисек кенә булмаһын, илебеҙгә Еңеү алып килгән быуын, ҡайҙа һәм нисек йәшәү шарттарына ҡарамаҫтан, һис шикһеҙ, хөрмәткә һәм данға лайыҡ!
Бөгөн дә ауылыбыҙҙың аҫыл егеттәре олаталары һымаҡ уҡ фашистар менән ҡурҡыу белмәй алыша! Дошман йәнә башын ҡалҡытты, әммә бынан 78 йыл элек, Абдулхаҡ Абдрахман улы һымаҡ Азат Ш., Айнур Ғ., Илнур С. исемле яҡташтарым башҡа батырҙарыбыҙ менән бергә Еңеү менән ҡайтыр!
Рәмил МАНСУРОВ.
Фото ғаилә архивынан алынды.