Ашҡаҙар
-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Хәтер
12 Май 2023, 18:25

Рәйлә йондоҙо

Стәрлетамаҡтың А.Инан исемендәге милли китапханаһында яҙыусы Рәйлә Назарғолованың хәтер кисәһе үтте.

Был яҡты донъяға килгәс, һәр кем дә ниндәй ҙә булһа изге ғәмәлдәр ҡылып, үҙ артынан яҡты эҙ ҡалдырып китергә теләй. Кемдәрҙер ғүмер буйы тырышып та, быҫҡып ҡына яна, ә кемдәрҙеңдер йондоҙ сәғәте һис уйламағанда килеп етә лә, ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә тау аҡтарырҙай көс-ғәйрәт менән әллә күпме эштәр атҡарып сыға.

Рәйлә Назарғолова ла Стәрлетамаҡтың әҙәби-мәҙәни донъяһына үҙенә генә хас саялыҡ һәм балҡыш менән килеп инде. Хәйер, Стәрлетамаҡта ғынамы һуң!? Үҙ тауышы, үҙ балҡышы булған  Рәйлә Назарғолова – халҡыбыҙҙың милли-мәҙәни ижад донъяһында күптән таныш һәм билдәле исем. Китапхананың ҙур залында уҙғарылған хәтер кисәһенә Рәйлә Барый ҡыҙының яҡты рухын иҫкә алырға уның балалары, яҡын туғандары һәм дуҫтары, ҡәләмдәштәре, уның ижадын һөйөүселәр, ағинәйҙәр килгәйне. Әҙибәнең тормошон сағылдырған видеояҙмалар, фотоһүрәттәре  күрһәтелде, өҫтәлгә үҙе иҫән сағында сығарған китаптары теҙеп ҡуйылғайны. Рәйлә Назарғолованы яҡындан белеүселәр  сәй табыны артында  уның тураһында яҡты хәтирәләре менән бүлеште, шиғырҙарын тасуири уҡып ишеттерҙе. Китапхана етәкселеге һәм әҙибәнең яҡындары бына шундай тәрән йөмәткеле, йәнле сара ойошторған. Рәхмәт!

Рәйлә ижад  донъяһына һис уйламағанда – ҡырҡ биш йәшенә етеп, инде ғүмер үренең уртаһын артылдым тигәндә килеп инде. 2000-се йылдар башы. Мин мөхәррир урынбаҫары булып эшләгәндә, эш телефонына, билдәле бер табип тураһында яҙыуыбыҙҙы һорап, бер ҡатын шылтырата. “Ул табипты һеҙ үҙегеҙ беҙҙән яҡшыраҡ беләһегеҙҙер бит, үҙегеҙ яҙып ҡарағыҙ”, – тип кәңәш бирҙем. Яңы танышым оҙаҡ көттөрөп торманы, мәҡәләһен тотоп килеп тә етте. Шунан бер аҙҙан йәнә шылтырата: “Сәйәси золом ҡорбаны булған олатайым тураһында яҙҙым әле”, – ти. – Беренсе эше булһа ла, һәр детале ентекләп, урын-еренә еткереп яҙылған ине. Бына тигән күләмле очерк килеп сыҡты. Хәҙер инде беҙ Рәйлә менән тығыҙ аралаша башланыҡ, дәртләнеп яҙышыу эшенә тотондо. “Шиғыр яҙып ҡарарға булдым әле”, – тине ул бер мәлде. Май байрамы уңайынан хеҙмәт кешеһе тураһында яҙылған шиғыры ла тел тейгеһеҙ ине, “Ашҡаҙар” гәзитендә баҫылып сыҡты. Ул заман компьютерҙар юҡ дәрәжәһендә, шулай булһа ла ул аптырап торманы, ҡулъяҙмаһын тотоп редакцияға йыш килер булды. Ныҡыш, эҙләнеүсән, егәрле әхирәтем  эшләгән эштәре менән сикләнеп, туҡтап ҡалманы, һәләтен үҫтереү өҫтөндә өҙлөкһөҙ эшләне. Компьютер һатып алып, компьютерҙа яҙырға өйрәнде. Ижад  араһында теген тегеү булһынмы, сигеү сигеүме, бәйләм бәйләү булһынмы – ошо ҡул эштәренән дә йәненә ял ала белде. Ә бер саҡ ул пьеса яҙыуы тураһында әйтте. Тал сыбығындай сибек кенә ҡатын әҙәбиәттәге иң ҡатмарлы жанрға тотонорға йөрьәт итһенсе әле! Етмәһә, әҙәби белеме лә юҡ.

2005 йылда Стәрлетамаҡта “Театр яҙы” фестивале бара ине. Шунда Рәйлә менән аҙна буйына спектаклдәргә бергә йөрөнөк, тағы ла яҡыныраҡ аралаштыҡ. Ул республика һәм Рәсәйҙең төрлө театрҙарынан килгән бер спектаклде лә ҡалдырмай ҡарап барҙы. Ошо тамашаларҙан әҫәрләнеп, үҙенә дәрт алып, ул ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә бер-бер  артлы  тиҫтәнән ашыу пьеса яҙырға өлгөрҙө. Эйе, Рәйлә, ижадҡа һуңлап килһә лә, эшләп ҡалырға, өлгөрөп ҡалырға тырышты. Әллә күпме китаптар сығарҙы, юмористик, уймаҡ хикәйәләрен, шиғырҙар йыйынтыҡтарын әле лә халыҡ яратып уҡый. Үҙенең  әҫәрҙәрен  генә түгел, ошо төбәктә йәшәгән яҙыусыларҙың әҫәрҙәрен туплап,  өс телдә – башҡорт, татар, рус телдәрендә “Шихандар ҡосағында” тигән  йыйынтыҡ әҙерләп нәшер итте. Бик күп яҙыусыларҙың ҡулъяҙмаларын компьютерҙа йыйып, китап итеп сығарҙы. Яҙыусыларҙың әҫәрҙәрен, фотоһүрәттәрен йыйып тәртипкә һалды, электрон вариантҡа туплап папкаға йыйҙы. Бына шундай бик күп мәслихәт эштәр башҡарҙы Рәйлә Барый ҡыҙы.

Әгәр иҫән булһа, әле уға 65 йәш булыр ине. Ә бит ул ижад өсөн ни бары ун ике генә йыл ғүмерен арнаған! Нескә кәүҙәле ошо сибек кенә ҡатынға яҙмыш оло һынауҙар ебәрә, ире йәшләй генә фажиғәле һәләк булғас та юғалып ҡалмай ул, ике бәләкәй генә балаһын – Рөстәм менән Гөлназды аяҡҡа баҫтыра. Аллаһы Тәғәлә ниндәй Оло йөрәк, рух ныҡлығы, ҡыйыулыҡ биргән – хайран ҡалырлыҡ!

Эйе, күктәрҙә лә баҙап ҡалмағандыр ул, унда ла, ерҙәге кеүек үк, эскерһеҙ, саф күңелле, бай рухлы  “Рәйлә йондоҙо” балҡыйҙыр. Рухың шат булһын, рухташым!

Роза ҠОБАҒОШОВА.

Гүзәл ИШБУЛДИНА фотолары.

 

 

 Шағир йөрәге

Шағир йөрәге ул серле йомғаҡ,

Аңлап булмай һис бер ҡараштан.

Ул күренмәҫ, нескә ептәр менән

Ай һәм йондоҙҙарға тоташҡан.

 

Шағир йөрәгенә бары ла һыйған,

Ер, ҡояш һәм һинең ҡарашың.

Яңы аяҡ баҫҡан сабыйҙар ҙа,

Тыуған иле, халыҡ яҙмышы.

 

Шағир йөрәге ул үҙе йомаҡ,

Тиҙ табырмын тимә яуабын.

Үҙе генә белгән ысул менән,

Дауалай ул йөрәк яраһын.

 

Ашыҡтым

Тормош, һинең ҡосағыңа    

Ашыҡтым үҙем,

Эй, Хоҙайым, ниңә бик аҙ

Биргәнһең түҙем.

Урғып торған даръяларға

Ташландым  ярҙан,

Арғы яҡҡа сығырлыҡ көс

Килгәндер ҡайҙан!

Аҡ бурандар аҙаштырҙы,

Ашыҡтым тағын,

Көтмәнем шул бурандарҙың

Туҡтаған сағын.

Ҡаҡһа ла гел уңға-һулға

Тормош тулҡыны,

Мине һаман ашыҡтыра

Йөрәк ялҡыны.

 

Рәйлә НАЗАРҒОЛОВА.

 

 

Рәйлә йондоҙо
Рәйлә йондоҙо
Рәйлә йондоҙо
Автор:Роза Сафина
Читайте нас: