Ашҡаҙар
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Хәтер
25 Май 2023, 12:20

Беҙ тыныс йәшәһен тип …

Ҡала хакимиәтендә яҡташыбыҙ Андрей Япрынцевҡа (үлгәндән һуң) Батырлыҡ ордены тапшырҙылар. Ул үткән йылдың 22 ноябрендә махсус хәрби операцияла  батырҙарса һәләк булғайны. Андрей үҙ теләге менән киткән булған. Мотоуҡсылар ротаһында механик-водитель булып хеҙмәт иткән.

– Һеҙҙең ирегеҙ заяға үлмәне, – тине Рөстәм Ғәзизов был награданы уның ҡатыны Елена Валерьевнаға тапшырғанда. –  Фәҡәт Андрей Сергеевич һымаҡ алғы һыҙыҡтағы геройҙарға бәйле күгебеҙҙең – аяҙ, тормошобоҙҙың – тыныс булыуы. Бының өсөн ул  кешегә иң ҡәҙерле булған – ғүмерен бирҙе.

Стәрлетамаҡ ҡалаһы һәм районы хәрби комиссары Рөстәм Ҡантимеров Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ошо йылдың 17 ғинуарында Андрей Япрынцевты үлгәндән һуң Батырлыҡ ордены менән бүләкләү тураһындағы Указын уҡып ишеттерҙе. Геройҙың атаһына батыр ул тәрбиәләгәне өсөн шәхсән рәхмәт әйтте. Ә Андрейҙың Росгвардия класында уҡыған ҡустылары Егор менән Никита ысын мәғәнәһендә Ватаныбыҙҙы лайыҡлы һаҡлаусы офицерҙар рәтендә булырҙар тигән ышаныс белдерҙе. Андрей Сергеевич Япрынцевты беҙ һис ҡасан онотмабыҙ!

Римма ҒӘЛИМОВА.

Сергей КРАМСКОВ фотоһы.

Беҙ тыныс йәшәһен тип …
Беҙ тыныс йәшәһен тип …
Автор:Римма Галимова
Читайте нас: