Ашҡаҙар
-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Хәтер
31 Май 2023, 12:30

КЕМДЕ ГЕНӘ ЮҒАЛТҺАҠ ТА ЙӨРӘК ӘРНЕЙ

Рөстәм Флүр улы Әхмәҙуллин үткән йылдың июненән алып Шайморатов исемендәге батальонда механик-водитель булып контракт буйынса хеҙмәт иткән. Март айында ғына 2 аҙналыҡ ялға ҡайтып киткән ине…ризығы бөткәндер инде күрәһең…

Ул махсус хәрби операцияла хәрби бурысын үтәгәндә 5 майҙа батырҙарса һәләк була.  Уны һуңғы юлға оҙатырға Башҡортостан Республикаһы Башлығының хәрби хеҙмәткәрҙәр менән бәйләнеш мәсьәләләре буйынса советнигы Алик Камалетдинов, ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары Михаил Григорьев, Рөстәмдең ата-әсәһе, туғандары, тәүге уҡытыусыһы, ҡатыны һәм балалары килгәйне. Михаил Васильевич Рөстәмдең батырлыҡ һәм ҡаһарманлыҡ өлгөһө булыуын билдәләп үтте.

– Рөстәм Флүр улы үҙ халҡының мәнфәғәтен намыҫлы яҡланы, Ватанының ирке һәм бойодороҡһоҙлоғо өсөн тырышты. Хәрби бурысына һуңғы һулышына тиклем тоғро ҡалды. Рөстәм аяҙ күк һәм беҙҙең балаларҙың һәм ейәндәрҙең тыныс тормошо өсөн һәләк булды, – тине Михаил Григорьев.

Ә инде Рөстәмдең тәүге уҡытыусыһы сығышын иламай тыңлап булманы.  Ул ҡалабыҙҙың 2-се гиназияһында 9 класты уңышлы тамамлағандан һуң, училищела уҡып, һөнәр үҙләштереп, аҙаҡ техникум тамамлап, төрлө ойошмаларҙа эшләһә лә мәктәбе менән бәйләнешен өҙмәгән, ниндәй йомош булыуға ҡарамаҫтан, туған мәктәбенә ярҙамлашып торған. Ярҙамсыл, кешелекле булған. Шундай аҫыл ир-егеттәребеҙҙең ғүмерҙәре иртә өҙөлөүе айырыуса йәл...

 Батырҙарса һәләк булған һалдаттың ата-әсәһенә Рәсәй Федерацияһы флагын тапшырғандан һуң Рөстәм Флүр улын Ауырғазы районына ер ҡуйынына тапшырырға оҙаттылар. Замандашыбыҙ, хәрби герой   Рөстәм Әхмәҙуллиндың ғүмеренең дауамы булып бер ҡыҙы һәм ике улы ҡалды, изге эштәре ҡалды.

Римма ҒӘЛИМОВА.

КЕМДЕ ГЕНӘ ЮҒАЛТҺАҠ ТА ЙӨРӘК ӘРНЕЙ
КЕМДЕ ГЕНӘ ЮҒАЛТҺАҠ ТА ЙӨРӘК ӘРНЕЙ
Автор:Римма Галимова
Читайте нас: