Ашҡаҙар
-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Хәтер
20 Август 2023, 11:22

Нияз Мәжитовтың тыуыуына - 90 йыл

Бөгөн бөйөк ғалимыбыҙ, Башҡорт ҡоролтайының беренсе рәйесе, тарихсы-ғалим, археолог, юғары мәктәп уҡытыусыһы, йәмәғәт эшмәкәре, тарих фәндәре докторы, профессор, Башҡортостандың атҡаҙанған фән эшмәкәре, Салауат Юлаев ордены кавалеры Нияз Абдулхаҡ улы Мәжитовтың тыуыуына - 90 йыл.

Нияз Мәжитовтың тыуыуына - 90 йыл
Нияз Мәжитовтың тыуыуына - 90 йыл

Ғафури районының Туғай ауылында 1933 йылда доньяға килә. 1951—1956 йылдарҙа А. М. Горький исемендәге Молотов дәүләт университетының (хәҙерге Пермь дәүләт милли тикшеренеү университеты) тарихи-филология факультетының тарих бүлегендә белем ала. Бында археология менән ҡыҙыҡһына башлай. Университетты 1956 йылда тамамлай. БДУ-ла археология, боронғо һәм урта быуат тарихы кафедраһы мөдире булараҡ, доцент вазифаһында археология буйынса лекциялар уҡый. Археологик экспедицияларҙы ойоштора һәм етәкләй. Археология һәм этнография музейын ойоштороуҙа әүҙем ҡатнаша.

2011—2014 йылдарҙа үҙе ойошторған «Боронғо Өфө» Республика тарихи-мәҙәни музей-ҡурсаулығы директоры урынбаҫары вазифаһын үтәй, уның фәнни етәксеһе була.

400-ҙән ашыу хеҙмәт авторы. Фәнни хеҙмәттәре Көньяҡ Уралдың тимер быуатҡа һәм урта быуаттарға ҡараған археологик мәҙәниәттәрен һәм ҡомартҡыларын өйрәнергә башҡорттарҙың этногенезы мәсьәләләренә арналған:
Башҡорт-Бөркөт, Бикеш, Биш Уба, Дежнев, Ҡаранай, Ҡәҙер, Әлмөхәмәт ҡорғандарын, Имәндәш ҡаласағы һәм башҡа археологик ҡомартҡыларын асҡан.

Өфө 2 ҡаласығын өйрәнеү эшен башлап ебәреүсе һәм ойоштороусы.
 

Өфөләге Пушкин урамында бер нисә йыл дауамында археологик эштәр алып барылған. Табылған ҡалдыҡтарҙан күренеүенсә, бер нисә быуат элек был урында эре сауҙа үҙәге урынлашҡан булған. Белгестәр дүрт метр тәрәнлектә етенсе-һигеҙенсе быуаттарҙа эшләгән биҙәүес әйберҙәр табыуын да хәбәр иткәндәр. Тикшереүҙәр урынында бүрәнәләр, саман кирбестәр һәм Алтын Урҙа ваҡытында эшләгән тәңкәләр ҙә була.

Башҡортостан фәндәр академияһы вице-президенты Нияз Мәжитов әйтеүенсә был асыштар, ғәрәп һәм фарсы сәйәхәтселәре яҙмаһында билдәлән Башҡорт тип аталған ҡала тураһында һөйләй. Йәғни Өфөгә нигеҙ бер мең ярым элек һалыныуын дәлилләгән. Әммә рәсми рәүештә Башҡортостандың баш ҡалаһының йәше улай булмағас, археологик асыштарын да тыйып ҡуялар.


Нияз Абдулхаҡ улы Мәжитов 2015 йылдың 11 октябрендә Өфө ҡалаһында вафат булған.


Автор:
Читайте нас: