Ашҡаҙар
0 °С
Ясно
Хәтер
22 Августа 2023, 14:15

Башҡортостанда башҡорт батыры Кинйә Арыҫлановҡа арналған стела асылды

Мәләүез районының Арыҫлан ауылында Кинйә Арыҫлановҡа арналған стела асылды. Стелала башҡорт хәрби начальнигы, Емельян Пугачевтың көрәштәше хаҡында мәғлүмәт яҙылған, шулай уҡ геройҙың портреты төшөрөлгән.

Добавить в предпочтительные источники Google
Башҡортостанда башҡорт батыры Кинйә Арыҫлановҡа арналған стела асылдыБашҡортостанда башҡорт батыры Кинйә Арыҫлановҡа арналған стела асылды
Башҡортостанда башҡорт батыры Кинйә Арыҫлановҡа арналған стела асылды

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайынан хәбәр итеүҙәренсә, бында Кинйә абыҙҙың 300 йыллығы айҡанлы хәтер саралары үткән. Сараларҙа абруйлы ҡунаҡтар, ҡоролтай вәкилдәре ҡатнашҡан. Был ваҡиға айҡанлы күргәҙмәләр, урындағы һәләтле башҡарыусылар ҡатнашлығында концерт номерҙары әҙерләнгән. Район халҡына, Йәнтөйәккә изге эштәр йылына арналған проекттарҙа ҡатнашыусыларға Кинйә Арыҫланов исемендәге иҫтәлекле миҙалдар тапшырылған.

 

https://bash.bashinform.ru/news/social/2023-08-22/bash-ortostanda-bash-ort-batyry-kiny-ary-lanov-a-arnal-an-stela-asyldy-3398702

 

Автор:
Читайте нас