Эҙәрмәндәр асыҡлауынса, һалдат Белорет ҡалаһының хәрби комиссариаты тарафынан 1941 йылдың 3 июнендә Ҡыҙыл Армия сафына алынған. Ә бына уның туғандары тураһында мәғлүмәт тапмағандар. Шуға күрә яҡындарын табыуҙа ярҙам итеүҙәрен һорап хәрби комиссариатҡа мөрәжәғәт иткәндәр, тип хәбәр итте социаль селтәрҙә Белорет районы хакимиәте башлығы Андрей Иванюта.
«Һуғышта һәләк булған яҡташыбыҙҙың һөйәктәрен алып ҡайтыу һәм һалдаттың хәтерен мәңгеләштереү өсөн Дмитрий Ивановичтың туғандары, яҡындарын эҙләйбеҙ», - тип яҙҙы ул.
Белорет һәм Межгорье ҡалаларының хәрби комиссариатына мөрәжәғәт итергә була. Адресы: Белорет, Б. Хмельницкий урамы, 3а. Телефон: 8(34792)32219, 8(34792)34102.