Ашҡаҙар
-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Хәтер
6 Декабрь 2023, 14:22

Чечен хәрби конфликтында һәләк булғандар онотолмай

Чечен хәрби конфликтында һәләк булғандар онотолмай
Чечен хәрби конфликтында һәләк булғандар онотолмай

...Әсе генә иҫкән һыуыҡ ел дә, бөртөкләп төшкән ҡарҙар ҙа митингта ҡатнашыусыларға хәрби бәрелештәрҙә һалдат иңенә төшкән ауырлыҡтар тураһында тағы бер ҡат иҫкә төшөрә һымаҡ.Яугирҙар хәрби бурысын үтәр өсөн һауа шарттарын да, хеҙмәттең еңелен дә һайлап алмай шул, приказ килеү менән ҡоралына тотона. 1979 йылдың 25 декабре Афғанстанда, ә 1994 йылдың 11 декабре Чечен Республикаһында “ҡыҙыл нөктәләр” ҡабына. Һәр быуынға үҙ ҡоралы менән үҙ мәкерле дошманын ҡырырға тура килә, был турала бөгөнгө көндә хәрби операция барышы ла һөйләп тора. Эйе, йылдар үтә, әммә егеттәребеҙ ҙә, уларҙың батырлыҡтары ла, йөрәк яралары ла онотолмай.

Стәрлетамаҡ халҡы ҡыштың беренсе көнөн яу яланында һәләк булып ҡалған яугирҙарыбыҙҙы иҫкә алыу көнө булараҡ билдәләй. Был көндө йыл һайын “Мәңгелек ут” эргәһенән алыҫ урынлашмаған Яугир-интернационалистар стелаһына йыйылып, яугирҙарыбыҙҙы иҫкә алабыҙ. Быйыл да был йоланы үтәп ҡуйҙыҡ.
Йылдан-йыл Еңеү паркы төҙөкләндерелә бара, хәрби техника күргәҙмәһе берәмектәре арта, хәтер символын берләштергән дөйөм композиция күңелһеҙерәк булып тойолһа ла, үҙенең хәрбиҙәрсә етдилеге менән кескәйҙәрҙе лә, ололарҙы ла йәлеп итеп тора.

– Ниндәй генә хәрби бәрелештәрҙә ҡатнашыуға ҡарамаҫтан, беҙ үҙебеҙҙең егеттәрҙе һәр саҡ иҫтә тотабыҙ. Афған һуғышы йәки Чечен Республикаһындағы ҡораллы конфликт булһынмы, бөгөнгө көндә фронттың алғы һыҙығында торған егеттәрме – барыһы ла беҙҙе берләштерә. Беҙ бер-беребеҙҙе аңлайбыҙ, гуманитар ылауҙар йыйып алып барыу һәм башҡа эштәр һалдаттарыбыҙға ныҡлы баҫып торорға ярҙам итә. Үҙ сиратыбыҙҙа, хәрби бәрелештәр ветерандары булараҡ, ҡурҡып тормайбыҙ, яҡташтарыбыҙ эргәһенә алғы һыҙыҡҡа уҡ барып етеп, был гуманитар ярҙамды ҡулдарына тотторабыҙ, сәләмдәрҙе еткерәбеҙ, – тине “Набат” Чечен республикаһында ҡораллы конфликтта ҡатнашыусылар союзы рәйесе Илдус Мәнәпов. Быйыл “Набат” Чечен республикаһында ҡораллы конфликтта ҡатнашыусылар союзы үҙенең 25 йыллығын билдәләне. Уны Александр Подобный башлап ебәрә һәм үҙенең һуңғы көнөнә тиклем етәкләй. Сирек быуат дауамында хәрби бәрелеш ветерандарын реабилитациялау, һәләк булып ҡалған яугирҙарҙың тол ҡатындарына, ата-әсәләренә ярҙам күрһәтеү, уҡыу йорттарында батырлыҡ дәрестәре ойоштороу, йәштәргә башҡа төрлө саралар аша хәрби-патриотик тәрбиә биреү эштәре башҡарыла. Хәрбиҙәрҙең исемдәре мәңгеләштерелә, таҡтаташтар ҡуйыла, яугирҙарҙың исемдәренә спорт ярыштары, иҫтәлекле саралар үткәрелә.

“Набат” ветерандарын ойошманың 25 йыллығы менән Стәрлетамаҡ ҡала хакимиәте башлығы Рөстәм Ғәзизов та ҡотланы.
– Стәрлетамаҡ ҡалаһы хакимиәте егеттәребеҙҙең батырлығы онотолмаһын өсөн бар яҡтан да көс һала. Әлеге көндә лә тәжрибәле ветерандарыбыҙ Донбасс биләмәләрендә дәүләт мәнфәғәттәрен яҡлай. Уларға мөмкин тиклем ярҙам итеү өсөн гуманитар ылауҙар йыябыҙ, яҡындарына ярҙам итәбеҙ, бәйләнеш тотабыҙ. Егеттәр хәрби операция биләмәһендә үҙ туғандары өсөн борсолмаһын өсөн барыһын да эшләйбеҙ. Үҫеп килгән быуынды артабан да нәҡ яугирҙарыбыҙҙың батырлығы нигеҙендә тәрбиәләйәсәкбеҙ, – тине Рөстәм Фәрит улы.

Хәрби бәрелештә ҡатнашыусыларға ярҙам күрһәткән өсөн “Набат” ойошмаһына рәхмәт һүҙҙәрен Стәрлетамаҡ ҡалаһы һәм Стәрлетамаҡ районы буйынса хәрби комиссариатының бүлек начальнигы Андрей Каракеча ла белдерҙе.
Ысынлап та, ниндәй һуғыш булыуға ҡарамаҫтан, хәрби бәрелештәр ветерандары һәр саҡ бергә һәм берҙәм. Быға юбилей датаһы менән Афғанстан ветерандары союзы рәйесе Сергей Балмасовтың ҡотлауы ла ишара. Барлыҡ әсәләр исеменән митингта ҡатнашыусыларға әсә наҙын, әсә һүҙен һәләк булып ҡалған яугир әсәһе Рита Бурденко ла еткерҙе.
Бар һүҙҙәр әйтелеп бөткәс, һәләк булып ҡалған яугирҙарыбыҙҙы бер минут тынлыҡ менән иҫкә алыу, сәскә һалыу саралары үтте. Артабан һалдаттарҙың яҡындарын һәм туғандары менән ҡәберлектәргә барып һалдаттарҙы иҫкә алыу ойошторолдо. Шул уҡ көндө алыҫ Кавказда һәләк булған яҡташтарыбыҙҙың яҡындары менән йылы осрашыу үтте. Хәтер көнө кис ҡала мәҙәниәт һарайында “Ростов” төркөмө сығышы менән патриотик рухта тамамланды.

Автор:Эльдар Фаттахов
Читайте нас: