Афған һуғышы тамамланыуға – 35 йыл
Ваҡыт тик тормай, аға ла аға. Афған ҡаялары араһында йүгереп йөрөгән шуҡ егеттәр, хәҙер олпат ағайҙар. Совет ғәскәрҙәрен Афғанстан Республикаһынан сығарыуға 35 йыл да булып киткән, 1989 йылдың 15 февралендә һуңғы колонна үҙ илебеҙгә сыға. Шулай ҙа, ваҡиғалар кисәгеләй ветерандарыбыҙ хәтерендә.
Был хәтирәләр быйыл да ветерандарҙы Еңеү паркындағы яугир-интернационалистар стелаһына йыйҙы, уларға ҡала халҡы, студенттар, уҡыусылар ҡушылды. Әлбиттә, митингҡа йыйылғандарҙың һәр кеменең үҙ уйҙары. Ветерандар иһә был йылдарҙы иҫкә төшөрөп хәбәрләшеп алһа, икенселәр нисә йылдар онотолмаған юғалтыуҙарҙы, Тыуған илгә ҡайта алмаған дуҫтарын хәтергә алды.
– Һеҙҙең кеүек һалдат тормошон белгән, аңлаған кешеләр күберәк булһын ине. Шул ваҡыттарҙа ҡорал тотоп интернациональ бурысығыҙы үтәп сыҡтығыҙ, илебеҙҙә патриотизмды үҫтереүгә әле лә ҙур көс һалаһығыҙ. Һеҙҙең ярҙам
менән ҡалала төрлө саралар үтеп тора, гуманитар ылауҙар йыйыуҙа үҙ өлөшөгөҙҙө индерәһегеҙ. Был юлы ла бергәләп махсус хәрби операция маҡсаттарын бергә үтәп сығырбыҙ. Еңеү беҙҙең менән! – тине Стәрлетамаҡ ҡалаһы хакимиәте
башлығы урынбаҫары Павел Шорохов.
Афған егеттәре һәр ваҡыт алдынғы хәрби әҙерлек күрһәтте, уларҙың тәжрибәһе әле лә ҡулланыла.
– Миңә үҙемә, вертолет йөрөтөүсе булараҡ, хәрби хеҙмәт үткәндә Афған яуын үтеүсе командирҙарҙың өйрәтеүҙәре ҙур әһәмиәткә эйә булды. Сөнки улар хәрби бәрелештә алған тәжрибә донъяла бер кемдә лә юҡ. Хәрбиҙәргә бер ҡасан да еңел булманы, шулай ҙа беҙҙең һалдаттар ниндәй генә ҡурҡыныс булмаһын, һәр ваҡыт үҙен яҡшы дуҫ та, оҫта хәрби ҙә итеп танытты, – тип һөйләп үтте Стәрлетамаҡ ҡалаһы һәм районы буйынса хәрби комиссар Рөстәм Ҡантимеров.
Алыҫ Афған ерҙәрендә 600-ҙән ашыу Стәрлетамаҡ егете үҙ бурысын үтәй. Өлкән булыуға ҡарамаҫтан, улар араһында әле лә махсус хәрби операцияға үҙ теләге менән йүнәлеүселәр бар.
– Рәхмәт һеҙгә, егеттәр! Беҙҙең быуынға төшкән интернациональ бурыс сит илдәргә шул осорҙа көслө яуап булып торҙо, беҙ быны уңышлы үтәп сыҡтыҡ. Әммә туҡталырға ярамай, патриотик тәрбиәне дауам итергә кәрәк. Бының өсөн барығыҙға ла һаулыҡ теләйем, ғаиләгеҙ, яҡындарығыҙ ныҡлы тыл булып торһон, – тип ҡотлау һүҙҙәре менән өндәште Афған һуғышы ветерандары союзы рәйесе Сергей Балмасов.
Митинг, яугирҙарҙы бер минутлыҡ тынлыҡ менән иҫкә алып, стелаға сәскә һалыу менән тамамланды. Артабан хәтер саралары ҡала мәҙәниәт һарайында концерт менән дауам итте, шулай уҡ сәхнәлә тантаналы шарттарҙа наградалар тапшырылды. Бындай саралар алдағы йылдарҙа әһәмиәтен юғалтмай дауам итергә тейеш, әлбиттә, сөнки тыл ныҡлы булғанда, алғы һыҙыҡта еңеүҙәр килә!..