Һәләк булған ирҙең улы Александр Николаенков һөйләүенсә, һөжүм ваҡытында Валентин Николаенков террористарҙың береһен туҡтатырға теләп, уның ҡорал алыштырған мәлендә ташлана.
Әммә икенсе террорсы быны һиҙеп ҡалып иргә табан ут аса. Внуково аэропорты хеҙмәткәре Валентин Николаенков шул мәлдә һәләк була.
РФ Президенты Владимир Путин террорсыны туҡтатырға маташҡан ирҙе үлгәндән һуң Батырлыҡ ордены менән бүләкләне. Тейешле указ хоҡуҡи-мәғлүмәт порталында баҫылып сыҡты.