Бер юлы өс ирҙе юғалта ғаилә
– Барған йылда, үҙебеҙҙәге талон системаһынан арығас, беҙгә унда ожмах һымаҡ тойолдо, кибет кәштәләре ризыҡтан да, тауарҙарҙан да һығылып тора ине. Йыл ярым хөрриәттә йәшәгәндән һуң, бында ла кәштәләр бушап ҡалды, улай ғына ла түгел, көнө буйы сиратта тороп та икмәк етмәгән саҡтар йышайҙы. Ситтән килгән халыҡтарға ҡарата мөнәсәбәттәр үҙгәрҙе. Стәрлетамаҡтағы бер бүлмәле фатирыбыҙға күмәкләп ҡайтып төшөргә мәжбүр булдыҡ, – тип хәтерләй ул көндәрҙе Рима Ғарифулла ҡыҙы.
Бында уларҙың бер-бер артлы уртаҡ ҡыҙҙары Зөлфиә менән улдары Алик тыуа. Шулай ғаилә ҡыҫырыҡ булһа ла бер нисә йыл ошо фатирҙа 7 кеше бергә йәшәй. Ә һуңынан БСК-ла эшләгән ғаилә башлығына ике бүлмәле фатир бирәләр. Ләкин тормош гел шатлыҡтарҙан ғына тормай шул. Ҡыҙҙар барыһы ла уҡып сығып, һөнәр үҙләштереп, ғаилә ҡороп, ейән-ейәнсәрҙәр бүләк итеп өлгөргәндә Радик яман шеш сиренән шиңеп, ике ай тигәндә вафат була. Ә ошо уҡ көндәрҙә ҡыҙҙары Еленаның ире махсус хәрби операцияла батырҙарса һәләҡ булыуы хаҡында хәбәр килгән... Атаһын яңы ерләгән ҡатынға был хаҡта уны йәлләп, ике көн үткәс кенә хәбәр итәләр...
Тик... Ҡайғы ла яңғыҙ йөрөмәй икән ул. Күп тә үтмәй Хөснөтдиновтар ғаиләһендә берҙән-бер ир бала – ҡустылары Аликтың да махсус хәрби операцияла хәбәрһеҙ юғалыуы хаҡында хәбәр ала. Ошо ҡайғыларҙың бер юлы килеүе – әсә кешене Рима Ғарифулла ҡыҙын аяҡтан йыға яҙа. Ул әле булһа төпсөк балаһы – улы Алик өсөн йән ғазабы кисерә тиһәм дә, һис арттырыу булмаҫ…
Үҙе өлкән ағай һымаҡ була
Алик Радик улы 1995 йылдың 6 майында Стәрлетамаҡ ҡалаһында донъяға килгән. Ул 90-сы йылдарҙағы бөтә балалар һымаҡ уҡ үҫә: балалар баҡсаһы, мәктәп, училищела уҡыу, армия. Мәктәптә уҡыған сағында уҡ спорт менән етди шөғөлләнә егет. 2011 йылда 1-се мәктәпте тамамлай. Ҡалабыҙҙың 3-сө училищеһында 4-се разрядлы электр-газ менән иретеп йәбештереүсе һөнәрен үҙләштереп сыға, уны тик “бишле”гә тамамлай. Уҡыуын тамамлағандан һуң 2014 йылдың майында Рәсәй Армияһы сафына саҡырыла, Ненец автономиялы округының аҡ диңгеҙ ярындағы ҡырыҫ крайында ракета ғәскәрҙәрендә сержант дәрәжәһендә хеҙмәт итә. Демобилизациянан һуң илебеҙҙең төрлө төбәктәрендә ҙур төҙөлөш объекттарында вахта ысулы менән эшләй. Ғаиләлә ул дүрт өлкән апаһынан һуң иң яратҡан кесе бала була. Әйткәндәй, ул гел бөтәһенә лә ярҙам итә, әйтерһең дә ҡыҙҙарҙың үҙе өлкән ағайҙары була!
– Ауыр минуттарҙа һәр ваҡыт ярҙам итте, бер ҡасан да ярҙамдан баш тартманы, – тип хәтерләй уның яҡындары. Ул ғаиләһен, туғандарын, ата-әсәһен бик ярата, әсәһенә айырыуса наҙлы һәм иғтибарлы була. Үҙе өйләнергә өлгөрмәй, шуға күрә ул үҙен ихлас яратҡан кесе туғандарын айырыуса ҡәҙерләй, уларҙы үҙ итә, һәр ваҡыт уларға өлгө була.
Бер генә тапҡыр шылтратып өлгөрә
2023 йылдың апрелендә Алик Радик улы яҡындарын иҫкәртмәйенсә, үҙаллы яуаплы ҡарар ҡабул итә һәм Оборона министрлығы менән контракт төҙөй, үҙ теләге менән Рәсәй армияһы сафына инә һәм махсус хәрби операцияға юллана. Үҙенең хәрби бурысын штурмлау бригадаһының бүлек командиры булараҡ үтәй. Яҡындары менән бер тапҡыр ғына телефон аша бәйләнешкә инә. Улының “Ҡайғырма, әсәй, мин мотлаҡ ҡайтасаҡмын!..” тип телефондан әйткән һуңғы һүҙҙәре әле булһа ла әсә йөрәген телә…
Әйткәндәй, тыныс тормошта ул шиғырҙар һәм музыка яҙа, йырҙарын үҙе башҡара. Әсәһенә бағышлаған йырҙарын күҙ йәштәрен түкмәйенсә, тыныс ҡына тыңлап та булмай… Алик Хөснөтдинов 2023 йылдың 25 майында ДНР-ҙа Бахмут йүнәлешендәге оборона операцияһы ваҡытында батырҙарса һәләк була.
Үлеме исемен мәңгелек итте...
Уның хәл иткес ҡарары, ҡылығы, батырлығы – йәш быуын өсөн өлгө булып тора. Киләсәк быуындар тыныс тормош һәм тыныс күк йөҙө өсөн үҙҙәрен ҡорбан иткән үҫмерҙәр, ир-егеттәр менән ғорурланһын өсөн Алик Хөснөтдинов һымаҡ ҡаһарман йөрәкле батырҙар тураһында хәтер йәшәргә тейеш.
Был юғалтыу ғазабы бер ҡасан да йөрәктән китмәйәсәк. Ләкин Алик тураһында уның туғандары, яҡындары һәм дуҫтары йөрәгендә мәңге онотолмаҫлыҡ хәтирәләр һаҡлана. Ғүмер, ысынлап та, күҙ асып йомған арала тиҙ үтә… Һәм бер кем дә яҙмышына нимә яҙғанын алдан фаразлай алмай. Шуға ҡарамаҫтан, батырҙар тураһында хәтер – беҙ уларҙы хәтерләгән хәтлем беҙҙең йөрәктәрҙә йәшәйәсәк. Алик Радик улы Хөснөтдинов һымаҡ һәләк булған бөтә ир-егеттәр хаҡындағы хәтер беҙҙең күңелдәрҙә мәңге йәшәйәсәк. Үҙебеҙ тере саҡта… Андрей Воротынцев әйтмешләй, “Ғүмер тиҙ үтә, ә үлем ҡотолғоһоҙ…” Ысынлап та, шулай бит! Иң мөһиме, ошо ғүмер арауығын артыңдан эҙ ҡалдырырлыҡ итеп, Ватаныңа, кешеләргә кәрәкле булып үтергә яҙһын!
Римма ҒӘЛИМОВА.
Фотолар ғаилә альбомынан алынды.